Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Января 2020, 14:09

Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!

Һөйөнсө: "Бабич" һәм "Беренсе Республика" фильмдары авторҙарынан шәп яңылыҡ!

Һөйөнсө: "Бабич" һәм "Беренсе Республика" фильмдары авторҙарынан шәп яңылыҡ!
27 ғинуар 19.00 сәғәттә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған "Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!" әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк.


Һеҙҙе Рәми шиғриәте аша мөхәббәт, Тыуған ил һәм кешелек тураһында һөйләшергә, халыҡ шағирының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға ҡушылып йырларға саҡырабыҙ. Кисәгә билет алып килгән һәр кем Рәми Ғәрипов тураһындағы тулы метражлы нәфис фильмға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Хисле, рухлы кисәнән ситтә ҡалмағыҙ. Тап һеҙҙең өсөн генә унда Әхтәм Абушахманов, Таңсулпан Бабичева, Рушанна Бабич, Артур Ҡунаҡбаев, Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Руслан Хайсаров, Радмир Абдуллин, Фирғәт Ғарипов, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Морат Рафиҡов, Лилиә Исҡужина, Гөлназ Мөхәмәҙиева, "Каруанһарай" фольклор-эстрада төркөмө, Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева, Әлим Ҡәйүмов, Фәрүәз Урманшин, Гөлсөм Бикбулатова, Айгиз Ханов, Светлана Хәкимова, Урал Ниғмәтуллиндар сығыш яһаясаҡ.

Кисәнең сценарийы авторы – Гөлсәсәк Саламатова. Режиссеры – Таңсулпан Бабичева.
Читайте нас