Был мөнәсәбәттәр ныҡлы һәм мәңгелек.
Төркиәнең Ялова, Иҫке Шәһәр, Анкара ҡалаларында нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованың тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан әҙәби, мәҙәни саралар үтте.
Ҡәҙерйә Тимербулатова хаҡында 2008 йылда ишеткәйнем. Уның аяныслы яҙмышы тураһында Мәскәүҙә БДБ дәүләттәре яҙыусыларының осрашыуында халыҡ яҙыусыһы Исо Капаев бик әрнеп һөйләгәйне. Ошо мәлдән уның ижады менән ҡыҙыҡһына башланым, әммә китаптары беҙҙә күп, тип әйтеп булмай ине. Интернет заманы донъябыҙға йәшен тиҙлеге менән килеп ингәс, шағирә Ҡәҙерйәнең шиғырҙары менән виртуаль киңлектә нығыраҡ таныштым. Нуғай милләтенән ул. Шуға күрә был халыҡ вәкилдәре менән ҡайҙа ғына осрашһаҡ та, улар шағирә икәнемде белеү менән, һәр саҡ күҙҙәренә йәш эркелеп, Ҡәҙерйә Тимербулатова хаҡында һөйләр булыр ине.
“Ер ярылып, ер төбөнә мин китһәм, Ҡайтар мине...”
Былтыр Өфөгә китаптарының исем туйын үткәрергә килгән шағир, тәржемәсе Мамед Хәлилов менән талант эйәһе Ҡәҙерйә хаҡында һөйләшеп торҙоҡ. “Төрки донъяһының уның кеүек ҙур шағирәһе тураһында йәш быуын белергә тейеш. Бәлки, тәржемә аша ижады менән таныштырырға кәрәктер?” – тиештек. Һәм ни хикмәт: ярты йыл ваҡыт та үтмәй, миңә Ҡәҙерйә Тимербулатованың шиғырҙары нуғай телендә ватсапҡа килеп төштө һәм бер төн эсендә тәржемә кәрәклеге тураһында яҙылғайны унда. Шулай эшләнем дә. Әлбиттә, тәржемә өсөн уларҙы йыйып ултырырға шарттар ҙа юҡ ине, сөнки мин октябрь аҙағында отпуск алып, баш ҡаланан алыҫта, төпкөлдә ял итә инем. Шиғырҙы йыйыуы ла әллә ни ауыр булманы ул, ә бына ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итә алмайыраҡ торҙом. Телдәр, эйе, оҡшаған, әммә 100 процент тура килә, тип әйтеп булмай. Шулай итеп, мәғәнәһенә төшөнөп, русса варианттарын да уҡып, Ҡәҙерйәнең дүрт шиғырын тәржемә итеп һалдым. Шиғриәттең, уға тоғролоҡтоң бер сере, илһамы бар ул: оҙаҡ көттөрмәне шағирәнең ижадына булған мөнәсәбәт үҙенең яуап һөйөүен. Тәржемәләр шиғырҙар йыйынтығы булып ТӨРКСОЙ ойошмаһы тарафынан 12 телдә Анкарала нәшер ителде.
Ҡәҙерйәнең яҙмышы тураһында һөйләй башлағас, әйтеп бөтөрөп ҡуяйым: 29 йәшендә ул үҙ фатирында яндырып үлтерелгән килеш табыла. Әлегә тиклем был енәйәттең сәбәпсеһе лә билдәле түгел. Бына шулай итеп нуғай милләте үҙенең талантлы балаһын юғалта. Ә ул ысынлап та ҙур талант була. Заманында китаптары Мәскәүҙә, СССР дәүләтенең иң ҙур әҙәби баҫмаларында донъя күрә. Милләт яҙмышы тураһында сәнғәт телендә, образлы һөйләгән ҡыҙ баланы Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов күреп ҡала һәм уның ижадын халыҡҡа еткереү өсөн ярҙам итә. Билдәле әҙип йәш шағирәне үҙе менән бергә һәр сәфәренә алып сыға, уның үҫешен күҙәтеп бара. Шағирәгә Мәскәүҙә, үҙәк баҫмаларҙа эш тәҡдим итәләр, әммә ул шул тиклем үҙенең тыуған яғына тоғро заттан була һәм, Әҙәбиәт институтын тамамлау менән, кире Дағстанға, нуғайҙар йәшәгән төбәгенә ҡайта. Тик, аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек, уны билдәһеҙ кешеләр фатирында үлтереп китә. Әлбиттә, көнсөллөктән эшләнде барыһы ла, тиеүселәр бик күп. Әммә, үҙе китһә лә, шағирәнең ижады йәшәй, уның шиғырҙарында милләтенә булған тәрән тойғолары йәшәй. Бына бит үҙенең “Ҡайтар мине” тигән шиғырындағы кеүек, ул беҙгә ижады йөҙөндә кире әйләнеп ҡайтты:
Йөрәгеңә яра һалып, мин һине
Яңғыҙ ҡалдырып, китһәм шыҡһыҙ төндәргә,
Ялған һүҙҙәргә инанып, башҡаға
Уйһыҙ башым ауып китһә, аңһыҙлыҡтан,
Донъяның ғәләмәте, кәрәмәте
Ғорурлыҡтан асманыма ашып,
Был донъяла минән ушһыҙ юҡтыр тип,
Ер ярылып, ер төбөнә мин китһәм,
Ваҡ-төйәк үпкәләргә бирмә һис,
Ҡайтар мине эҫелектән, һыуыҡтан –
Һин булмаһаң, миңә башҡа ҡыуыш етмәҫ,
Ҡайтар мине. Ҡайтар мине!
Мәҙәниәттәр тыныслыҡҡа юл яра
Ҡәҙерйә Тимербулатованың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар Ялова ҡалаһында башланып китте. Башта мәҙәниәт йортонда 12 телдә сыҡҡан йыйынтыҡтың исем туйы, конференция үтте. Унда ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Ялова провинцияһының губернаторы Ялова Муаммер Эрол, муниципалитет башлығы Чифтликкёй Али Мурат Сильпагар, Дағстан Республикаһы Нуғай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сабират Абубакирова һәм Дағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Кошали Зарманбетов, Барыш Джавид Мовсюмлю (Азербайжан), Маржан Ершу (Ҡаҙағстан), Алтынай Темирова (Ҡырғыҙстан), ҡумыҡ шағирәһе Супиянат Мамаева, Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина, Сема Танрывердиоглу (Төркиә), Башҡортостандан миңә, Лариса Абдуллинаға, ҡаланың бик күп ижади зыялыларына ҡатнашырға насип булды. Әйткәндәй, йыйынтыҡҡа Тамара Юлдашеваның башҡортса, күрше Татарстандан Рәфис Ҡорбандың тәржемәләре лә ингән. Йыйынтыҡты туплап, әҙерләп сығарыуға ҙур өлөш индергән коллегам, шағир Джавид Мовсюмлюға барыбыҙ исеменән айырым рәхмәт!
Сараны асып, Дюсен Касеинов: “Төрки донъяһы кешелеккә бик күп күренекле шәхестәр биргән. Арҙаҡлы шәхестәр үҙ халҡының тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫ үҫешен формалаштырған. Ҡәҙерйә Тимербулатова – ана шундай шағирә. Нуғай халҡының бөйөк ҡыҙы үҙенең ижадында тыуған яғына, әсәһенә, далаһына һәм халҡына дан йырлай. Уның әҫәрҙәрен уҡығанда, икһеҙ-сикһеҙ алтын далаларға барып эләгәһең, ә унда сихри нуғай көйҙәре яңғырап торғандай. Фажиғәле рәүештә был донъянан китһә лә, Ҡәҙерйә Тимербулатова нуғай әҙәбиәте классигы булып өлгөргәйне. Ул – нуғай шиғриәтенең йондоҙо!” – тине. Шағирәнең шиғриәте нуғай әҙәбиәте балҡышы булыуын Али Чифтликкёй ҙа билдәләне.
Яловала үткән сараларҙың төп өлөшө – ул Ҡәҙерйә Тимербулатова исемендәге урамды асыу. Йәмле урам ҡаланың үҙәгенән башлана, уның буйынан-буйына аҡҡан йылға таҙа һыуын диңгеҙгә илтеп ҡоя. Был үҙе үк бер символик мәғәнәгә эйә булыуын һәр кем аңлап тора: нуғай әҙәбиәте, атап әйткәндә, Ҡәҙерйә Тимербулатованың ижады дөйөм кешелек әҙәбиәтенә барып ҡушыла. Сарала нуғай милләтенең данлыҡлы аҡындары, ижадсылар Алибий Романов менән Арыҫланбәк Солтанбәков та ҡатнашты. Ул милли музыка ҡоралында башҡарған йырҙары, боронғо әҫәрҙәр менән сарала ҡатнашыусыларҙы, әйтерһең, тарих төпкөлөнә алып китте. Анкарала уҡыған йәш студент ҡыҙҙарҙың нуғай бейеүҙәрен башҡарыуы ла байрамға йәм өҫтәне.
Алибий Романовты башта ижадташ ағайым Ғилман Ишкининға оҡшаттым. Үҙенә лә фотоһын күрһәткәйнем, ул ғәжәп итеп ҡараны: “Был бит мин, тик йәшерәк сағым!” – тип йылмайҙы. Думбыраһын ҡулына алып йырлап ебәргәйне, рухташлығын да тойҙом. Нуғай аҡыны Алибий Романовты Башҡортостан халҡы ла яҡшы белә. Ул I Бөтә Рәсәй сәсәндәр ярышында ҡатнашҡайны. “Иҙел-Яйыҡ араһы” тип йырлап ебәргәйне, үткән дәүерҙәр күҙ алдына баҫҡандай булды... Тойғолар шиғри юл булып түгелде:
Төшөндөм мин һәр әйткәнен:
Аңлап торам, тойоп торам:
Ҡеүәт булып, илһеҙ ҡалған
Берсә думбыра яуға сыҡты,
Һибелгән халыҡ ер буйлап,
Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаң, унда ниндәй генә ваҡиғалар булмаған да ниндәй генә яуҙар үтмәгән. Шәхсән минең өсөн тап мәҙәни, рухи бәйләнештәр халыҡтар араһында дуҫлыҡ, гуманистик идеялар күперҙәрен һала. Ҡәҙерйә лә – үҙ ижадында милләтенең тиңдәр араһында тиң булып, дөйөм кешелектең биҙәге булып килер көндәргә атлауын теләгән ижадсы.
Уҙған йыл беҙ республикабыҙҙың 100 йыллығын киң билдәләнек. Бына ошо датаның, Башҡортостандың булыуының ҡәҙерен белергә кәрәк. Тотош Ер шарында башҡорт халҡын туплар, йыйыр, һәр башҡорт ҡайтып, башын терәр урын бар, ул – Башҡортостан Республикаһы.
Башҡорттар бында ла белем ала
Артабан нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованың яҡты иҫтәлегенә арналған саралар Иҫке Шәһәр ҡалаһында дауам итте. Ҡапыл кемдер: “Лариса апай, һаумыһығыҙ!” – тип өндәшкәс, тертләп киттем. Нимә генә тимә, беҙҙең башҡорт теле төрки донъяһында бик айырылып тора. Беҙгә башҡаларҙы аңлауы еңелерәк, ә бына “һ”, “ҫ”, “ҙ” хәрефтәре булған телебеҙҙең фонетикаһы һөйләшкәндә башҡа төрлөрәк яңғыраш бирә, шуға күрә башҡорт телендәге һөйләште башҡорт кешеһе бер ниндәй тел менән дә бутай алмай. Миңә тап башҡорт кешеһе өндәшеүен йөрәгем менән тойҙом. Башҡорт ҡыҙы Нурзилә Мөлөкова булып сыҡты. Ул бында белем ала. Уның тыуған төбәгенә ҡайнар сәләме лә бар.
Беҙ Нурзилә менән “Тамыр” каналы төшөргән “Портрет” тапшырыуында осрашҡайныҡ. Ул бында кино режиссерына уҡып йөрөй. Юлдарың асыҡ булһын, Нурзилә, киләсәктә бар донъяға башҡорт халҡының асылын сағылдырған фильмдар төшөрөргә, улар аша милләтебеҙ данын арттырырға яҙһын!
Иҫке Шәһәрҙәге Анатолия университеты – студенттар һаны буйынса донъяның иң ҙур уҡыу йорттарының береһе: дүртенсе урында тора. Тап ана шунда үтте лә инде Ҡәҙерйә Тимербулатованың ижадына арналған конференция. Һәр шағир шағирәнең әҫәрҙәрен үҙ туған телендә яңғыратты: мин – башҡортса, Супиянат Мамаева – ҡумыҡ, Алтынай Темирова – ҡырғыҙ, Маржан Ершу – ҡаҙаҡ, Барыш Джавид – азербайжан, Марина Ахмедова-Колюбакина – урыҫ, Сема Танрывердиоглу төрөк телендә уҡыны.
Был яҡтарҙа нуғай милләте вәкилдәре байтаҡ. Заманында улар ҡырылыуҙан һаҡланып, донъяға һибелгән. Әстрханда ла, Себерҙә лә башҡорттар күп тип әйтә алмайым. Эйе, белем алғандар бар, әммә ата-бабаларыбыҙ Уралына йәбешеп йәшәгән, улар бынан ситкә китеүҙе бик һирәк осраҡта ғына һайлаған. Хатта минең: “Йәшәгән халыҡ араһында башҡорттар бармы?” – тигән һорауыма берсә ғәжәпләнеп, берсә йылмайып ҡаранылар: “Башҡорттар Уралын ташлаймы ни, Лариса ханым?!.” – тигән яуаптан күҙгә йәш эркелде.
Ошо мәлдә мин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүҙең төп сәбәбен йәнә бер тапҡыр аңлағандай булдым. Йән түрендә йөрөткән хистәргә ирек бирелде: йә Хоҙайым, Раббым, ошо быуатҡа килеп еткән халҡыма килер быуаттарға ла бар рухи, ерлекле байлығы менән аяҡ баҫырға яҙһын!
Бында төрки мәҙәниәттәре үҫтерелә
Анкаралағы ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-фатирында үткән сараға яҙыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, нәшерселәр, йәштәр саҡырылғайны. Сараны асып, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов: “Төрки халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуынға тапшырыу – ойошманың төп маҡсаты. Бөгөн нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованың ижади мираҫы төрки дәүләттәре уҡыусыһына еткерелә икән, тимәк, беҙ күренекле шәхестәребеҙҙең яҡты рухын, хеҙмәтен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, исемдәрен онотмайбыҙ!” – тине. Әйткәндәй, ойошма Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙар йыйынтығын да нәшер иткән, уның исем туйҙарын Төркиәлә, Азербайжанда үткәргән, Ҡырғыҙстанда китап сығарырға йыйына, шулай уҡ Ҡаҙағстанда урамға исем биреү идеяһын да улар күтәреп сыҡҡан. Төрки халыҡтары авторҙарының драма әҫәрҙәре, спектаклдәр тураһындағы китапта ла Мостай Кәрим ижады яҡтыртылған.
“Ҡәрҙәш ҡәләмдәр” журналының баш мөхәррире Яҡуб Өмөроғлу бар төрки донъяһы яҙыусыларын хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Анкарала байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, мәшһүр Олжас Сөләймәновтың, күренекле азербайжан шағиры Анар Рзаевтың сәләмдәре яңғыраны.
Ҡәҙерйә Тимербулатованың шиғырын башҡорт телендә яңғыратып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән китаптар бүләк иттем. Шулай уҡ бынан бер нисә йыл элек Кастамону ҡалаһында төрки халыҡтарының милли кейемдәре музейында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме юҡлығын күреп эсем бошҡайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – бар донъялағы башҡорттарҙың мәнфәғәтен, киләсәген хәстәрләгән, рухи мираҫын һаҡлаған ойошма. Уның Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан шулай уҡ китаптар, символик сәғәт менән бергә башҡорт ҡыҙының ҡашмауын да тапшырырға насип булды. ТӨРКСОЙ ойошмаһы ағзалары уны бик ҡыуанып ҡабул итте һәм, музейҙа лайыҡлы урынын алыр, тине. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, башҡорт халҡы тураһында яҡты мәғлүмәттәр, уның рухи байлығы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашыу – һәр беребеҙҙең изге бурысы ул.
ТӨРКСОЙ ойошмаһы 2020 йылға календарь ҙа сығарған. Ул беләһегеҙме кемдең исеме, фотоһы менән асылып китә? Эйе, ғинуарҙа тыуған башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы киң билдәләй төрки донъяһы. Ҡаҙаҡ балаларын уҡытҡан, башҡорт, татар халыҡтарына берҙәй классик булған шағирыбыҙҙың исеме төрки донъяһына киң билдәле. Календарҙа шулай уҡ композиторыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың, беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейы ла билдәләнгән. Төрки донъяһы донъя мәҙәниәтенә, сәнғәтенә үҙ өлөшөн индергән шәхестәренең исемен ҙурлай.
Бер уйлаһаң, беҙгә бер ниндәй сәйәси, дини, социаль дошмандар менән көрәшергә кәрәкмәй, ә бары тик мәҙәниәтте үҫтерергә, халыҡтың асылы, тарихы, үҙаңы тураһында, этник байлыҡтар тураһында һөйләргә кәрәк. Улар барыһы ла милләт-ара, ил-ара дуҫлыҡты нығытыр. Совет дәүләтендә әҙәбиәтте идеология итеп файҙаланып, ҙур илдә тотороҡлолоҡ һаҡланды. Әҙәбиәт – ул йөрәктәрҙән-йөрәккә күпер һалыу. Был мөнәсәбәттәр ныҡлы һәм мәңгелек.
Ҡәҙерйә Тимербулатованың исеме бөгөн тағы Рәсәйҙә, төрки донъяһында ҡабат яңғыраны. Ул милләттәштәренең йәнә лә рухын күтәрҙе, бер ҡорға йыйҙы. Быйыл Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу була. Ошо уңайҙан мин нуғай милләте вәкилдәре милли асылын танып, ата-бабалары тамырҙарына тоғро ҡалыуын теләйем. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тиҙәр бит әле башҡорттар!