Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың 90 йыллығын үткәреү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рәсми документта Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровтың ҡул аҫтында тейешле сараларҙы үткәреү өсөн ойоштороу комитеты төҙөлөү хаҡында һүҙ бара.
“Килер ул көн, килер ул ҙур байрам!” Ошондай юлдар биҙәй Рәми Ғариповтың бер шиғырын. Шул уҡ әҫәрҙә шағир
“Ул туйға мин, бәлки, барып
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә” , – ти.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе хаҡында хәтер мәңгелек булыуы ҡыуандыра.