Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Января 2020, 11:39

“Йәшәү тамырҙарым – башҡорт ерендә”

Республикабыҙҙа йәнә бер байрам көнө артты – былтыр 14 декабрҙә Башҡортостан халҡы рәсми статус алған Башҡорт теле көнөн беренсе тапҡыр билдәләне. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килгән иҫтәлекле дата республика етәксеһе Радий Хәбировтың Указы менән рәсмиләштерелде. Өҫтәүенә киләсәктә Башҡорт теле йылын билдәләү тәҡдимен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп сыҡты.

Кешеләрҙе донъяла тел йөрөтә.


Республикабыҙҙа йәнә бер байрам көнө артты – былтыр 14 декабрҙә Башҡортостан халҡы рәсми статус алған Башҡорт теле көнөн беренсе тапҡыр билдәләне. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килгән иҫтәлекле дата республика етәксеһе Радий Хәбировтың Указы менән рәсмиләштерелде. Өҫтәүенә киләсәктә Башҡорт теле йылын билдәләү тәҡдимен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп сыҡты.


Һүҙ ҙә юҡ, был мөһим саралар телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы үҫтереүҙә ҙур аҙым булыр. Тел йәшәһә, халыҡ та йәшәй, замандар үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, элеккесә йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы булып ҡала. Ошо йәһәттән шағир Рәми Ғариповтың шиғырынан дүрт юллыҡты ғына иҫкә төшөрөп үтке килә:

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә,

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.


Телде яҡлаусылар, һаҡлаусылар барында, тел байлығын, алтындан ҡиммәтерәк күреп, арттырыусылар, баһалаусылар, ата-бабаларыбыҙҙың философияһын, мифологияһын һаҡлап, беҙҙең быуынға еткереүселәр, һүҙ һәм китап ҡәҙерен белеүселәр барында, барыһы ла яҡшы булыр, көтөлгән өмөттәр аҡланыр төҫлө.


Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – башҡорт телендәге һәр һүҙҙе бөртөкләп йыйып, аңлатмалы-тәржемәүи академик һүҙлектең ун томын, башҡорт халҡы тарихының 15 томын донъяға сығарыуға ҙур өлөш индергән бал ҡортондай егәрле ғалимдарыбыҙҙың береһе – филология фәндәре докторы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ХИСАМИТДИНОВА.


Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова – лингвист, башҡорт теле өлкәһендә ҙур белгес, филология фәндәре докторы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Баш­ҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт­остан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.


Профессорҙың ғилми эшмәкәр­легендәге төп йүнәлеш – тарихи фонетика, ономастика, мифология проблемаларын тәрән өйрәнеү, рус телле аудитория өсөн баш­ҡорт телен уҡытыу методикаһы мәсьәләләре.


Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуып үҫкән буласаҡ ға­лимәнең тормош юлы сағыу биттәргә бай. Башҡорт дәүләт педагогия университетында кафедра мөдире, декан, респуб­ли­каның мәғариф министры, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры кеүек яуаплы вазифаларҙы оҙаҡ йылдар ҙур яуаплылыҡ, ны­ҡышмалылыҡ менән башҡарыуын яҡшы беләбеҙ.


– Ҡасандыр Геродот та баш­ҡорт­тарҙың үҙҙәре аяҡ баҫҡан һәр ергә изгелек, йомартлыҡ, яҡтылыҡ алып килеүенә һоҡланған. Кем, ниндәй булған ата-бабаларыбыҙ, тигән һорау­ға һеҙҙең яуап тап ошо ҡалын-ҡалын, ҙур-ҙур китаптар биттәрендә. Башҡорт халҡының тарихын эсенә алған 15 томлыҡ китаптар ауырлы­ғынан хатта һеҙҙең шкаф кәштәләре лә һығылған…

– Һигеҙ йыл дауамында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған оло хеҙмәт бит ул. 2006 йылда ҙур теләк менән тотонған хеҙмәт емешебеҙ “История башкирского народа” тип атала, ете томы – монография, һигеҙендә – документтар, дәлилдәр. Тәүге томы археология ҡаҙылмалары, беҙҙең биләмәлә йәшәгән ҡәбиләләр, уларҙың башҡорттарға ниндәй бәйләнеше булыуы, тарихи ҡомартҡыларҙың йөк­мәткеһен эсенә алыуы менән ҡиммәт. Беҙ ҡайҙан, ниндәй хәл-ваҡиғалар аша, ниндәй сәбәптәр менән барлыҡҡа кил­гәнбеҙ? Мәҫәлән, Шүлгәнташтағы һүрәт­тәрҙең йөкмәткеһе лә беҙгә күп яңы­лыҡтар аса, сөнки улар “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ эпостары геройҙарына тап килә, таштағы яҙыуҙарҙа һүрәтләнгән халыҡ башҡорттар составында бар, тигән һығымта яһарға була.


Был томдарҙы әҙерләү, баҫма итеп сығарыу тарихы ла ҡатмарлы булды. Халҡыбыҙ тарихы үҙе лә ҡанлы-шанлы, ҡаршылыҡлы, яулы-данлы бит.


Халҡыбыҙ тарихындағы “аҡ тап”тарҙы асыҡлау, өҫтәмә дәлилдәр, материалдар эҙләп табыу өсөн донъя буйлап гиҙҙек тиһәң дә дөрөҫ булыр, етмешкә яҡын архивта ҡаҙындыҡ. Башҡорт тураһында ҡайҙа, нимә яҙылған, иҫкә алынған – береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­маҫҡа тырыштыҡ. Һуңғы томды сығарыу өсөн финанс мәсьәләләрен инстанциялар буйлап йөрөп хәл итергә тура килде. Хәйер, ошондай ҙур хеҙмәт һалынған, фактик хаталарҙы ебәрмәү, ысынбар­лыҡты тулыһынса сағылдырыу өсөн көс түгелгән, киләсәк быуындарға аманат булырҙай китаптарҙың донъя күреү ваҡиғаһы бөтә ваҡлыҡтарҙан, ҡаршы­лыҡтарҙан өҫтөн хәҙер.


– Ул осорҙа һеҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры вази­фаһын биләүегеҙ, тынғыһыҙ, ирҙәрсә ҡәтғи, үҙ һүҙле булыуығыҙ эште ослап ҡуйыуға ярҙам итмәй ҡалмағандыр…

– Халыҡтың бай мираҫын түкмәй-сәсмәй ташҡа баҫтырып һәм компью­терҙарға индереп һаҡлауҙың мөһимлеген аңламаҫҡа тырышҡандар булыуы ғәжәп, әлбиттә. Беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә күп булды, күрше Татарстандағы коллегаларыбыҙ ҙа эшебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торҙо.


– “Башҡорт халҡының тарихы” – оло баһаға лайыҡ хеҙмәт ул. Һигеҙ йыл ғүмер сарыф ителгән, йылдан-йыл ҡәҙере арта барасаҡ, 15 томдан торған хеҙмәт халҡыбыҙҙы танытыу өсөн дә әйтеп бөткөһөҙ әһәмиәтле. Бө­тә Рәсәй йәмғиәтендә өлгө алырлыҡ күркәм ваҡиға булды, тип баһалайбыҙ уны.

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең милли байлығын компьютерға индереп ба­рыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Үткән быуаттың 20 – 30-сы йылдарын­дағы проза хәҙер инде компьютерҙа! Хатта һеҙ сығарған гәзитте лә, башҡа милли матбуғат баҫмаларын да хәҙер шунда та­бып файҙаланырға мөмкин. Һүҙлек тө­ҙөү эшен дә был яңылыҡ ныҡ еңеләйтте.

Һәр һүҙ өсөн миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләп тораһы юҡ. Әҫәрҙәр күҙ алдында – компьютерҙа. Мәҫәлән, “атай” һүҙен аңлатыу өсөн миҫалдар төймәгә баҫыу менән килеп сыға. Элекке кеүек һәр һүҙгә карточка тултырып, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр яҙып ултырыу бөттө. Хәҙер миҫалдарҙы иркенләп һайлап алыу мөмкинлеге бар.


– Оло хеҙмәт һалынған ун томлыҡ аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлекте сығар­ҙыҡ та эш бөттө, тигән һүҙ булмайҙыр ҙа. Тормош дауам итә, заманса терминдар барлыҡҡа килә, яңы һүҙҙәр ҡаҙылып табыла тора. Тимәк, һеҙҙең эшегеҙҙең ахыры күренмәй әле!

