Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Января 2020, 06:00

Йырлап асыла күңел

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Йырлы ҡар бөртөктәре” тип аталған вокаль конкурс үтте.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Йырлы ҡар бөртөктәре” тип аталған ҡала вокаль конкурсы үтте. Балалар сәнғәт мәктәбе ойошторған йыр бәйгеһендә төрлө йәштәге йырсылар үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Иң бәләкәй сығыш яһаусылар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре булһа, йәштәре 70-кә етеүселәр ҙә йырлап ярышты.

— Бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалғаным юҡ. Сәхнәлә сығыш яһауыма быйыл 47 йыл була, - ти “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы Дамир Аҡназаров. — Был сара ҡыш темаһына арналғас, беҙҙең ижади төркөм аҡ миҙгелгә бағышланған йыр әҙерләне.

Вокаль конкурстың һайлап алыу турында ҡатнашҡан иң шәп йырсылар 13 ғинуарҙа Иҫке йылды оҙатыу сараһында ҡаланың Үҙәк майҙанында сығыш яһаясаҡ.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас