Вилдан Яруллин Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Былтыр июндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының директоры вазифаһына тәғәйенләнде, әммә сәнғәт һөйөүселәр уны тәү сиратта данлыҡлы “Каруанһарай” төркөмө йырсыһы булараҡ белә һәм ярата. Йырсы, төркөмдөң солисы булыу менән бер рәттән, оҙаҡ йылдар уның художество етәксеһе йөгөн дә тарта.
– Вилдан Хәлидәр улы, ғәҙәттә, йыл алмашынғанда беҙ иң тәүҙә үткәненә, башҡарған эштәргә йомғаҡ яһайбыҙ. 2019 йылды ниндәй хис-тойғолар менән оҙаттығыҙ? Ғөмүмән, йыл нисек үтте?
– Иң тәүҙә шуны билдәләп үтергә теләйем: уҙған йыл ҙур сараларға бай булды. Республикабыҙға 100 йыл тулыуҙы киң даирәлә билдәләнек, сәнғәт кешеләре өсөн уның Театр йылы булараҡ нарыҡланыуы ла айырым әһәмиәткә эйә булды. Ошо ваҡиғалар солғанышында йәшәп, беҙгә “Каруанһарай” төркөмө менән күләмле сараларҙа, мәҫәлән, Сибайҙағы “Инвест-форум”да, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барған көндәрҙә Торатау итәгендә үткән йыйында, Өфөләге “Ватан” этнопаркында, “Башҡортостан” концерт залында сығыш яһарға тура килде. Дөйөм алғанда, йыл матур иҫтәлектәр, ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залының уҙған йылдағы эшмәкәрлеген барлап та тик яҡшы үҙгәрештәр тураһында әйтә алам. Мин директор булып тәғәйенләнгәнгә ҡәҙәр бында 14 коллектив эшләй ине, уларҙың һанын тағы берәүгә арттырырға насип булды. Земфира Рәшитова тигән һәләтле ҡурайсы ҡыҙыбыҙ этно-төркөм ойоштороп ебәрҙе. Төркөм ҡыҙҙарҙан ғына тора, һәм улар ҡурай менән бер рәттән ҡыл ҡумыҙ, думбыра кеүек халыҡ ҡоралдарында уйнауҙы ла теләп үҙләштерә. Быйыл уларҙың тәүге сығышын күрербеҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
– Белеүебеҙсә, шәхси планда ла уҙған Ҡабан йылы һеҙҙең өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды...
– Ысынлап та, шәхсән үҙем өсөн дә 2019 йыл ныҡ уңышлы булды: Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исемгә лайыҡ булдым, яңы вазифала эш башланым. Тағы ла бер шатлыҡлы яңылығым менән уртаҡлашып үтәйем: ноябрь айында “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләндем.
– Яңы вазифаны нисек ҡабул иттегеҙ, икеләнеү кеүек хис-тойғо булманымы?
– Бер ниндәй ҙә икеләнеү булманы. Был эш минең өсөн ят түгел. Бында мәҙәни тормош ҡайнап тора, шуға күрә, сәнғәт кешеһе булараҡ, һәр нәмә күңелгә яҡын. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемде һыуҙағы балыҡтай тоям, рәхәтләнеп эшләйем. Аллаға шөкөр, коллектив һәйбәт, берҙәм, эшлекле. Беренсе көндән хеҙмәткәрҙәр тарафынан йылы мөнәсәбәт тойоу ышаныс, дәрт өҫтәне.
– Коллектив тураһында һүҙ башлағас, яҡынданыраҡ та таныштырып үтһәгеҙ ине. Белеүебеҙсә, бында билдәле, танылған ансамблдәр, төркөмдәр тупланған...
– Ҡайһыһындыр айырып әйтһәм, килешерме икән? Ғаиләлә нисә бала булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да тигеҙ яратаһың бит, бында ла шулай. 15 коллективтың һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһе ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларҙы таныштырыу маҡсатында бер нисәүһен атап үтәйем. Мәҫәлән, “Йатаған” этно-рок төркөмө, “Поколение” халыҡ академия хоры киң билдәле. “Вираж”, “Ренессанс”, “Дива”, “Шаян” кеүек бейеү коллективтарының һәр береһенең үҙ йүнәлеше бар. Петр Шеин исемендәге “Өсөнсө быуын” бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Әйткәндәй, уның балалар студияһы ла бар. Коллективтарҙың туғыҙы “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәренә лайыҡ. Беҙҙә дүрт йәштән 75 йәшкәсә ике меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.
