Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Января 2020, 09:32

Ҡыл ҡумыҙ алиһәһе

Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районының Асҡар сәнғәт мәктәбе хаҡында йыш ишетергә тура килә. Уның ижади коллективы төрлө кисә һәм концерттар үткәреп кенә ҡалмай, ҙур мәҙәни сараларҙа, республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр ҡурай, виолончель, фортепьяно, скрипка, баян, гармун, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнап, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районының Асҡар сәнғәт мәктәбе хаҡында йыш ишетергә тура килә. Уның ижади коллективы төрлө кисә һәм концерттар үткәреп кенә ҡалмай, ҙур мәҙәни сараларҙа, республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр ҡурай, виолончель, фортепьяно, скрипка, баян, гармун, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнап, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.


Оҫта остаздарҙың береһе Миң­легөл Солтанбаева, балаларҙы фортепьяно, скрипкала уйнарға өйрә­теүҙән тыш, районда берен­селәрҙән булып ҡыл ҡумыҙ класын асты. Хәҙер ул әҙерләп сығарған уҡыусылар ошо йүнәлеш буйынса сәнғәт мәктәптәрендә, училищела һәм академияла эшләп йөрөй.
Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы үҙ уҡыу­сылары һәм ғаиләһе менән, “Ирәндек моңдары”, “Ғаилә моза­икаһы”, “Аҡмулла нәсихәттәре”, “Аш­ҡаҙар таңдары” кеүек кон­курстарҙан тыш, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ”Таланттар иле”, “Рә­сәй ғаиләһе” Бөтә Рәсәй сәсәндәр фес­тивалендә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын һәм башҡорт компози­торҙарының әҫәрҙәрен эшкәртеп тә бик күп Маҡтау грамоталарын алыуға өлгәште.
Быйылғы уҡыу йылында ғына уның 32 уҡыусыһы лауреат исе­менә лайыҡ булды. Үҙенең хеҙмәт осоронда һәләтле музыкант 12 йыл профсоюз комитеты рәйесе, балалар музыка мәктәптәре буйынса методист, сәнғәт мәктәбе директоры ла булып эшләй.
Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙының альбом, портфолио һәм күп һанлы папкаларына күҙ һалһаң, уҡы­тыу­сының сәнғәт өлкә­һендәге фиҙакәр эшмәкәрлеге асыҡ кү­ренә. Бындағы яҙмалар уның ябай уҡы­тыусы ғына түгел, ә ысын мә­ғәнә­һендә талантлы остаз, оҫта етәксе, музыка бел­гесе булыуын раҫлай. Баш­ҡортос­тандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Таһирова бына нимә тип яҙа: “Миң­легөл Бәхтинуровнаның эшенә, талантына һәм юғары ки­мәлдәге ойоштороусы булыуына һоҡ­ланам”.
“Виолончель – шундай шәп, күңелгә үтеп ингән, илатырлыҡ, йөрәккә моң өҫтәгән музыка ҡоралы бит ул. Мин виолончелдә уйнап өйрәнеүемә шул тиклем шатмын. Миңлегөл Бәхтину­ровна мәңге иҫемдә ҡаласаҡ. Һеҙҙең менән башҡарған “Сәр­мәсән” көйө – шул тиклем матур көй!” – тип яҙа уҡыусыларының береһе.
Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы 100 лауреат әҙерләүгә өлгәшә. 34 йыл сәнғәт мәктәбендә эшләү осоронда башҡа­рылған эш һөҙөмтәһе был.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың бөгөнгө ҡаҙа­ныштары ҡасандыр төшөнә лә инмә­гән­дер, бәлки. Байназар мәктә­бендә дүр­тенсе класты тамамлағас, музыкаға һө­йөү кескәй Миңлегөлдө Өфө­ләге Ғ. Әл­мөхәмәтов исемен­дәге махсус музыка мәктәбенә алып килә. Унан Өфө сәнғәт учили­щеһында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Ә хеҙмәт юлы бер генә урында – беҙҙең Асҡар сәнғәт мәктәбендә үтә. Һигеҙ йыл директор вазифаһын да башҡара Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы. Мәктәптең матди-техник базаһын нығытыу, уҡыу йортон төрлө әсбаптар, музыка ҡорал­дары, костюмдар менән тәьмин итеү буйынса ла күп эшләй. Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы “Хеҙмәт эш­мәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Әлеге көндә Миңлегөл Бәх­тинур ҡыҙы алты йәштән 14 йәшкә тиклемге 16 бала менән шөғөл­ләнә. Уға туғыҙ ауылдан йөрөп уҡыйҙар.
– Музыка ҡоралдарының аһәң­ле яңғырашы мейегә, йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп инә. Сит илдәрҙә ҡыллы музыка ҡоралдары дауалау өлкәһендә киң ҡулланыла, – ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы. – Ҡыл ҡумыҙ класы асылғанда, беҙҙә ике генә музыка ҡоралы бар ине. Атай-әсәйҙәр ярҙамы менән бер йыл эсендә дүрт ҡыл ҡумыҙ эшләттек.
Ләйлә Ноғоманова һәм Нурия Ғари­пова (Ҡырҙас), Алина Йосопова менән Ләйлә Шәйәхмәтова (Салауат), алты йәшлек Ынйыгөл Мөлөкова (Асҡар) – ҡыл ҡумыҙҙың сағыу йондоҙҙары. Улар, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, лауреат исе­менә лайыҡ булды. Ләйлә Ноғо­манова иһә бындай бәйгеләрҙә беренсе һәм икенсе урындарҙы ғына яулай.

Ике балаға әсәй, биш ейән-ейән­сәргә өләсәй булған Миң­легөл Бәхтинур ҡыҙы сәнғәт мәктәбендә яңы йүнәлештәге клас­тарҙың асылыуы тураһында һоҡланып һөйләне. “Хореография, Азат Атанғолов етәкселегендәге гармун, думбыра, фольклор клас­тары асылыу балаларҙы музыка сәнғәтенә йәлеп итеүҙә ҙур бер аҙым бул­ды, – ти ул. – Ҡырҙас, Ташбулат, Үтә­гән, Дәүләт, Амангилде ауылда­рындағы ҡурай, бейеү кластары, үкенескә ҡаршы, бөгөн филиал ғына булып ҡалды. Красная Башкирия һәм Йәнгел музыка мәк­тәп­тәрен иһә Асҡар мәктәбенә ҡуштылар”.
Бөгөн Миңлегөл Бәхтинур ҡы­ҙының иң ҙур хыялы – ҡыл ҡумыҙ брендын ны­ғы­тыу һәм ошо музыка ҡоралында уйнау буйынса төбәк-ара конкурс уҙғарыу. “Ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ Астанала (Нур-Солтан) ҡыл ҡумыҙға хатта һәйкәл ҡуйҙы” – ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы һоҡла­ныуын йәшерә алмай.
Һәләтле уҡытыусы райондың “Ми­ләш” халыҡ фольклор ансам­блен­дә лә шөғөл­ләнә. Был ансамбль, был­тыр Ҡазанда үткән Рәсәй халыҡтары фес­тивалендә сығыш яһап, Гран-при яулап ҡайтты.
Сәнғәт мәктәбен дәртле, йәш кадрҙар менән тулыландырыу һәм уҡытыуҙа заманса яңы алымдар ҡулланыу, балалар филармо­нияһының эшен йәнләндереү, башҡа уҡыу йорттары менән ижади бәй­ләнештәр булдырыу тура­һында хыял­ланған һәләтле музыка белгесенә, талантлы уҡы­тыусыға артабан да уңыштар юлдаш булһын.


Әбйәлил районы.
Читайте нас