Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ғинуар 2020, 10:05

Һай, үҙебеҙҙекеләр, булдыра!

Мәскәүҙәге "Аҡ тирмә" башҡорт фольклор төркөмө ниндәй тулҡынландырғыс яңылыҡ еткерҙе?

Хәҙерге заманда уйҙар өсөн генә түгел, ә аныҡ ғәмәлдәр өсөн дә сиктәр һәм сикләүҙәр юҡ икәнлеген беләбеҙ. Беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, даланлы, булдыҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе, Мәскәү ҡалаһындағы “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзаһы Гөлсинә Батыршина бүлешкән видеояҙма һәм мәғлүмәт ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатлай.
Тәүге ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай кеүек: башҡорт милли моңдары һәм йолалары менән һуғарылып барған туй, бәхетле йәштәр, һоҡланғыс ҡунаҡтар... Нимәһе бар тиерһегеҙ. Бар шул!
Беренсенән, күптән түгел был туй Башҡортостанда түгел, ә Мәскәү ҡалаһында, “Меркурий” отеленең 40-сы ҡатындағы зауыҡлы ресторандарҙың береһендә үткән.
Икенсенән, кейәү егете – үҙебеҙҙеке, Өфө ҡалаһында зыялы башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән, Канадала белем алыусы Булат, ә кәләш – Инкар исемле ҡаҙаҡ ҡыҙы. Йәштәр тап океан аръяғында, Канадала танышҡан һәм ҡауышҡан.
Тәүҙә туйҙы, йола буйынса, ҡыҙ яғында – Ҡазағстанда матур боронғо йолалар менән үткәргәндәр. Унан инде Мәскәүҙә лә тантана ойошторолған. Унда “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө ағзаларын саҡырғандар һәм яңылышмағандар! Башҡорт көйҙәре, дәрт-дарманлы бейеүҙәр, моңло йырҙар береһен дә битараф ҡалдырмаған.
"Туйҙың башынан аҙағына тиклем ҡатнаштыҡ. Тәүҙә үҙебеҙсә, йыр-моң, ҡымыҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршыланыҡ. Унан һәр сығышыбыҙҙа башҡорт халҡының илаһи матурлығын еткерергә тырыштыҡ, милли стилдәге бүләктәр ҙә тапшырҙыҡ. Бик яраттылар беҙҙе, туй ҙа шәп үтте. Ә аҙаҡ сит илдән шылтыраттылар. Тантанала булған ҡунаҡтарҙың береһе икән. Баҡһаң, әлеге туйҙа Өфөлә үҫкән рус ҡыҙы сығышы менән сит илдән булған кейәүе менән ҡатнашҡан. Шул тиклем оҡшаған. Яҙғыһын иһә улар ҙа туйҙарын, шулай уҡ Мәскәүҙә үткәрергә планлаштыра икән. “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө ағзаларын саҡырҙылар - башҡорт моңдарын ишетергә теләйҙәр. Ошо хәл күңелемдә милли булмышыбыҙ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһон арттырҙы. Барабыҙ, әлбиттә! Ә йәштәргә, уларҙың ата-әсәһенә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Йолаларыбыҙҙы тергеҙергә ярҙам иткән ойоштороусыларға, башҡорт тип йән атҡан “Аҡ тирмә” ағзаларына ҙур рәхмәт!" – тип фекерҙәре менән бүлеште Гөлсина Батыршина.
Фото һәм видео Гөлсинә Батыршинаның шәхси архивынан.
Читайте нас