Өфөлә яңы театраль ун көнлөк башлана. Унда Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан театрҙар ҡатнаша.
Сибайҙан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма, “Сулпан” балалар, Стәрлетамаҡтан театр-концерт берләшмәһе, рус драма театры, Туймазы ҡалаһының татар, Салауаттан башҡорт драма театрҙарынан тыш, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрҙары сәнғәт һөйөүселәрҙе спектаклдәр менән ҡыуандырасаҡ.
30 ғинуарҙа “Сулпан” балалар театры Милли йәштәр театрында “Батырҙарҙы данлар илем бар” әҫәрен күрһәтһә, 1 февраль Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарафынан “Салтан батша хаҡында әкиәт”, ошо уҡ театрҙа Туймазы татар драма театрының “Ауыл адвокаттары” спектаклдәрен ҡарай алаһығыҙ.
2 февралдә Ҡурсаҡ театры премьера менән сығыш яһай – “Алиса мөғжизәләр илендә” спектакле ҡуйыласаҡ.
Сибай башҡорт дәүләт драма театры ике әҫәр күрһәтәсәк – 3 февралдә Өфө “Нур” татар дәүләт драма театрында “Башмаҡтар”спектакленең премьераһы әҙерләнһә, 4 февралдә Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Үгәй ҡыҙ” әкиәтен уйнайҙар.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы 6 февралдә “Нур” театры сәхнәһендә “Иҙеүкәй” спектаклен тәҡдим итә, ошо уҡ театрҙа 7 февралдә Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе “Ай тотолған төндә” спектаклен күрһәтәсәк. Ошо уҡ көндә Милли йәштәр театрының рус труппаһы “Я – кулак. Я А-Н-Н-А” спектакле менән сығыш яһай.
Театраль ун көнлөктө 11 февралдә Стәрлетамаҡ рус драма театры “Севильский цирюльник” комедияһы менән тамамлай.