Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Января 2020, 11:30

"Һәр көндө керәһең төшөмә..." йыры кемгә бағышланған?

Беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова был һорауҙың яуабын аныҡ белә...

Был ифрат моңло, матур йырҙы халыҡ яратып тыңлай һәм йырлай ҙа. Әммә һәр ижад емеше артында тере тарих һәм кеше яҙмыштары торғанлығын, әлбиттә, уйлап та бирмәй. Ә бына беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова ошо йырҙың авторы һәм тарихы хаҡында беҙгә түбәндәгеләрҙе яҙып ебәргән: "Был популяр йырҙың авторын һәм йыр бағышланған кешене күп йылдар Бөрө урамдарында күреп йөрөгәнмен икән. Ғәжәп. "Ел ҡапҡа" йырының авторы икәнен, ҡасандыр Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡытыусы булып эшләгәнен белә инем былай. Кафедраға килеп инеп, яңы сыҡҡан гәзиттәрен тоттороп сыҡҡаны ла булды Радик Нуретдиновтың...
Ул күптән баҡыйлыҡта инде. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Уның һөйөклө ҡатыны Рәзинә апай әле лә урамда осрап ҡала. Институт тирәһендә йәшәй. Йәш сағында ул бик сибәр булған. Ә мин белгәндә ул тормошто күргән, бик сабыр, аҡыллы ҡатын ине инде. Ҡаланың 7-се мәктәбендә оҙаҡ йылдар татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытты. Эйе, йыр бағышларлыҡ та шул мөләйем Рәзинә Ҡасим ҡыҙына! Бына ул юлдар:
"Төшөмә керәһең
Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йылмайып сығаһың тирмәмдән.
Сәсеңде елдәрҙә, елдәрҙә, елдәргә
Таратып үтәһең тирәмдән.
Артыңдан үләндәр тибрәлә,
Емелдәп ысыҡтары ҡойола.
Һин мине йыраҡҡа, йыраҡҡа, йыраҡҡа
Саҡырҙың да кеүек тойола.
Мин тиле онотоп донъямды,
Һин киткән яҡтарға юл алдым.
Зәңгәр күк офоҡтар, офоҡтар, офоҡтар,
Артына кереп һин юғалдың.
Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йыраҡҡа төбәлгән ҡарашың.
Офоҡта ҙур ҡояш, ҙур ҡояш, ҙур ҡояш,
Ҡағылма, янырһың, янырһың..."
Бына ошондай тарих менән бүлеште Гөлнур Нуриман ҡыҙы. Геройҙарҙың шәхси архивынан алынған фотола Рәзинә ханым һәм Нуретдиновтар ейәнсәрҙәре Сулпан менән Бөрө ҡалаһында 2014 йылда төшкән.
Читайте нас