Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Января 2020, 16:35

Филгә атланып, ҡурай уйнап...

Земфира Рәшитова башҡорт халыҡ көйҙәрен бар донъяға яңғырата.

Земфира Рәшитова - профессиональ ҡурайсы. Ер шарының төрлө илдәренә сәйәхәт иткәндә гел үҙе менән ҡурайын да ала.
Мәҫәлән, Земфира яңыраҡ ҡына ер сиге һаналған Камчаткала туған моңдарыбыҙҙы яңғыратһа, ошо көндәрҙә ул Инстаграм селтәрендәге үҙенә яҙылыусыларҙы тағы бер тапҡыр ғәжәпләндерҙе: Таиланда фил өҫтөндә ҡурай уйнап төшкән видеояҙманы һалды.
“Төп маҡсатым – башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт моңон мөмкин тиклем киңерәк донъяға таратыу”, – ти Земфира Рәшитова һәм әйткән һүҙҙәренә тоғро ҡала. Әлеге мәлдә ул Ҡытайҙы иңләй, тимәк, сираттағы ғәжәп видеояҙма көтәбеҙ.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас