Өфөнөң автобустарының береһенә ултырыуым булды, ҡараһам, ҡояш кеүек йылмайып, уҡытыусым - филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов ултыра. Баҡтиһәң, ул Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенән ҡайтып килә. Уның оҙаҡ йылдар материалдар туплап, әленән-әле байытып торған йыйынтығы - "Беҙҙең Мостай" китабы донъя күргән. Ҡотлайбыҙ! Был китапта шағирҙың ижадына ҙур анализ эшләнгән.