Беренсе вице-премьер Андрей Назаров үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы виртуаль концерт залдары асыу проекты менән таныштырҙы.
– 2024 йылға тиклем Башҡортостанда алты виртуаль концерт залы асыу күҙаллана, – тине ул. – Быйыл конкурс нигеҙендә республикабыҙҙан ике еңеүсе асыҡланды – Ишембай районындағы һәм Сибай ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәптәре. Улар виртуаль залдарҙы йыһазландырыу өсөн берәр миллион һум аҡса аласаҡ.
Федераль конкурсҡа һайлап алынған муниципаль мәҙәниәт учреждениеларына интернетҡа юғары тиҙлектә тоташыуға, виртуаль концерт залын асыуға һәм филармония концерттарын даими тапшырыу өсөн техник һәм технологик ҡорамалдарға аҡса бүленә.