Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Января 2020, 16:05

“Атайымды минең кеүек иҫләгәндәр һирәк”

Халыҡ шағирының улы Азамат Ғарипов атаһы хаҡында төшөрөләсәк фильмға ҡарата ниндәй фекер белдерҙе?

Режиссер Булат Йосопов тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлауҙары хаҡында хәбәр иткәйнек. Шағирҙың улы Азамат Ғарипов быға үҙ фекерен белдерҙе.
“Һәр бала үҙ атаһы тураһында кино төшөрһәләр ине тип теләйҙер. Бөгөнгө көндә атайымды минең кеүек иҫләгәндәр һирәк. Фильмдың сценарийы тулыһынса тормош дөрөҫлөгөнә тап килә тип әйтә алмайым, әммә унда, иң мөһиме, ул ваҡыттарҙағы ваҡиғаларға атайҙың ҡарашы дөрөҫ сағылған, ижад ҡомары, юмор, һәм уның һүнмәҫ рухы бар.
Атайым хәтеремдә халыҡҡа, телгә, мәҙәниәткә эскерһеҙ, тоғро ышанысы менән иҫтә ҡалған. Был сифаттарын ул беҙгә, халҡына аманат итеп ҡалдырҙы.
Фильм төшөрөү идеяһы беҙҙең тарихты нығыраҡ белһендәр, атайымдың асылын тәрәнерәк аңлаһындар, тормошта үҙ урындары, мөмкинлектәре хаҡында уйланһындар өсөн көслө этәргес булып тора.
Был атай тураһында, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында кино буласаҡ!” - тине Азамат Ғарипов.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас