Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Января 2020, 13:27

Шағирҙың ете ҡуҙы

Ҡабатлағандан доға иҫкермәҫ, ти халыҡ мәҡәле, шуға күрә үҙенең шәхестәре, даһиҙары хаҡында халыҡ күпме генә һөйләһә лә, йырлаһа ла, был һис кенә лә бер ҡылда көй уйнау кеүек ҡабул ителмәй. Киреһенсә, танһыҡ моңдо төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙы хәтерләтә, сөнки һәр автор теге йәки шәхес хаҡында үҙ фекерен әйтергә, үҙ ҡарашын белдерергә тырыша.

Ҡабатлағандан доға иҫкермәҫ, ти халыҡ мәҡәле, шуға күрә үҙенең шәхестәре, даһиҙары хаҡында халыҡ күпме генә һөйләһә лә, йырлаһа ла, был һис кенә лә бер ҡылда көй уйнау кеүек ҡабул ителмәй. Киреһенсә, танһыҡ моңдо төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙы хәтерләтә, сөнки һәр автор теге йәки шәхес хаҡында үҙ фекерен әйтергә, үҙ ҡарашын белдерергә тырыша. Бер ҡараһаң, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабич хаҡында кеше аптыратырлыҡ бер ниндәй яңылыҡ та әйтеп булмаҫ, әммә күрәҙәлек, алдан тойомлау кеүек сифаттар хас булған был шиғриәт шулай уҡ һәр заманда көнүҙәк булыр, тигән фекергә киләһең. Хәйер, уйҙарым менән уртаҡлашыу өсөн Ш. Бабичтың ижад донъяһына тағы ла бер тапҡыр күҙ һалырға саҡырам. Ижад донъяһына, тим, унда һүҙ шиғриәте хаҡында ғына бармаҫ. Ә Бабич ижады усағында һаман да баҙлап ятҡан ете ҡуҙ хаҡында.


Сарсаған булған башҡорт ере Шәйехзада һүҙенә


Н. Чернышевскийҙың “Патриот – ул тыуған иленә хеҙмәт иткән кеше, ә тыуған ил – иң беренсе сиратта халыҡ” тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Эйе, Ш. Бабич ижадының юғары маҡсатлы, халыҡ өсөн йырланған йыр булыуы хаҡында Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, фольклорсы, ғалим Әхмәт Сөләй­мәнов, Бабичевтар шәжәрәһен өйрәнгән тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров кеүек ҡәләм оҫталары үҙ һүҙен әйтте. Үҙ сиратымда 24 йыл ғына йәшәү осоронда үҙен һүҙ, тел, моң, телмәр маһиры итеп танытҡан Шәйехзада Бабичтың ижады аша халҡы­быҙҙың бөгөнгөһөнә күҙ һалырға саҡырам.


1912 йылда үҙенең бер мәҡәләһендә шағир: “Эй, тиңдәштәр! Мин был йырҙа­рымды ҡаҙаҡта сағымда, мужик әйткән­дәй, тик ятҡансы бер “этлек” булһын, тип кенә яҙғайным. Быларҙы ташҡа баҫтырыу яғы, исмаһам, хәтеремә инеп кенә лә сыҡ­мағайны. Бәй, илгә ҡайтҡай­ным, иптәш­тәрем миңә сат йәбеште: “Эй, йә-йәй! Шиғырҙарың бик шәп икән, баҫтыр ғына, иптәш!” – тинеләр, йөҙәтеп бөтөрҙөләр. Мин уларға: “Был төҫһөҙ һүҙҙәрҙе нисек итеп баҫтырмаҡ кәрәк?!” – тинем дә ни, бер ҙә ҡолаҡтарына инмәне шул. “Китапсыларҙа һинекенән дә алама шиғырҙар, көйлө хитаптар бар бит! Уларға ҡарағанда, һинеке биш артыҡ...” кеүек һүҙҙәр менән үҙ уйҙарын ипләй генә бирҙеләр”, – тип яҙа. Күктәр илсеһе Шағирҙы Ваҡыт, Замана, Халҡы тыуҙыра. Сарсаған булған башҡорт ере Шәйехзаданың сая, ҡыйыу, ярһыу һүҙенә.