– Милләт йәшәгәндә, тел үҫешеүҙән, камиллашыуҙан туҡтамаясаҡ, әлбиттә. Ошо академик һүҙлекте әҙерләп, баҫ­тырып сығара алыуыбыҙ менән ҡәнәғәт­лек кисерәм. Бер һүҙҙең мәғәнәһен дүрт телдә – башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә бирҙек. Әлбиттә, һүҙлек киләсәктә тулылана ғына барасаҡ. Мәхмүт Ҡашғариҙың энциклопедик боронғо һүҙлектәре беҙҙең көндәргә килеп етеп һаман да хеҙмәт иткәндә, беҙ әҙерләп сығарғандары ла киләсәктә әллә нисә быуынға мираҫ булып барып етер.


Дөрөҫөн әйткәндә, институт коллективы ҙур көс һәм теләк менән сығарған бындай кимәлдәге академик һүҙлек бер халыҡта ла юҡ. Донъяла ул берҙән-бер киң ҡоласлы хеҙмәт тигәнгә ышанмай­һығыҙмы? Ғәмәлдә шулай. Ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан аңлатмалы һүҙлек бар, тик ул бары ҡаҙаҡ телендә, яҡут телендәгеһе рус һәм яҡут телдәрендә генә, ә башҡа төрки телдәрендә һәр һүҙгә дүрт телдә тәржемә яһалған һәм аңлатма бирелгән бындай һүҙлек бөтөнләй юҡ.


– Быуындарҙы быуындарға бәйлә­гән телебеҙҙең боронғолоғон, күркәм­леген асҡан, беҙҙең эске донъябыҙҙы байытыуға етди өлөш индергән ун кешелек кенә коллективығыҙ һоҡланыу тыуҙыра... Быйыл да олоғара эшкә – башҡорт теленең этимология һүҙлеген төҙөүгә тотонғанһығыҙ икән.

– Быныһы айырыуса ауыр, ифрат ҙур түҙемлек, тырышлыҡ талап иткән хеҙмәт. Һәр һүҙҙең ҡайҙан, ҡасан килеп тыуғанын асыҡлайбыҙ, үҙләштерел­гәнме ул, юҡмы, ниндәй диалекттарҙа ҡулланылған (ә унда күпме һөйләш бар!) – бөтәһен дә белергә, өйрәнергә кәрәк. Хатта уның нисә томға һыйыуы ла әлегә билдәһеҙ.


Миҫал өсөн “ҡарағат” һүҙен алайыҡ. Ниндәй варианттары бар был һүҙҙең – асыҡлайбыҙ. Ҡара (төҫ) һәм ҡат (еләк тигәнде аңлата боронғо төрки телендә) тигән һүҙҙәрҙән тора. Ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ телендә – “сарығат”, республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында – “ҡарлыған” (тимәк, “ҡарлы еләк”, һалҡын булыуына баҫым яһалған). Ә рус телендәге “смородина” (“смород” – еҫ) атамаһының сығышында уның “еҫле” булыуына төп иғтибар бирелгән.


Балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ошо байлыҡты, тел хеҙмәттәрен дәрестәрҙә ҡулланыу отошло булыр ине. Уҡыусылар менән ата-бабаларыбыҙҙың философияһы, мифологияһы, күҙаллау­ҙары тураһында әңгәмәләшеү, һүҙҙәрҙең боронғо тамырҙарын аңлатыу барышында уларҙың күҙҙәренең осҡонланып яныуын күрәм. Тел ғилеме, мифик персонаждар, сюжеттар, башҡорттарҙың донъя­ға ҡарашы минең “Башҡорт мифологияһы һүҙлеге”ндә киң сағылдырылды.


– Был мөғжизәле китапты уҡып, үҙемә лә етерлек фәһем, белем алдым. Башҡорттар үҙҙәренең мифология­һында төрлө дәүерҙәрҙең һәм мәҙә­ниәт­тәрҙең эҙҙәрен һаҡлап ҡалған. Башҡа халыҡтарҙа осрамаған уникаль, бик боронғо образдар, мотивтар барлығы башҡорт мифологияһының берҙән-бер икәнлеген раҫлай түгелме? Был тиклем бай мәғлүмәтте нисек сүпләп, йыйып бөткәнһегеҙҙер, күпме яҙма сығанаҡтарҙы өйрәнгәнһегеҙҙер – һоҡланыуҙың сиге юҡ!

Миңә айырыуса башҡорттарҙың ваҡыт категорияһына үҙенсәлекле ҡа­рашы мауыҡтырғыс тойолдо. Яңы йыл­ға аяҡ баҫыр алдынан ата-баба­ларыбыҙҙың ошо мәлгә мифологик ҡараштарын белеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр ине, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы.

– Башҡорттарҙың мифологик ҡарашы буйынса, 12 йыллыҡ мөсәлдә һәр йылдың үҙ эйәһе бар. Мөсәлдең тәүге йылын башҡорттар Сысҡан йылы тип билдәләй. Барлыҡ төркиҙәр кеүек, башҡорттар ҙа йылдың эйәһе сысҡан тип иҫәпләй. Артабан Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, Ылыу (хужаһы аждаһа), Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Маймыл, Тауыҡ, Эт, Ҡабан йылдары килә. Йыл эйәһенең холҡона, булмышына ҡарап, йылдар йә яҡшы, йә насар тип иҫәпләнгән. Йылды дүрт миҙгелгә бүлгәндәр. Алым айы (яҙ), Йыйым айы (йәй), Бирем айы (көҙ), Ҡуян айы (ҡыш). Һәр миҙгелгә ҡарата ышаныуҙар, ырымдар, тыйыуҙар бар.


Ҡыш башҡорттарҙа йылдың иң ауыр миҙгеле һаналған. Уның үҙ тәңреһе – Ҡыш тәңре булған. Башҡорттар уны секерәй күҙле яуыз ҡарт рәүешендә һүрәтләгән. Уның ағаһы – Селлә бабай ҡышҡы ҡояш торошонда (21-22 декабрь) килеп сыҡҡан һәм февраль башында юғалған. Ошо осорҙа Ҡышҡы Нардуған байрамын билдәләгәндәр. Мәғәнәһе: йылдың нисек килерен юрағандар, күңел асҡандар, йомаҡ ҡойғандар.


Һәр айҙың, һәр аҙнаның үҙ хужаһы булған. Тәүге ай – Аҡман ай. Шулай итеп, йылдар, миҙгелдәр, ай һәм көндәр тейеш­ле ҡағиҙәләргә буйһондоролған. Мәҫәлән, ышаныуҙар буйынса ҡыҙыл эңер сабый­ҙарҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүефле тип иҫәпләнгән.


– Ә һеҙ үҙегеҙ боронғо ырымдарға, ҡур­салаусы персонаждарға ышанаһы­ғыҙмы?

– Башҡорт ышаныуҙарында ҙур ғилем көсөнә эйә, яман заттарҙан һаҡланыу, ҡурсалау саралары байтаҡ. Халыҡтың быуындан-быуынға күсеп килгән тәбиғи аҡылына хөрмәт менән ҡарайым, ХХI бы­уат бейеклегенән боронғо ырым-юрауҙар бер ҡатлыраҡ тойолһа ла, уларға бит тормош тәжрибәһе, мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, ҡурсалау сараһы булған даға беҙҙең көндәрҙә лә ҡот, ырыҫ, түл тартып тороусы символ булараҡ һаҡланған.


Шишәмбе һәм шәмбе көндәрен “буш көн” тип һанап, был мәлдә кейәүгә сыҡмағандар, яңы кейем текмәгәндәр, имеш, был көндә яңы эш башларға, нигеҙ һалырға ярамай. Быға бәйле ышаныуҙар халыҡта әле лә йәшәй.


– Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы, һеҙҙең тағы ла бер бик әһәмиәтле эшкә юл ярға­нығыҙҙы яҡшы беләбеҙ. Рес­пуб­ликаның бөтә архивтары менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләп, халҡыбыҙға үҙ асы­лына ҡайтырға, тамырҙарын бар­ларға ярҙам итеү тураһында әйтеүебеҙ.

Теләгән һәр кемгә, милләтенә, ҡай­ҙан килеүенә ҡарамаҫтан, шәжәрәләр төҙөп, туған-ырыуҙарын табышырға ярҙам итәһегеҙ.


– “Башҡорт халҡы тарихы” томдарына документтар һәм материалдар ҡушым­таһы, чиновниктарҙың хеҙмәте тураһында формуляр исемлектәр был эштә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә. “Деловая династия” сайты аша беҙгә мөрәжәғәттәр килә, ки­лешеү төҙөйбөҙ ҙә эшкә тотонабыҙ. Хатлашыу географияһы киң: Америка, Канада, Төркиә, Европа илдәре... Ниндәй генә яҙмыштар, ваҡиғалар менән осра­шырға тура килмәй. Бер ваҡыт Мөхәм­мәтсәлим Өмөтбаевтың ҡырҡ йәшлек биш быуын ейәне үтенес менән мөрәжәғәт итте. Етеш тормошта йәшәгән белемле кешегә зат-ырыуының кемлеген белеү, башҡортлоғон раҫлау ниңә кәрәк, тигән һорау урынһыҙ.


Ә бына ябай ғына кейемле, аҡсаһы ла самалы ғына булған урыҫлашып бөт­кән әбейҙең шәжәрәһен эшләтергә килеүе бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы. Килендәре – мәрйә, бер аҙ һауалыраҡ, балалары рус телендә генә һөйләшә. Ғаиләлә әбей­ҙең үҙен бик һанламауҙары һиҙелә. Шәжәрәһен төҙөү барышында уның дворяндар ҡатламынан, 7-се кан­тондың башы Лоҡман Усман улы Ибраһимовтың быуынынан икәнлеге асыҡланды. Әбейгә дворян сословиеһы тураһында, ҡәрҙәш­тәре ниндәй һуғышта булған, ҡайҙа хеҙмәт иткән, зат-ырыуы күпме – теҙеп һөйләйем генә, компью­терҙы асып яҙмаларҙы күр­һәтәм. Әбейҙең күҙҙәре осҡонланып, яурындары турайып китте. “Беҙ дворян то­ҡомонанмы?” – тип аптыраны. “Минең бик аҡыллы ейәнсәрем бар, юрист булып эшләй. Уны алып килһәм, миңә аңлатҡан кеүек ҡыҙыма ла һөйләрһегеҙ әле?” – тип үтенде. Алып килде ейәнсәрен. Доку­менттарҙы күр­һәтәм, компьютерға баҫам, һөйләйем... Ҡыҙ шәжәрәне үҙе тотоп, нә­нә­йен ҡосаҡлап, бик ҡәнәғәт ҡайтып китте.


Ҡыҙыҡлы миҫалдар бик күп ул, тотош кеше яҙмыштары күҙ алдынан үтә. Татарстандың Лениногорск районынан оло йәштәрҙәге ир шәжәрәһен эшләтергә килде. “Бәй, беҙ башҡортмо ни?” – тип апты­раны, материалдар менән таныш­тырғас. Ревизияларҙы күрһәттем, бөтә дөрөҫлөк – боронғо яҙмаларҙа, уларҙы инҡар итеп булмай. Шәжәрәнең ситенә кешенең ырыуы, ағасы, ҡошо ҡуйыла. Был хаҡта белдергәс, ағай уйланды ла: “Балалар менән һөйләшәйем әле”, – тип ҡайтып китте. Баҡһаң, нефтсе булып эшләгән дүрт улын да йыйып алып, шәжәрә менән таныштырған. Яңынан беҙгә килеп, алты шәжәрә эшләтеп алды.


– Миндә лә ошо теләк күптән йәшәй, башҡаларҙа ла шәжәрәләрен яҡшылап өйрәнеү уйы барҙыр. Һәр нәмәне ваҡы­тында эшләү хәйерле. Һеҙгә хал­ҡыбыҙҙы йөҙләгән милләт араһында донъя киңлегендә танытыу өсөн баш­ҡарған эшегеҙ, киләсәк быуындарға аманат булып барып етәсәк тел бай­лы­ғын туплаған монографияларығыҙ, һүҙлектәрегеҙ һәм тел ғилеменә сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары исеменән оло рәхмә­те­беҙ­ҙе белдерәбеҙ. Күркәм юбилейы­ғыҙҙы һаман да яратҡан эш өҫтөндә ҡаршы алып, киләсәккә уй-фекерҙәр төйнәп, асыштарығыҙ менән һөйөн­дө­рөп, илебеҙҙе яратырға өйрәтеүегеҙ өсөн рәхмәт!



Читайте нас