Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Января 2020, 18:25

Валериус йәнә Сибайҙа!

Питер рәссамы был юлы балаларға ниҙәр өйрәтте?

Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) йәнә тыуған ҡалаһына ҡайтып, үҙенә буяуҙар донъяһына юл асҡан Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Питер рәссамы был юлы балаларға “Царапки” техникаһы менән эшләү серен өйрәтте. Уҡыусылар уның һәр һүҙен тыңлап, нисек эшләгәнен ҡарап, яңы ысулды тиҙ үҙләштерҙе.
Был көндә Сибай һынлы сәнғәт мәктәбенең күргәҙмәләр залында 2019/2020 уҡыу йылының тәүге ярты йыллығында һайлап алынған иң яҡшы 100 эштән торған күргәҙмә асылды. Ул февраль аҙағына тиклем күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ Валериус ижад йортонда төҫлө буяуҙар менән эш иткән һәм төрлө конкурстарҙа призлы урын яулаған ҡыҙ-малайҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Танылған рәссамдан йылы һүҙҙәр ишетеү йәш һәләтлеләр өсөн үҙе үк ҙур бүләк булды.
Уҡыу йорто һәм Питер рәссамы менән киләсәктә лә ижади бәйләнештәр һаҡланыр, уҡыусылар уны һәр саҡ көтөп алыр, артабан да оҫталыҡ дәрестәре дауам итер тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фото Сибай һынлы сәнғәт мәктәбе сайтынан.
Читайте нас