Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ғинуар 2020, 20:30

Илсур Тайсин ниңә хәҙер артистарҙы эләкләмәй?

Бының сәбәбен артист үҙе бына нимә тип аңлатты...

Йә Фәрит Бикбулатовтың тауышы менән “Етегән шишмә”не һуҙған, йә Айҙар Ғәлимов ише “Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам” тип моңланған үҙенсәлекле талант эйәһе Илсур Тайсин һуңғы ваҡытта пародия жанрынан ситләшеп бара. Бының сәбәбен артист үҙе нимә тип аңлатты тиһегеҙме?
“Бөтә эш шунда: хәҙер пародия яһарлыҡ үҙенсәлекле тауышлы йырсылар юҡ кимәлендә. Йырлаусылар күп, ә айырып ҡына билдәләрлек таланттар юҡ. Мин эләкләһәм дә, күп тамашасы уларҙы танымаясаҡ. Пародия өсөн сағыу, ҡабатланмаҫ талант эйәһен генә һайлап алып була”, – ти Илсур.
Уның ҡарауы артист бөгөн үҙен яңы ролдәрҙә уңышлы һынай. Мәҫәлән, бына өс йыл инде ул ҡурайсы Ҡыш Бабай булараҡ халыҡты ҡотлай. “Шуныһы ҡыуаныслы саҡырыусылар йылдан-йыл арта. Кәрәк икән, башҡорт, татар, урыҫ һәм ҡытай телдәрендә ҡотлай алам”, – ти ул. Быйыл да был шөғөлө төшөмлө генә булған.
Артистың тормошона ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ – ул хәҙер хәйриә концерттары менән даими сығыш яһай. Мәҫәлән, кисә генә Өфө ҡалаһындағы “Именлек” ҡарттар йортона барып, бушлай концерт ҡуйып, ололарға байрам кәйефе бүләк итеп ҡайтҡан.
“Афарин” тибеҙ талантлы артисҡа һәм, әлбиттә, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Илсур Тайсиндың шәхси архивынан.
Читайте нас