1914 йылда Бабич “Халҡым өсөн” шиғырында:

Ап-аҡ алтын йырҙарымды

Йырламыйм данлыҡ өсөн,

Йырлаймын алтын илем өсөн,

Үҙ туған халҡым өсөн,

– тип берсә бөркөттәй ҡанат кирһә,

Иламайым мин көндәрем Һырғаҡ,

һыуыҡ һалҡын өсөн,

Илайым тик ярлы, меҫкен,

Ҡыҙғаныс халҡым өсөн,

– тип ғорур башы эйелә. 1915 йылда ул һәр милләттәшен “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде” тип мәғәнәле, маҡсатлы яҙмышҡа өндәй. Бер быуаттан һуң да шағирҙың йөрәк ауаздары бөгөнгө хаҡында төҫлө тойола.


1916 йылда яҙылған “Көтәм” шиғыры өмөт бүләк итһә лә, “аҡ көн тыуғанын көтһә” лә, асылда бит хәлдәр былайыраҡ:

Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,

Балҡый йәннәт нуры – гөлостан,

Меҫкен башҡорт ауылын килеп

күрһәм,

Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан,

Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа

Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,

Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,

Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.


Ниндәй хәлдә һуң бөгөнгө башҡорт ауылы? Һандарға, статистикаға туҡталып тормайым, әммә командировкаларға йөрөгәндә, ауылға ҡайтып килгәндә күргәндәрҙән сығып фекер йөрөтөүе ауыр түгел. “Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр” тигән юлдар бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип кем әйтә алыр: бер ҡараһаң, йәндәре бар, хәрәкәт итәләр, әммә рухтары һүнгән, үләт йоҡоһона бирелгән ха­лыҡ. Белмәйем, башҡортҡа үҙенең бөйөк милләттең вариҫы икәнен аңлатыу өсөн ниндәй йөрәк ялҡындары кәрәк икән?!


“Кем өсөн?” тигән киң билдәле шиғы­рын Ш. Бабич 1916 йылда яҙа: “Ал да сәс нур халҡыңа!” тигән юлдары һәр милләттәштең рухи маяғы булһа ине лә бит... Ошо булыр беренсе ҡуҙ. Ул беҙҙә дөрләргә әҙерме? Һуңғы йылдарҙағы рухи күтәрелештәр, бигерәк тә төрлө өлкәләрҙә йәштәрҙең балҡышы ҙур өмөт уята.


1917 йылда яҙылған “Тупраҡ” шиғы­рын тулыһынса килтерәм:

Тупраҡ – беҙҙең анабыҙ,

Беҙ тупраҡҡа балабыҙ.

Тупраҡ, тупраҡ, тупраҡ!

Күкрәктәге сәмабыҙ.

Тупраҡ беҙҙең атабыҙ,

Беҙ тупраҡҡа ятабыҙ.

Тупраҡ ҡәҙерен аңламау –

Беҙҙең өлкән хатабыҙ.

Тупраҡ өсөн яналыйҡ,

Тупраҡҡа шәмдәр һалалыйҡ,

Үҙебеҙҙең инәбеҙҙе

Үҙебеҙгә алалыйҡ!

Тупраҡ башҡорт бәхетелер,

Бәхетебеҙҙең тәхетелер.

Тупраҡ ҡалһа истиҡбал

Нурлы, раушан яҡтылыр.

Тулыр илгә батырҙар,

Аҡ шоңҡарҙай аҡындар,

Арыҫландай айҙарҙар

Әйләнеп үк ҡайтырҙар.

Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ,

Бүтәнсә юҡ сарабыҙ.

Тупраҡ китһә, һау бул, донъя,

Өҙөлмәктер самабыҙ.


Урал ере – мәңгелек йортобоҙ


Ер, тупраҡ – башҡорт халҡы өсөн мөҡәддәс, изге төшөнсәләрҙең береһе. Ашатҡан да, кейендергән дә – ер. Хәйер, уның өсөн генә лә түгел, ә кендек ҡаны төшкән ҡара тупраҡта ата-бабалар рухы, хәтере, быуындар бәйләнеше, борон­ғолоҡ аһәңе һаҡлана. Юҡҡа ғына халыҡта элекке дәүерҙәрҙән үк, Уралды, ерҙе һаҡлағыҙ, тигән васыят телдән-телгә әйтелеп, һаҡланып килмәй, күрәһең. Уралһыҙ ҡалмаҫ башҡорт, Уралы – урманһыҙ. Урал батырҙың исеме бөгөн халыҡҡа яңыса әйләнеп ҡайта. Халыҡ эпосты ятлап ҡына ҡалмай, Уралдан ҡалған ерҙән яңы ҡеүәт, мәғәнәүи көс алып күтәрелә.


Тәбиғәт ҡосағында үҫкән, йәшәгән баш­ҡорт – ул тәбиғәт балаһы, ҡырағай йән эйәһе, ә уны тәбиғәттән – урман-тауынан мәхрүм итеү һәләк итеү менән бәрәбәр. Ни өсөн Кавказды берәү ҙә яулай, ундағы халыҡты ҡырып бөтөрә алмай? Сөнки инеп ҡасырлыҡ, яралар бәйләрлек ышыҡтары – Ҡаф тауҙары, урмандары бар!


“Көтәм” шиғырында Ш. Бабич юҡҡа ғына: “Килер микән аҡ көн беҙгә лә тип, Уралҡайға ҡарап илайым...” – тимәгәндер. Ошо уҡ фекерҙе шағир “Список №9” шиғырында ла дауам итә: “Эй, туған башҡорт, әгәр булмаһаң бәдбәхет, Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә алтын тәхет”. Икенсе ҡуҙҙан осҡон тоҡанырмы башҡорт ерендә? Тоҡаныр, тип фекер йөрөтәйек. Урал ере – беҙҙең мәңгелек йортобоҙ.


Ә шағир үҙе тыуған еренә, уның тәбиғәтенә, халҡына, хатта һәр бер гөлсәскәһенә ғашиҡ! Ниндәй яғымлы, яҡты, нурлы һүҙҙәр менән иркәләй ул ғәзиз ерен! Сайпылып түгелгән хис-тойғоһон шиғыр юлдарына һалып:

Башҡортостан – гөлбостан,

Сөмбөлстан, нурбостан,

Былбылстан, рәйханостан...

Башҡортостан – йәмбостан...

Илһамыстан, шиғырстан,

Шунда тыуып, шунда үҫкән

Башҡорт атлы арыҫлан!

– тип яҙа.


Ошо шиғыр Башҡортостан Авто­номияһы өсөн көрәшкән заттарҙың ил-йорт өсөн бар йөрәк көсөн һалыуын, халҡына тәрән мөхәббәтен сағылдыра.


Улай ғына ла түгел, тыуған ере өсөн Бабич үҙ йәнен фиҙа ҡылырға ла әҙер булыуын, фажиғәле һәләк булыуын алдан күҙаллаған “Олуғ шатлыҡ” шиғы­рында:

Үләм... Ташам... Тормайым, ашамайым,

Үкенмәйем инде үлһәм дә...

Үкенмәйем, инде тыуған йортҡа

Күкдин ҡарап көлөп торһам да... – тиһә, “Ғәскәр доға”һында үҙенә үлем ҡарарын сығарғандай фекер йөрөтә:

Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,

Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!

Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!


Өсөнсө күрәҙәлек ҡуҙы башҡорт ерен ҡурсаларҙай һүҙ оҫталары йөрәгендә яңынан ҡабыныр, тип теләйек. Һиҫ­кәндерерлек күрәҙәлек кәрәк бөгөн!


Шағир бөтә рухи халәтен, булмышын, оҫталығын Башҡортостанды өр-яңынан тыуҙырыуға һалырға тырышҡан. Уҙған быуат башында йәшәгән шәхестәр Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Фәйзи Ғәскәров, Шә­йехзада Бабич, әйтерһең, Күктәр тарафынан махсус рәүештә башҡорт еренә, иленә яңы һулыш өрөр өсөн ебәрелгән. “Ҡурайҡайға” шиғырында шағир Шә­йехзада:

Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп,

Килде, ҡурай, һайрар миҙгелең,

Якты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,

Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгереп! – ти.


Әле генә ул беҙ – ҡурайсылар конкурстары, байрамдары ойошторолоп торғас, меңәр ҡурайсы бер юлы башҡорт көйҙәрен уйнағанын ишеткәс, моңдан наҙланабыҙ, моңға иҙрәйбеҙ, иркә­ләнәбеҙ. Ә бит заманында ҡурай уйнау ҙа тыйылған, ҡурайсылар ҙа һирә­гәйгәндән-һирәгәйгән. Шөкөр Хоҙайға, Бабичҡа ҡушылып:

Килде заман, инде шатлан, ҡурай,

Йәмле тауышың илгә яңғыраһын! – тип әйтәбеҙ.


Яңыраҡ халыҡ хөкөмөнә сығарылған “Беренсе Республика” фильмы хәлдәрҙең аянысын сағылдырҙы түгелме ни?!

Дүртенсе – ҡурай ҡуҙының осҡондары бөгөн башҡорт ерендә ялҡын, усаҡ булып ҡабынды. Улар үҙҙәренең боронғо ауаздары менән йәнде имләй, ата-бабалар, тамырҙар менән бәйләнеште нығыта, халҡыбыҙҙы тағы ла оҙаҡ йылдарға, мәңгелеккә Ер шарына бәйләй, шул уҡ ваҡытта ҡанатлы итә.


“Башҡортостан исән ҡала дисәң, Бер жаныма миллион үлем бир!” Бына ҡайҙа ул бишенсе ҡуҙ! Атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыр алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы азатлыҡ йырсыһы, дәүләт эшмәкәре, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда сыҡҡан “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” китабын нәшер итте. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: унда шиғырҙар шағир нисек яҙған – шулай һәм факсимиле яҙмалары бирелгән. Мәҫәлән, киң билдәле “Башҡортостан” шиғыры былай яңғырай:

Башҡортостан – гөлбостан,

сөмбөлөстан, нурбостан,

Шунда тыуған, шунда үскән башҡорт

атлы арыслан!

Арысланнар үз ерен залимдардан

таптатмас,

Таптаймын дип атласа, башҡорт

ҡаны атлатмас.

Ил өстөнә чапкан яу башҡорт

жанын ҡаҡшатмас,

Бычраҡ табан астында башҡорт

намысы ятмас!


Бер быуат эсендә башҡорт әҙәби теле барлыҡҡа килгән, уның үҙ ҡанундары бар. Әммә башҡорт теленең һөйләш­тәрен, диалекттарҙы беҙ һаҡларға бурыс­лыбыҙ! Улар – “Башҡорт теле” тигән ҙур даръяның саф инештәре. Бабич бөгөнгө төньяҡ-көнбайыш диалектында ижад итһә, Аҡмулла ла әҙәби башҡорт телендә һөйләшмәгән, ижад итмәгән бит. Ру­хиәтебеҙ моңсолдары тап үҙҙәренең төбәге һөйләшкән телдә яҙған, сығыш яһаған. Әҙәби телебеҙ бәҫен белеп, диалекттарҙың боронғолоғон таныйыҡ.


Бабичтың йөрәктә ялҡындар дөрлә­терлек алтынсы ҡуҙы – ул Мөхәббәт – ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһында дөрләгән мөхәббәт ҡуҙы. 24 йәшендә ул нимә генә кисереп өлгөргән инде, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Шағир йөрәгенә тотош донъя, Ваҡыт һыя, Мөхәббәт уға – илһам сығанағы, һуң кемегеҙ яратмай:

Матур һындар, матур ҡыҙҙар,

Матурһындар,

Әйткән саҡта, исемегеҙ матур

сыңлар.

Һеҙҙе күреп, йәмгә сумып, киттем

иреп,

Ғаҡылһыҙҙар: “Ғаҡылһыҙ!” –

тип баҡырһындар.


“Кил, сибәр”, “Минең фәрештәм”, “Сабиә”, “Сажидәгә”, “Зөһрәгә”, “Әҡли­мәгә”, “Мөхәббәт тотҡоно”, “Шәмсеҡә­мәргә” кеүек бағышлауҙар, күңелдең иләҫ-миләҫ саҡтарын тасуирлаған шиғырҙарҙан тыш, Бабичтың ҡыҙҙарға арнауҙарҙан ғына торған “Исемдәр баҡсаһы” бар бит әле. Был хаҡта бына ул нимә ти:

Ҡәләмемә күңел енен ҡағылдырған,

Тиле күңелде үҙ юлына абындырған

Ике нәмә – әүәле Алла, икенсе – ҡыҙ,

Бәндәләрҙе ҡөҙрәтенә табындырған.


Ана шундай тетрәндергәс тойғо кисереп баға Бабич ҡатын-ҡыҙға! Ша­ғирҙарҙың ҡайһыһы гүзәл затты Алла менән бер тиңдәй күреп сағыштырғаны бар әле?! Бары тик Бабич ҡына шулай әйтә ала: үҙе әллә кеше, әллә Алла, әллә шиғыр ене ҡағылған йәш йөрәк?! “Исемдәр баҡсаһы” 41 ҡыҙға бағыш­ланған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уны ҡанатлы Бабич тиһә, мин мөхәббәтле Бабич тип атайым!


Бабичтың етенсе ҡуҙы ул баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡағылышлы тойғо булыр. Әгәр ҙә был хаҡта 1916 йылда “Өфө ҡыҙыҡтары”, “Өфө тигеҙһеҙлектәре” тигән мәҡәләләрендә яҙып ҡалдырһа, авторын, датаһын ҡуймайынса, бөгөнгө йәмғиәт кешеһе хәҙерге ваҡиғалар, хәлдәр тип ҡабул итер ине төҫлө. “Өфө тигеҙһеҙ­лектәре” мәҡәләһендә һүҙ милли сәхнә, сәнғәт хаҡында бара. “Өфө ҡалаһына беренсе мәртәбә килгәс тә, ҡаланың тау өҫтөндә соҡорло-саҡырлы бер уңайһыҙ ерҙә икәнен күреп, “тигеҙһеҙ” ергә һалынған икән, тинем”, – тиеүе еңелсә юмор, үҙ-үҙенә, тормошона сарказм менән ҡараған Бабичтың Өфөгә, Өфөнөң милли сәнғәткә мөнәсәбәте хаҡында һөйләй. “Йәшәһен туған тел – яңы милли сәхнә!” – тип тамамлай автор мәҡәләһен.


Шөкөр, бөгөн башҡорт фольклоры ла, профессиональ сәнғәт тә – өфөләрҙең түрендә. Әммә һиҫкәнеү тойғоһо бер ҡасан да зыян итмәҫен автор “Өфө ҡыҙыҡтары” мәҡәләһендә лә бер тапҡыр раҫлай. “Йоҡлата был Өфө, һүндерә был Өфө: эре генә әҙәмдәрҙе лә ваҡландырып ваҡлыҡҡа күндерә Өфө”. “Ваҡландыра был Өфө, ағас атҡа атландыра был Өфө, ҡып-ҡыҙыл сырайлы ғына егеттәрҙе ыҫмалаға буяп талпындыра был Өфө...” “Ғәлиә”нең есеме Өфөлә булһа ла, рухы менән Мәскәүҙә “Вафаһыҙ был Өфө” Сафаһынан яфаһы күп был Өфөнөң!” Әлбиттә, башҡорттоң Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт сәнғәте – шиғриәте, йыры, бейеүе, ҡурайы ҙур ҡаҙаныштар яулауын күреп, Шағир сикһеҙ ҡыуаныр ине. Моғайын, ыңғай үҙгәрештәр уның күңел талпыныштары ярҙамында ла тормошҡа ашырылған, ашырыла, ашырылыр. Әммә ер үр яулағандан, уның ситенән һа­лындырып ултырһаҡ, Бабич һымаҡ Өфөлә ышыҡ таба алмай йөрөүең дә ихтимал, милләттәш. Ул бит юҡҡа Ырымбур, Темәс, Йылайыр, Ҡыйғаҙытамаҡ тип ашҡынып тормаған. Өфөнөң ҡы­йыҡлы йорттары ла үҙ ышығына алһын ине башҡорт балаһын.


“Өфөлә әле лә Бабич өсөн тигеҙһеҙлек хөкөм һөргәндәй. Миллионлыҡ мегаполиста Шәйехзада Бабич исемен йөрөтөрлөк бер урам таба алмайбыҙ. Черниковка, Сипайлово, Дим, Глумилино кеүек Өфө төбәктәрендә түгел, ә тап баш ҡаланың үҙәгендә булһын ине ул урам. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы, “Ҡояшлы” микрорайонында әленән-әле яңы йорттар һалына, урамдар ҡалҡып сыға, моғайын, оҙаҡламай шуларҙың береһе был быуатҡа Бабич исеме менән бағыр!” – тип яҙғайным бынан бер нисә йыл элек, Аллаға шөкөр, ошо көндәрҙә Өфөлә Шәйехзада шағирға һәйкәл асылды! Ҡыуан, Шағир, ҡайттың Өфөңә!!!


Шиғриәт – ул мәңгелек донъя. Бабич ижадына мөрәжәғәт итеп, уның әҫәрҙәре аша уйлы уйын ҡорҙоҡ. Ҡабул ҡылығыҙ! Бәлки, һеҙҙең йөрәктәрҙә ул тағы ла әллә ниндәй ҡуҙҙарҙы тоҡандырыр!


Шәйехзада БАБИЧ


Афарин


Афарин һеҙгә, ирек сулпандары!

Афарин, ысын изгелек солтандары!

Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның

Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары.


Афарин, их... донъяға шатлыҡ килә,

Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә;

Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом;

Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә.


Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек,

Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек.

Афарин, әй һеҙгә миллион афарин;

Нурлы истиҡбал* яҡынлашҡан кеүек!


*Истиҡбал — киләсәк.



Бер муллаға


Унда барып ҡысҡыраһың: “Эсмәгеҙ, эске харам;

Эстениһәң — бөттөң, харап булдың, динең, малың

әрәм!”


Бында килеп: “Кем бара, — тиһең, — ҡалаға иртәгә?

Бер сирек алсы!” — тиһең, әйтһәм әгәр ҙә: “Мин барам”.


“Эсмәгеҙ!” тигән булаһың, әй араҡы мискәһе!

Дин әрәм һәм мал әрәм булғас, үҙең дә эсмәсе!


“Эстениһәң — бөттөң!..” имеш, һуң, ниңә үҙең эсәһең?

Әй кеше ҡайрап йөрөй торған ҡара ҡайраҡ ташы!



Салауат батыр


Салауат нисә йәшендә?

Йәшел бүрке башында...

(Халыҡ йырынан).


Салауат — ҡандай бәһлеүән?

Салауат — ҡандай бәһлеүән?

Даусан, яусан бәһлеүән,

Еңелмәүсән бәһлеүән.

Салауат — тиңһеҙ арыҫлан,

Салауат — тиңһеҙ арыҫлан,

Арыҫландай алышҡан,

Уғы алған алыҫтан.

Салауат — Урал балаһы,

Салауат — йөрәк ҡәғбәһе,

Ерҙә әнүәр кәүҙәһе,

Күктә зәңгәр шәүләһе.

Салауат дауҙы ҡайтарған,

Салауат яуҙы айҡаған,

Ҡылысы тауҙы аҡтарған,

Тауышынан күл сайҡалған.

Салауат — йәнле шәжәғәт,

Салауат мәңге сәләмәт,

Ҡаны беҙгә аманат,

Килтермәбеҙ яманат!



Әйҙә, милләт!


Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле:

Алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы.


Яҡты нурлы көндәрең — алдыңда. Был хаҡ вәғәҙәһе.

Ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе.



Байрам


Байрамҡайың, башҡорт, ҡотло булһын,

Шатлыҡ менән тулһын йөрәгең;


Бер Аллаңдан һора: изге көндә

Ҡабул ҡыл, тип, башҡорт теләген!


Теләй күрең, юҫыҡ, ҡустыларым:

Башҡорт халҡы бәйҙән сыҡһын! — тип;


Ирек алған иркен далаһында

Ҡыуанысман байрам итһен! — тип.


Ғәскәр доғаһы


Яһу аллам! Һинән һорап ярҙам,

Ярһып йөрөйөм үлем ауыҙында.

Үлһәм, шәһит булһам, ҡанлы кәүҙәм

Балҡып йөҙһөн ожмах хауызында.


Айа, ғафур, айа, рахман рәхим!

Рәхмәтеңдән ситкә ҡайырма!

Ҡурҡытмаһын мине шайтан ражим,

Ныҡ имандан мәңге айырма!


“Тау эйәһе” тәңрем, таштарыңдан

Беләгемә ҡаты ныҡлыҡ һал!

“Ут эйәһе” тәңрем, уттарыңдан

Йөрәктәргә үтмәҫ утлыҡ һал!..


Диңгеҙҙәрҙе сайҡап тулҡынлатҡан,

Эй, ҡөҙрәтле “диңгеҙ батшаһы!” —

Тулҡынланып мин дә дәрт-ғәйрәттән,

Диңгеҙ кеүек күкрәк ҡаҡһамсы!..


Раббым, һиңә һығына Башҡортостан,

Ишет мазлум башҡорт аһтарын!

Ҡан болото китһен инде өҫтән,

Һалсы рәхмәтеңде, ғаффарым!..


Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,

Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!

Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!



Читайте нас