– Үҙегеҙ етәкселек иткән коллективтарҙы ғаилә менән сағыштырып үттегеҙ. Әйҙәгеҙ, тыуып үҫкән мөхитегеҙ менән дә яҡынданыраҡ танышайыҡ. Ниндәй ғаиләлә, ниндәй ҡиммәттәрҙә тәрбиәләндегеҙ?
– Һигеҙ балалы ҙур, татыу ғаиләлә тыуып үҫтем. Мин – ғаиләлә төпсөк, йәғни кинйә малай. Шулай ҙа иркәләнеп ултырманым, бер туған өс ағайым үҙ ыңғайына, үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Быны ниндәйҙер кимәлдә хатта “спартан тәрбиәһе” тип әйтә алам. Эсеү, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр уларҙың үҙҙәре өсөн дә, минең өсөн дә ят булды.
Атай-әсәйем кесе йәштән намыҫлы, тәртипле булыу, ололарҙы ихтирам итеү кеүек матур сифаттарҙы һеңдереп үҫтерҙе, хеҙмәт яратырға өйрәтте. Күмәкләп ҙурыраҡ эш башҡарһаҡ йәки берәй өмә булһа, күршеләрҙән көрәк, тырма, утын ярырға өҫтәмә балта алып торабыҙ. Атайым уларҙы эш бөтөү менән индереп биреүҙе талап итә торғайны. Кеше малына ҡул һуҙмағыҙ, кеше өлөшөнә теймәгеҙ, тип өйрәтте ул.
Ошо аҫыл ҡиммәттәрҙе әле лә тоторға тырышам. Ана шул беҙҙең быуынға атай-әсәйҙәр тарафынан һеңдерелгән итәғәтлек, киң күңеллелек, миһырбанлыҡ кеүек сифаттар бөгөнгө йәштәрҙә күберәк булһын ине.
– Йырға һәләт ҡасан барлыҡҡа килде?
– Үҙемде белә-белгәндән йырлайым. Моң яратҡан ғаиләлә үҫтем, атайым менән әсәйем башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. “Илсе Ғайса”, “Байсауыл”, “Уйыл” кеүек аҫыл ҡомартҡыларыбыҙҙы иң тәүҙә уларҙан ишетеп өйрәндем.
Балалар баҡсаһына йөрөгән сағымда ике туған ағайым Хәлит Яруллин менән икебеҙгә лә гимнастерка кейҙерәләр ҙә байрам һайын “Крейсер “Аврора”ны йырлата торғайнылар. Мәктәптә уҡыған осорҙа ла сәхнәнән төшмәнем. Музыканан уҡытҡан Саяр Ҡорбан улы Усмановҡа ҙур рәхмәт, йыр сәнғәте буйынса тәүге белемде ул бирҙе. Өфөгә, ҙур ергә уҡырға китергә теләгем көслө булһа ла, атай-әсәй ебәрергә теләмәне. Ғөмүмән, йырсы булыу – бала саҡ хыялым, тип әйтә алам. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, ошо хыялымды тормошҡа ашырырға яҙҙы.
– Һеҙ студент саҡта уҡ егеттәр менән “Каруанһарай” ансамбленә ойошоп, ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙөгөҙ. Халҡыбыҙ ҙур, яңы рухи күтәрелеш кисергән осорҙа был төркөм үҙе бер сағыу күренеш булды. Ғөмүмән, нисек тыуҙы был идея?
– Дуҫтар менән һөйләшеп, аралашыу мәлендә тыуған башланғыс ул. Тәүҙә исемһеҙ генә йырлап йөрөнөк, гастролдәргә лә сыҡтыҡ. Бер мәл беҙҙең Учалы районы композиторы Рәмил Ғимранов: “Егеттәр, “Каруанһарай” тигән исемде һайлағыҙ”, – тип кәңәш итте. Беҙгә оҡшаны, ғөмүмән, төркөмөбөҙгә был исем килеште, тип уйлайым. Быйыл төркөмөбөҙгә 30 йыл тулды. Юбилей уңайынан ҙур концерт әҙерләйбеҙ. Уны бер ниндәй фонограммаһыҙ, тап элеккесә, 90-сы йылдарҙағыса, йәнле, йәмле итеп уҙғарырға ниәтләйбеҙ.
– Һеҙҙеңсә, “Каруанһарай”ҙың оҙон ғүмерле булыуының, әле булһа зал тулы тамашасы йыйыуының сере нимәлә?
