Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Января 2020, 08:15

Ауыҙымды ҡайырып астылар...

Ә атайым был аҙымымды хупламаны.

Яратҡан йырсыбыҙ Рәдиф Зариповтың Салауат районының Малаяҙ ауылынан икәнен беләбеҙ. Йырсы ҙур сәнғәткә алып сыҡҡан остаздарына, уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп бөтә алмай.
«Мәктәпте тамамлағас, һөнәри белем алыу теләге менән Өфөгә сығып киттек, - тип хәтергә ала ул. - Ни өсөндөр атай был аҙымды хупламаны. Документтарҙы тапшырғанда минең менән әсәйем йөрөнө. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта ҡайҙа уҡырға ингәнемде, унан һуң кем буласағымды, ҡайҙа эшләй аласағымды бик аңлап та бөтөрмәгәндер, күрәһең. Шулай итеп, Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киттем. Остаздарым тип Флүрә Ноғоманова менән Йәмил Әбделмәновты атар инем. Имтихан тапшырған ваҡытта Флүрә Ноғоманова нисек һулыш алырға кәрәклеген аңлатып, ауыҙымды ҡайырып астырып бер нота башҡартты ла, шуның менән уҡырға алдылар. Тап Флүрә апай һәләтемде күрҙе, йырсы булараҡ асылырға ярҙам итте”.
Фото: ”Бәйләнештә”.
Читайте нас