Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Января 2020, 12:30

Владимир Путин ҡотланы

Түңәрәк дата – Өфөнөң һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләй Президент.

Рәсәй Президенты Владимир Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Дәүләт Башлығының телеграммаһы Кремль сайтында донъя күрҙе.
“Музейға яҡташығыҙ – мәшһүр рәссам, энтузиаст Михаил Васильевич Нестеров нигеҙ һалған. Ул тыуған ҡалаһына үҙенең, шулай уҡ башҡа бик күп талантлы оҫталарҙың үҙенсәлекле ижади эштәренән торған бай коллекцияһын бүләк иткән”, – тиелә ҡотлауҙа.
Президент әйтеүенсә, тап Нестеров йыйған коллекция “музейҙағы бай экспозицияның нигеҙен тәшкил итә”. Түңәрәк дата – Өфөнөң һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләй Президент. “Бик күп быуын хеҙмәткәрҙәрҙең юғары компетентлығы, һоҡланғыс һөнәри йолалар һөҙөмтәһендә музей сәнғәт һөйөүселәр араһында лайыҡлы абруйы ҡаҙана, ә уның фондтары өр-яңы ҡыҙыҡлы экспонаттар менән байыҡтырыла”, – тине Владимир Путин.
Дәүләт Башлығы учреждение коллективына һөнәри уңыштар һәм художестволы, рухи, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса һөҙөмтәле эш теләне.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас