Йыр-моңға маһир, данлыҡлы зат вәкиле булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин былтырғы йылда шәхси йортона күсеп, күршеләре менән аралашып йәшәүҙән йәм таба.
– Иң ихлас мөнәсәбәттәр, ысын тормош ауылда икән ул! Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан йорт һатып алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Күршеләребеҙ менән танышып, дуҫлашып китеүебеҙгә бик шатбыҙ, бер-беребеҙгә алдан әйтмәй, ишек шаҡымай тигәндәй барып инәбеҙ, - ти йырсы.
Әле бына Яңы йыл алдынан уға күршеһе Радик Ғайсин яңы йыр өйрәткән. Дөрөҫөрәге, Рәмил Туйсиндың күршеһе был йырҙы уҙған быуаттың 80-се йылдарында үҙе лә яратып башҡарған булған икән.
- Йырҙа “Кире ҡайтмай бит ул ғүмерҙәр” тигән юлдар бар. Эйе, ғүмер шул тиклем шәп уҙа, әммә, әйҙә, йылдарҙы йылдар алмаштырһын, иң мөһиме – улар именлектә үтһен. Йырлап йәшәйек, дуҫтар! – ти Рәмил.
Фото һәм видео Рәмил Туйсиндың шәхси сәхифәһенән.