Бөрйәндә БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, цирк сәнғәте өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән Юнир Хәсән улы Ғәзизовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
1973 йылда Юнир Хәсәнов һәм уның хәләл ефете Гүзәл Мостафа ҡыҙы “Гимнастар - брустарҙа һәм бамбуктарҙа” номеры менән тәү башлап аренаға сыға. 1976 йылда Ғәзизовтар башҡарған “Торна һәм батыр” тамашаһы киң популярлыҡ яулай. Башҡорт легендаһына таянып режиссер В.И. Левшин тарафынан ҡуйылған номер йәш башҡорт милли циркының биҙәгенә әйләнә.
Дуэт төрлө ҡатмарлы трюктар башҡара, үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулай.
1982 - 1990 йылдарҙа Юнир Ғәзизов башҡорт милли цирк коллективының художество етәксеһе һәм директоры булып эшләй.
Таҡтаташ артистың тыуған нигеҙенә ҡуйылды. Тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ришат Шәрипов, Юнир Ғәзизовтың ҡатыны Гүзәл Мостафа ҡыҙы, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты.
Фото “Таң” гәзите сайтынан.