Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Января 2020, 08:30

Зилиә Бәхтиева хаҡлымы?

Башҡорт эстрадаһына ҡағылышлы кешеләр, ғөмүмән, башҡорт йырын яратыусылар араһында йырҙарҙың “минусовкаһын” һатыу-һатмауға бәйле бәхәс сыҡты.

Башҡорт эстрадаһына ҡағылышлы кешеләр, ғөмүмән, башҡорт йырын яратыусылар араһында йырҙарҙың “минусовкаһын” һатыу-һатмауға бәйле бәхәс сыҡты. Был тема социаль селтәрҙә лә, мәғлүмәт сараларында тикшерелә, бөгөн, мәҫәлән, “Юлдаш” радиоһы иртәнге тапшырыуын ошо һорауға бағышланы.
Барыһы ла Зилиә Бәхтиеваның ябай ғына посынан башланды. “Күптән түгел беҙҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән яңы йырыбыҙ донъя күрҙе. Ул бик шәп килеп сыҡты һәм билдәлелек яуланы. Әммә... Күптәр беҙ уның минусовкаһын бушлай бирергә тейеш, тип уйлай. Беҙ йырҙы табабыҙ, аранжировка эшләтәбеҙ, музыканттарҙы яҙҙырабыҙ, бының өсөн аҡса түләйбеҙ. Был бик ҙур хеҙмәт! Көн һайын беҙгә йырҙың минусын һорап хәбәрҙәр килә. Зинһар өсөн кеше хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарағыҙ. Әгәр һеҙгә минусовка кәрәкһә, ул һатыла. Хаҡы 15 мең һум”, - тип яҙҙы Зилиә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ошо пост “Башҡорт эстрадаһы” төркөмөндә баҫылып сыҡҡас, кешеләр йырсының фекеренә төрлөсә ҡараш белдерҙе.
“Әгәр йыр кеше күңеленә хуш килһә, минусын бушлай бирергә кәрәктер, ул шулай халыҡ араһында тағы ла нығыраҡ тараласаҡ. Сәнғәттең мәғәнәһе – башҡалар менән бүлешеүҙә түгелме ни?”
“Башҡорт лицейында музыка уҡытам. Башҡорт телендә яҡшы йырҙарҙың минусовкаларын табыу бик ауыр, сөнки беҙҙең йырсылар минусовкаларын йәлләй, ә бына ҡәрҙәштәр улай итмәй”, - тип был хәлгә кире ҡарашын белдереүселәр бар.
Шул уҡ ваҡытта: “Ни эшләп кеше аҡса түгеп башҡарған хеҙмәтен бушлай таратырға тейеш. Артист та кеше, уға ла йәшәргә, аҡса эшләргә кәрәк”, - тип йырсыны яҡлаусылар ҙа юҡ түгел.
Был осраҡта нимә тип әйтергә? Был мәсьәләгә ҡарата алтын урталыҡ һаҡлаусылар хаҡлыраҡтыр: "Әгәр яңы йырҙы танылған ижадташың “әйҙә, ошо йырыңды миңә бир”, тигән тәҡдим менән сыға икән, уны барлыҡ түккән сығымдарыңды иҫәпкә алып, һатырға мөмкиндер. Әгәр инде һүҙ балаларҙың йыр ансамблдәрен етәкләүселәр, музыка уҡытыусылары йәки ябай һәүәҫкәр башҡарыусылар тураһында барһа, символик хаҡ ҡуйырға, ҡайһы бер осраҡта бушлай бирергә лә мөмкиндер". Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: pinterest.ru
Читайте нас