Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Января 2020, 20:00

Быйыл ниндәй милли саралар көтөлә?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары уҙған йылға йомғаҡ яһап, әлегегә эш планын раҫланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары уҙған йылға йомғаҡ яһап, әлегегә эш планын раҫланы.
Былтырғы төп ваҡиғалар тип I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәштәр форумдары аталды.

Ағымдағы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары тәҡдиме менән республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Унан тыш, төбәк Башлығы Радий Хәбиров атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан саралар үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Шайморатов вариҫтары" проектына ярашлы байтаҡ сара уҙғарыу ҙа күҙ уңында тотола.

Эш планында башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында шәжәрә байрамдарынан алып төрлө әҙәби, мәҙәни саралар ойоштороу ҡаралған. Йәштәр, мәктәп уҡыусылары өсөн байтаҡ конкурс тәҡдим ителә. Сараларҙан бигерәк та ижади фекерләгәндәр ситтә ҡалмаҫ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының барлыҡ социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрен ҡарап барығыҙ!

Ултырышта ситтән тороп Ҡаҙағстан, Дондағы Ростов, Татарстан, Пермь төбәктәрендәге башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашты.
Авор фотолары.
Читайте нас