“Тап ошо хыял һеҙгә илтте лә инде. Атайым Хажиәхмәт Ғәлиәхмәт улы Усмановтың иң яратҡан яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың ауылын, ундағы халыҡты күреү ине теләгебеҙ. Атайым инде гүр эйәһе, һуңғы биш йыл самаһы ғүмере беҙҙә үтте һәм ул тик Яныбай Хамматовтың романдарын уҡыны. Яратып, ҡабат-ҡабат уҡыны. Бөгөн мин һәм ҡатыным Зилә Рәхимйән ҡыҙы ошо хыялыбыҙҙы - яҙыусының ауылын, ундағы халыҡты күреү теләген - тормошҡа ашырҙыҡ", – тип яуаплай Хәсән Усманов.