Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында бөтә халыҡ ихлас көтөп алған "Эх, быймаһы!" байрамын ойошторҙолар.
Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәс, "Бүләк" йыр һәм бейеү ансамбле йырсылары быйма тураһында ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар әйтте. Шулай уҡ Людмила Русланова башҡарыуында танылыу алған "Валенки, валенки, не подшиты стареньки" йыры аҫтында быймаларҙа бейенеләр.
Халыҡ ижадының сиге юҡ - быйма хужалары бик ныҡ тырышҡан, биҙәгәндәр, йылыҡайҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Араларында ялтырауыҡлыһы ла, мәрйенлеһе лә, ҡыңғыраулыһы ла бар. Быймалар менән төрлө уйындар ойошторолдо, йырланылар ҙа, йомаҡтар ҙа әйттеләр. Халыҡ байрамында "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.
Фото "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән.