“Һеңлекәш” фильмының киң экрандарға сығыуына ярты йыл самаһы ваҡыт үтте, ә тамашасылар уны һаман онотмай, әленән-әле йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар, ундағы төп ролдәрҙе уйнаған Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееваның тормошон да әүҙем күҙәтеп баралар.
Ә йәш актерҙар, үҙ сиратында, йәмәғәтселекте фотоһүрәттәр һәм яңылыҡтар менән ҡыуандырып тора.
“Был ныҡлы дуҫлыҡ, эскерһеҙ хис-тойғолар оҙон-оҙаҡ йылдарға һаҡланыр, тип ышанғы килә”, – тип яҙылған Арыҫлан Ҡырымсуриндың Instagram селтәрендәге сәхифәһендә.
Марта менән Арыҫлан бихисап кинофестивалдәрҙән, рәсми осрашыуҙарҙан тыш, йыш күрешә, йылы фотоһүрәттәр, ундағы ихлас йылмайыу, балаларҙың осҡонланып янған күҙҙәре кинолағы туғанлыҡ тойғолары тормошҡа күсеүен һөйләй.
Әйткәндәй, инде Рәсәй йондоҙо булып танылған Марта Тимофеева “ӨФӨ” тигән яҙыулы башлыҡ та кейеп алған. “Һеңлекәш”те төшөргән ваҡытта башҡортса һөйләшергә өйрәнгән ҡыҙ Башҡортостанды яратып өлгөрөүен фильмдың премьераһында сәхнәнән дә еткергәйне.