Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Января 2020, 14:20

“Урал аръяғы тауышы” саҡыра

Төп приз - йәнә 50 мең һум!

Быйыл да Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсы үтәсәк.
Икенсе тапҡыр ойошторолған мәҙәни сара ғинуар айында башланып, мартҡа ҡәҙәр дауам итә. Ойоштороу комитетына заявкаларҙы 20 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем ебәрергә мөмкин.
Шоу-проекттың I туры 11 февралдә ҡаланың “Мир” йәштәр йортонда үтә. Йыр-моңға һәләте булған 18 - 45 йәшлек һәр кем унда ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынап ҡарай ала. Сара барышында бәйгеселәр өсөн әңгәмәләр уҙғарыла, вокал буйынса оҫталыҡ кластары онлайн-режимында алып барыла.
“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектында еңеүсене төп приз — 50 мең һум аҡса көтә!
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас