Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Января 2020, 18:05

“Ҡартлыҡ – күңел торошо, ә паспорттағы һандар түгел”

"Йә, әйтегеҙ әле, кемдең етмеште артылғанда шундай шәп булғыһы килә?" – ти танылған йырсы, ZAINETDIN этно-проекты етәксеһе Заһир Зәйнетдинов.

Танылған шоумен, этнойырсы, ZAINETDIN этно-проекты етәксеһе Заһир Зәйнетдинов баш ҡаланың “Михайловские бабушки” коллективын барып күргән һәм үҙе ойошторған башҡорт бейеүе флешмобында ҡатнашып, еңеүселәр рәтенә ингән дәртле апайҙарға бүләген тапшырған.
Заһир тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә бүлешкән:
– Миңә апайҙарҙың “Ҡартайған өсөн бейеүҙән туҡтайҙар түгел, ә бейеүҙән туҡтаған өсөн ҡартаялар!” тигән фекере оҡшаны. Коллективта ҡатнашыусыларҙың йәше 65-тән 81-гәсә, әммә уларҙың тормошто яратыуына хайран ҡалырлыҡ, дәрт-дармандары ташып тора. Иртәнге ундан фитнесҡа йөрөйҙәр, 12 сәғәттә – бейеү, 15-тә – вокал, 18 сәғәттә – бассейн. Һәр минуттары файҙалы үтә! Йә, әйтегеҙ әле, кемдең етмеште артылғанда шундай шәп булғыһы килә?
Заһир Зәйнетдинов дәртле апайҙар менән видеояҙма ла төшөргән. Өлгөр егеткә лә, дәрт-дарманлы апайҙарға ла “Афарин!” тип әйтәһе ҡала.
Фото һәм видеояҙма Заһир Зәйнетдиновтың шәхси архивынан.
Читайте нас