Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Января 2020, 13:00

“Кәйеф – һуңғы Яңы йыл әкиәтен кисергәндәй...”

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, билдәле шоумен һәм алып барыусы Шәһит Хамматов үҙенең кәйефенең торошон билдәләп, социаль селтәрҙә түбәндәге яҙма ҡалдырған

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, билдәле шоумен һәм алып барыусы Шәһит Хамматов үҙенең кәйефенең торошон билдәләп, социаль селтәрҙә түбәндәге яҙма ҡалдырған:
“Йехоуууу! Кәйеф бөгөн һуңғы Яңы йыл әкиәтен кисергәндәй. 44 әкиәт, 44 фойе, спектаклдәр, корпоративтар, иртәлектәр, унан тыш, балаларҙың өйҙәренә Ҡыш бабай булып барыу... Был үҙенә күрә бер сәмле театраль “марш-бросок” булды, тип әйтергә мөмкин. Рәхмәт, барыһы ла шәп һәм текә килеп сыҡты. Унан тыш, Bojayға (шоумен, алып барыусы – редакциянан) хеҙмәте өсөн рәхмәтлемен. Ҡасан да булһа, мин һиңә Әбйәлил районындағы бесәнлектәрҙе күрһәтермен һәм, моғайын, һин унда, мәңгелеккә ҡалырһың. Ә хеҙмәттәштәремде тағы берҙе байрамдар менән ҡотлайым һәм яҡшы ялдар теләйем”, - тип сәләмдәрен ебәрә актер уның талантына табыныусыларға. Әйткәндәй, ул Bojay менән бергә төшөргән күңелле видеояҙма ла тәҡдим иткән.
Билдәле булыуынса, Шәһит Хамматов күптәргә театрҙағы ролдәренән тыш, башҡа мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, сағыу алып барыусы булыуы менән дә билдәле. Уның баш ҡалалалағы “Өфө-Арена”ла үткән хоккей уйындарына Хоттабыч ҡарт булып кейенеп барыуы һәм көйәрмәндәрҙе дәртләндереүе генә ни тора! Актерға был йыл тик уңыштар килтерһен!
Фото һәм видео актерҙың шәхси архивынан.
Читайте нас