Башҡортостан – таланттар иле, быны бер кем лә инҡар итә алмаҫ. Беҙҙең сәнғәт әһелдәрен, моңло тауышлы йырсыларыбыҙҙы, бейеүселәребеҙҙе Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла беләләр һәм сығыштарын көтөп алалар.
Күптән түгел океан аръяғында – Нью-Йоркта, данлыҡлы “Карнеги-холл” концерт залында “Үҙгәреш еле” (“Ветер”) исемле ҙур мәҙәни сара үткән. Залда бер буш урын булмаған – өс меңлек зал Рәсәй таланттары сығышын күрер өсөн шығырым тулған.
Яҡташыбыҙ Әлфиә Ниғмәтуллина халыҡ йыры “Ай, былбылым”ды этно-ворлд мьюзик стилендә башҡарып, халыҡты хайран иткән. Был хаҡта залдан төшөрөлгән видеояҙмалар ҙа һөйләй.
Карнеги-холл (инглизсә – Carnegie Hall) — Нью-Йорктың Етенсе авенюһы һәм Манхэттендың 57-се урамы мөйөшөндә урынлашҡан иң абруйлы концерт майҙандарының береһе. Уның сәхнәһендә классик музыка, джаз башҡаралар. 1891 йылда Нью-Йорк симфоник оркестры сығышы менән асылған, уға П. И. Чайковский дирижерлыҡ иткән. Улар 1883 йылда Александр III батшаны тәхеткә ултыртыу тантанаһы өсөн яҙылған тантаналы маршты башҡарған.
Әлфиә үҙенең сығышы тураһында бына нимә тип яҙа: “Ай, былбылым” халыҡ йырын мин Вадим Эйленкриг етәкселегендәге легендар симфо-джаз оркестры оҙатыуында башҡарҙым. Ҡайҙа бит әле – Карнеги-холл сәхнәһендә! Һәр йырсы өсөн был – ҙур ҡаҙаныш. Мин бик бәхетле, сөнки ошо сәхнәлә донъяның мәшһүр музыканттары, композиторҙары, йырсылары баҫып торған, һәләте менән хайран ҡалдырған: Чайковский, Рахманинов, Стравинский, Барток, Штраус, Дворжак, Билли Холидей, Луи Армстронг, Дюк Эллингтон, Бобби МакФэррин! Залдан килгән иҫ киткес ыңғай хис-тойғоларҙы һиҙҙем. Сәхнәгә ҙур тулҡынланыу менән сыҡҡайным, унан киткәндә шатлыҡлы күҙ йәштәрен тыя алманым".
Әйткәндәй, сарала тамашасылар рәтендә данлыҡлы опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов та булған. Ә концертты билдәле актриса һәм йәмәғәт эшмәкәре Сулпан Хаматова алып барған.
Әлфиәгә иһә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото геройҙың шәхси архивынан.