– Сере ябайҙыр, тип уйлайым: беҙ – ауыл малайҙары. Барыбыҙ ҙа ябай, ихлас. Ошо өс тиҫтә йыл дауамында бер ғаилә кеүек туғанлашып бөттөк. Шатлыҡтарыбыҙ ҙа, ҡайғыларыбыҙ ҙа уртаҡ. Тормош бер урында тормай – атай-әсәйҙәр олоғайып, баҡыйлыҡҡа күсә. Бына шундай ауыр мәлдәрҙә гел бергәбеҙ, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә тырышабыҙ. Ырымбур тарафтарына юл төшһә, иҫән сағында Артурҙың ата-әсәһе, хәҙер инде туғандары ҡолас йәйеп ҡаршы ала, Учалыла – беҙҙекеләр, Ейәнсурала – Рәсүлдекеләр.
Үҙ-ара бәхәсләшеп тә китә инек, әммә уларҙың барыһы ла ижадҡа ҡағылышлы булды. Яңы йыр яҙҙырһаҡ, һәр кем үҙ фекерен белдерә, үҙ ҡарашын яҡлай, һөҙөмтәлә шундай матур ижад емештәре тыуа.
Төркөмдөң оҙон ғүмерле булыуының тағы бер сере – беҙ бер ҡасан да аҡса артынан ҡыуманыҡ. “Илем, телем, халҡым” тип йырҙар йырлағанбыҙ икән, уларҙы шоу өсөн йәки кеше ыңғайына эйәреп башҡарманыҡ. Көнөнә икешәр, хатта өсәр концерт ҡуйған ваҡыттар булды. Әммә ундай осраҡта ла табыш алыуҙы беренсе планға ҡуйманыҡ, халыҡтың беҙҙе ихлас саҡырыуын, көтөүен белгәнгә күрә, ихлас күңелдән сығыш яһай инек. Әлбиттә, дәүер ҙә икенсерәк булды, халыҡтағы рухи күтәрелештән күңелебеҙгә дәрт-дарман алып, ҡанатланып эшләнек, йырҙар ижад иттек. “Каруанһарай” менән илебеҙҙең ҡайһы ғына төбәгендә булманыҡ: күрше Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Себер тарафтары, Чечен, Ингуш республикалары, Мәскәү, Төркиә...
– Йырсы булыу – бала саҡ хыялым, тинегеҙ, шулай ҙа был юлды һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?
– Фермер булып, үҙ хужалығым менән шөғөлләнер инем, моғайын. Тәбиғәттә булыу оҡшай. Һунарға йөрөйөм, тик минең өсөн йәнлек аулау түгел, ә тәбиғәткә яҡын булыу, уның менән аралашыу, урман-ҡырҙар гиҙеү яҡыныраҡ.
Өфө янындағы йортобоҙҙа бәләкәй булһа ла хужалығым бар, тауыҡ, ҡуян, бал ҡорто үрсетәм, ҡырҙа йылҡы малы аҫрайым. Ғөмүмән, һәр нәмәлә тәбиғилекте яратам, йортто ла ағастан һалдым. Ағас еҫе бала сағым үткән тыуған йортомдо хәтерләтә. Өйөбөҙҙөң ишектәре туғандарға, дуҫтарға һәр саҡ асыҡ. Мин унда ҡала ығы-зығыһынан ял итәм, көс-дәрт, илһам туплайым.
– Башланып торған йылға ниндәй уй-ниәттәр, пландар менән аяҡ баҫаһығыҙ?
– Яңы йылға изге ниәттәр, матур хыялдар менән аяҡ баҫтыҡ. Бына Мәскәүҙә Кремль һарайы бар, ул илебеҙҙең төп мәҙәни усағы кеүек ҡабул ителә. Беҙҙең “Башҡортостан” дәүләт концерт залын да шул кимәлгә күтәреп, тағы ла сағыуыраҡ, тағы ла дәрәжәлерәк итеп, ҙур саралар үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Улар мәртәбәле, юғары һөнәри кимәлдә, шул уҡ ваҡытта халыҡсан да булырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк, уға күптән әҙерлек алып барыла. Беҙҙә лә эш ҡайнай, коллективтар әҙерләнә, костюмдар тегелә.
Былтыр ноябрҙә 90-сы йылдар төркөмдәрен бергә туплап, ҙур концерт ойошторғайныҡ, уны ҡабатлап ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп булды, шуға күрә март айында әлеге концертты тағы бер тапҡыр ойошторорға ҡарар иттек. Алдараҡ әйткәнемсә, “Каруанһарай”ҙың юбилей концертына әҙерлек бара. Күреүегеҙсә, башланып торған йылға аныҡ, матур маҡсаттар билдәләнгән, уларҙы имен-аман тормошҡа ашырырға яҙһын!
– Амин, шулай булһын! Һәр яңы башланғысығыҙҙа, эштәрегеҙҙә уңыштар насип итһен!