Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2020, 12:20

Баймаҡҡа Мари Карне киләсәк!

Сара сиктәрендә халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙо Мари Карненың килеүе көтөлә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 25 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тигән ҙур форум үтәсәк. Сараға республика Башлығы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбированың, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың, яратҡан яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар киләсәк. Сара сиктәрендә халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙо Мари Карненың килеүе лә көтөлә.
Мари Карненың үҙенсәлекле тауышы, ғәжәйеп энергетикаһы, ташып торған дәрте бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мари 10 йәшендә "Иртәнге йондоҙ" ("Утренняя звезда") телевизион конкурсында еңеп сыға. Витебскиҙа "Славян баҙары" ("Славянский базар") телевизион конкурсы лауреаты, "Евровидение-2012" эстрада йырҙары конкурсының һайлап алыу туры еңеүсеһе, Беренсе каналдағы "Тауыш" ("Голос") конкурсының тәүге, "Россия 1" телеканалының "Один в один" телешоуының 5-се миҙгеле ҡатнашыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы үткәргән "Рәсәйҙең йәш таланттары" конкурсы еңеүсеһе... Шулай уҡ йәш йырсы Мәҙәниәт һәм сәнғәт халыҡ-ара академияһының "Сәнғәткә хеҙмәт итеү" көмөш миҙалына лайыҡ булды. Әйткәндәй, бындай миҙал алыусылар араһында ул иң йәше лә. Шулай уҡ "Рәсәйҙең почетлы гражданы" ордены менән дә бүләкләнә.
Мари Рәсәй һәм донъя джаз һәм эстрада йондоҙҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы концерт майҙандарында йыш сығыш яһай. Мари Карненың күңел ҡылдарын сиртерлек саф тауышы рус мотивтарын да, джаз моңдарын да, Латин Америкаһының дәртле һәм ялҡынлы ритмын да үҙенә һыйҙырған.
Шәмбе көнө баймаҡтар ғәжәйеп тауышлы Мари Карнены тыңлау бәхетенә эйә буласаҡ.
Фото: Интернет селтәренән.
Читайте нас