Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Января 2020, 17:25

Сәхнәлә – ир-егеттәр генә

Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йорто сәхнәһен бер кис көслө зат баҫып алды...

Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йортонда “Һеҙҙең өсөн ир-егеттәр йырлай” тип аталған кисә юғары кимәлдә үтте.
Һәр сығыш залда ултырыусыларҙың көслө алҡыштары менән оҙатылды. Сығыш яһаусыларға ҡушылып, тамашасылар үҙҙәре лә йырланы һәм бейене.
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең “Йәшлек” рок төркөмө йәш музыканттары сығышы айырыуса һоҡландырҙы.
Фото район хакимиәте мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас