Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Января 2020, 11:53

Ете егеткә торошло ҡыҙ

“Шағирә булмау мөмкин түгел ине!..”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева – башҡорттар йәшәгән мөхиттә, Башҡортостан донъяһында танылған шағирә. Уны балалар яҙыусыһы ла, өлкәндәр өсөн әүҙем ижад иткән автор тип тә беләләр. “Ул әҙәбиәткә ашыҡмай, ғорур атлап инде!” – тигәйне уның хаҡында заманында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева. Бөгөн Факиһа апай тураһында бик күп мәҡәләләр яҙылған, шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Ул үҙе – Мәскәүҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә Башҡортостан, башҡорт яҙыусылары исеменән сығыш яһап, лайыҡлы һүҙҙәр әйткән әҙибә. Уның тураһында интернет селтәрендә лә байтаҡ мәҡәлә табып уҡырға була. Шулай ҙа үҙе менән юбилейы уңайынан һөйләшеп алыу, моғайын, яҙыҡ булмаҫ тип, Факиһа Һаҙый ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Уға һаулыҡ теләп ҡалабыҙ һәм һөйләшеүҙе үҙе теләгән юҫыҡта алып барабыҙ.



Фән юлымы, әллә әҙәбиәт үҙеме?


– Факиһа апай, бала сағығыҙҙан баш­лайыҡ әле һөйләшеүҙе?

– Мин бәләкәй саҡта уҡ шиғырҙар яҙа башлағайным. Бер мәл шулай ауылыбыҙға Барый Ноғоманов менән Самат Ғәбиҙуллин уҡытырға килде. Түңәрәк ойоштороп ебәрҙе­ләр. Унда күп ҡыҙҙар йөрөнө, шулар ара­һында мин дә бар. Улар минең ғүмерлек уҡытыусыларым булды.


Ағайҙар беҙгә ҡаршы торған Хазина әбейҙә йәшәне. Самат ағай иртән тора ла гимнастика эшләй, беҙгә ҡыҙыҡ тойола. Мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла шиғыр уҡый. Яҙышыусылар бик күп ине, араларынан бер мин генә шағирә булып киттем.


Тәүге шиғырҙарым бигерәк көлкө инде (көлә. – авт.)

– Нимәһе көлкө?


– Улар күпселек осраҡта малайҙарҙың тәртипһеҙлегенә арналды.


– Был, бәлки, дәүер һулышы булған­дыр?


– Эйе, элек бит һәр етешһеҙлекте тәнҡит­ләп, ҡәләм осона эләктерә барҙылар. Хаттар иһә “Башҡортостан пионеры”на осто. Яуаптар килә, йә маҡтап ебәрәләр, хуплайҙар, йә матур ғына итеп кәңәш бирәләр.


Шунан бер мәл “Өс мушкетер” тигән фель­етон сыҡты. Беҙҙе “линейкаға” баҫ­тырып ҡуйҙылар. Ябыҡ ижади конкурс үт­кәргәйнеләр, Фәтих Юлдашев еңеп сыҡты. Ә туҡмаҡ миңә эләкте, сөнки унда йәнә малайҙар тәнҡитләп яҙылғайны, һәм барыһы ла мин тип уйлап, ризаһыҙлығын белдерҙе. Бына шулай итеп Факиһа апайың яҙа башланы.


Бала саҡ хәтирәләренән йәнә шул ныҡ иҫтә ҡалған – ауылдың урам радиолары. Улар әллә ҡайҙан тауыш биреп, иғландар еткерә. Кис булып бара... Сәрмәсәндән һыу алып ҡайтып киләм... Шағирҙарҙың шиғыр уҡыуын тыңлап, иҫем китеп баҫып торам. Шундай матур шиғырҙар яңғыраны ул көндө. Иң иҫтә ҡалғаны Рәми ағайҙың сығышы булды. Ул “Ҡарлуғас” тигән шиғырын уҡыны. Дәртләнеп китеп мин дә яҙа башланым. Яйлап “Башҡортостан”да нәҫерҙәрем сыҡты, “Башҡортостан пионеры”нда шиғырҙарым донъя күрҙе. Унынсы класты бөткәндә, минең шағирә тигән даным таралғайны инде.


Беҙҙең мәктәпте Хәким Ғиләжевтең атаһы 1927 йылда һалдырған, ике ҡатлы бик матур, ағас бина ине ул. Бына шунда белем алдым.


– Кем булырға хыяллана инегеҙ?

– Яҡшы уҡыным. Уҡытыусым Зәйтүнә апай, математик булырһың, ти ине, аҙаҡ филология юлын һайлағас, үпкәләп ҡалды. Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова шағирәләр булараҡ Өфөлә таныл­ғайны инде, минең дә улар кеүек булғым килде, ныҡлап шиғырҙар яҙа башланым. Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөнөм. “Шоңҡар” тигән исемде, беләһеңме, кем ҡушты? Мәхмүт Һибәт ҡушты. “Ҡыҙҙар, Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” тигән поэмаһы бик шәп бит инде, әйҙә, шуны ҡушайыҡ әҙәби түңәрәккә”, – тине. Бына ошо рәүешле тыуҙы ул исем.


Беҙгә яҙыусылар бик йыш килеп йөрөй ине, Рәми ағай ҙа йыш булды улар ара­һында. Ҡулдан ҙур стена гәзиттәре сығара башланыҡ. Шау-гөр килеп шиғыр кисәләре үтә ине, уларҙы мин дә алып барғаным булды. Бер мәл Мостай ағайҙың юбилейына арналған кисәлә миңә мәшһүр яҙыусылар Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айытматов алдында башҡорт шағирына арнап шиғыр уҡырға ла насип булды. Нисек ҡыйыулығым еткәндер, белмәйем, әммә ошонан һуң Мостай ағай мине бер юбилейынан да ҡалдырманы.


Матбуғат донъяһы үҙе тартып алды


– Уҡып бөткәс, тура матбуғат донъя­һына барып индегеҙ инде?

– Бер саҡ, йәйге ял мәлендә, “Баш­ҡортостан ҡыҙы”нда эш урыны бар тип, миңә Рәми ағайҙан хат килеп төштө. Унда эшләп алдым. Тәүге эш хаҡыма француз туфлийы һатып алдым, киләһеһенә – трикотаж костюм, сөнки кейем бик юҡ, ә йәш саҡта кейенге лә килгәндер инде.


Рәми ағай бик талапсан, шул уҡ ваҡытта бик йомшаҡ күңелле ине. Ул көн аҙағына ғына яҙырға ултыра ине, кеше таралғас. Уйҙары менән яңғыҙы ғына ҡалғас, ҡулына ҡәләм алыр ине. Ул минең ижади ҡеүәтемә ышанып, тәүге китабыңды көтөп ҡалам, тип йыйынтығын да бүләк иткәйне. Уны тик яҡты һәм йылы хәтирәләр менән иҫләйем. Рәми ағайға ғүмерлек рәхмәтлемен. Уны оҙатҡанды һис онотмайым. Республика йәш яҙыусылар семинарына йәштәр йыйылған, халыҡ бик күп. Урамда һырып ҡар яуа...


Бишенсе курсҡа еткәс, Сафуан Әлибаев “Башҡортостан пионеры”на эшкә саҡырҙы. Был ваҡытта ғинуар айы ғына ине, мин диплом эше генә яҙып йөрөйөм. Уҡытыусым, бөйөк фольклорсы Марат Минһажетдинов: “Факиһа, һин ҙур ғалимә йәки шағирә булырһың!” – тине һәм Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә мине аспирантураға тәҡдим иткәйне. Әммә буласаҡ академик Марат ағай: “Ете егеткә торошло ҡыҙ бирәм!” – тиһә лә, баш тартҡан, ҡыҙҙар кәрәкмәй, тигән. Шулай ҙа мин әҙәбиәт юлын һайланым һәм “Башҡортостан пионеры”на киттем.


Беҙ, “Башҡортостан пионеры” гәзите, “Пионер” журналы менән бергә Коммунистик урамда ултырҙыҡ. Мине шунда уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире итеп ҡуйҙылар. Беҙ эшкә килгәндә аҫтағы гастрономдың сысҡандары тәҙрә төбөнә теҙелешеп ултырып, беҙҙе ҡаршылай торғайнылар (көлә. – авт.). Аҙаҡ Матбуғат йортона күскәс, бындай хәлдәр булманы.

Йылдар үтә торҙо. Минең ҡул аҫтында бик күп кеше эшләне: Мәхмүт Һибәт, Таңһылыу Ҡарамышева, Зөһрә Ҡотлогил­дина, тағы бик күп ҡәләмдәштәр.


Ҡыҙым тыуғас, бер йыл өйҙә торҙом да эшкә сыҡтым. “Пионер”ға барҙым, унда Динис Бүләков етәкселегендә эшләнем. Зиннәт Әминев ағай – яуаплы секретарь. Ул яҙғандарымды яратып, уҡып та тормай баҫырға бирер ине. Унда мин комсорг та булдым. Файыҡ Мөхәмәтйәнов ағай парторг ине, ул мине партияға тәҡдим итте. Унда бик теләп керҙем, утты, һыуҙы үткән кешемен, етем баламын. “Пролетариат дик­татураһы” әле булһа иҫемдә. Һәр ваҡыт йәмәғәт эшмәкәре, мөхәрририәт ағзаһы булдым. “Ағиҙел”дең баш мөхәррире Булат ағай Рафиҡов: “Балалар өсөн журнал ойоштороп ебәрәйек әле!” – тине.

Авторҙар туплай башланым, үҙем бәләкәй генә гонорарға эшләп йөрөйөм. Иң беренсе Фәрзәнә Ғө­бәйҙуллина хат менән шиғырҙар ебәргәйне. Уларҙы “балалар шиғриәте” рубрикаһында баҫмаға бирҙем. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова апайҙар, бәләкәстәр өсөн бер нәмә лә юҡ, тип зарлана торғайны. Элегерәк балалар өсөн өлкән быуын вәкилдәре генә яҙа ине бит.


– “Аҡбуҙат” ошо рәүешле барлыҡҡа килде инде?

– Эйе, һәр юлын, һәр авторын, коллективты юҡтан бар итеп, үҙем йыйҙым. “Йәшлек”тән Салауат Кәримов үҙе килде. Фәйрүзә Фәтҡуллина “Агитатор блокноты”нда эшләп йөрөй ине, ул да беҙгә ҡушылды. Мостай Кәрим балалар өсөн әҫәрҙәрен бирҙе. Илдус Тимерханов, Нажиә Игеҙ­йәнова, Сәрүәр Сурина, Рәмзәнә Әбүта­липова, Зөлфиә Күскилдина, Луиза Азамат һәм башҡалар күпләп яҙа башланы.


Беҙ үҙебеҙгә урын эҙләй торғас, бер банктың бүлмәләренә барып урынлаштыҡ. Унда ике генә бүлмә ине. Бер мәл Мостай ағай килеп керҙе. Һәр кеше төшкө ашҡа берәй нәмә бешереп алып киләбеҙ бит инде. Мәҫәлән, Фәүзиә апай ҡоймаҡтарының тәме әле булһа тел осонда тора. Мостай ағай һис тартынып тормайынса ултырҙы ла әлүмин ҡалаҡтан беҙҙең менән бутҡа ашаны. Рәссамыбыҙ Майя Зыяи бик оялсан ине, ул классик яҙыусынан оялып, клеенканы бөтәрләп, йыртып бөткән.


Ошо рәүешле Мостай ағай тап беҙҙең журнал менән хеҙмәттәшлек итеп китте, махсус әҫәрҙәр яҙҙы. Вафат булғандан һуң уның ошо яҙғандары бер китаплыҡ ине.


Мин Башҡортостан Яҙыусылар союзында бик күп йылдар буйы балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе булдым. Ҡулъяҙмалар ентекле тикшерелә, ғөмүмән, балалар баҫмаһына, әҙәбиәтенә бик етди мөнәсәбәт ине.


Бер мәл мине Мәғариф министрлығында мәктәптәр менән эш комиссияһы етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Унда беҙгә мәғариф министры урынбаҫары Миңлебай Бәхтийәр улы Юлмөхәмәтов менән бергә төрлө кәңәштәр ҡороп, эшләргә насип булды. Бөтә союз уҡытыусылар съезында ла ҡатнаштым. Ул Кремлдә үтте. Унда Рыжков сығыш яһаны. Был һуңғы съезд булған икән. Шул сарала грузин педагогының ныҡ әсенеп сығыш яһағаны һәм туған телде һаҡларға кәрәклеге тураһында әйткәндәре әле булһа иҫтә.


Эйе, мине саҡыртып, балалар журналына баш мөхәррир булаһың, тип әйтеүен-әйттеләр, әммә ҡағыҙ юҡ. Беҙ беренсе һанды әҙерләп, Гардановҡа күрһәтергә алып барғанда, республика халҡы Совет майҙанында суверенитет өсөн сығыш яһай ине. Бер үҙем 22 мең дана тираж йыйҙым. Ул ваҡыт өсөн был иҫ китмәле ҙур һан ине. Хаттар төрлө яҡтарға осто.


Тәүге журналға ҡағыҙҙы Анатолий Безрукавников биреп торҙо, ул Матбуғат йорто директоры ине. Икенсеһенә “Китап” нәшриәте директоры Аҫылғужа Баһуманов ярҙам итеп ебәрҙе. Өсөнсө һанды нәшерләү ваҡыты килеп етте бит хәҙер. Нимә эшләргә? Беҙҙә Зарема Әхмәтйәнова тигән абруйлы шағирә эшләй ине. Уның Жданов тигән туғаны – “Башнефть”тә етәкселәрҙең береһе, ул беҙгә бер вагон ҡағыҙ килтерҙе. Тик уны ҡайҙа һаҡларға? Әлеге лә баяғы Безрукавников машина һәм склад менән ярҙамға килде: Салауат Кәримов егеттәр менән бергә уны тейәп, шунда илтеп ҡуйҙы.


Шулай итеп, беҙҙең журнал гөрләп китте һәм тираж 33 мең данаға менде. Финанс министрлығына ла барып еттек, сөнки журналды сығарырға аҡса кәрәк. Әрләнә-әрләнә аҡса табып, республикала балалар матбуғатын булдырҙыҡ. Балалар әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе, был хаҡта яҙа башланылар, фән кандидаттары үҫеп сыҡты. Рәсимә Ураҡсина, Ғәҙилә Бүләковаға фәнни диссертация яҡлағанда эске рецензия яҙҙым.


Баҫмала “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!”, “Сәсән тирмәһендә” тигән яңы рубрикалар булдырҙым. Тәүге рубрикаға Артур Иҙелбаев материалдар бирҙе һәм, аҙаҡ уларҙы туплап, китап итеп сығарҙы.


Беҙҙең рәссамдар юҡ ине. Сулпан Билалова менән Глеб Голубевты башта яртышар ставкаға эшкә алдым, улар техникумда уҡыта ине. Торараҡ Сулпан бында тулыһынса күсте. Улар матур итеп эшләп китте. Ирина Исупова шулай уҡ бик шәп һүрәттәр төшөрҙө. Ҡыҙғанысҡа, бик иртә вафат булды... Марс Әхмәҙуллин, Азамат Ғарипов журналыбыҙҙы шәп рәсемдәре менән байытты. Азамат “Аҡбуҙат”ҡа ла, миңә лә тоғро. Ейәнсәрем Асия унда белем алды, дизайнерлыҡҡа юғары белем алырға уҡырға инде.


Һандуғастың Тыуған илен тойорға тейеш балалар яҙыусыһы!


– Балалар өсөн башта проза яҙҙым, аҙаҡ шиғырҙар ижад иттем. Кескәйҙәр өсөн бөтәһе лә яҙа алмай, яҙа белмәй ҙә ул, шуға күрә балалар матбуғатына, әҙәбиәтенә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Быйыл балалар өсөн “Һандуғастың Тыуған иле” тигән китабым сыҡты, уны бәләкәс дуҫтарым өсөн дәреслек тип атайым. Торалар ҙа, балалар өсөн дәреслек юҡ, тиҙәр, бына ошо китап – үҙе әҙер дәреслек. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә күршеләрҙә Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы бирәләр. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың тап балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре ошо бүләккә лайыҡ булды.


– Беҙҙә лә Һәҙиә Дәүләтшина премияһы бар бит.

– Эйе, беҙгә киләсәктә лә балалар әҙәбиәтен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу тураһында уйларға кәрәк. Балалар әҙәбиәтен ҡурсалау – ул әҙәбиәтсе өсөн иң мөһим мәсьәлә. Ғөмүмән, яҙыусы иңендә ҙур бурыс ята. Башҡорт теленең дәүләт статусын яҡлағанда ла тап әҙиптәр тейешле эштәр башҡарҙы, кәрәкле һүҙен әйтте. Таңһылыу Ҡарамышеваның әле булһа бик борсолоп шылтыратҡаны хәтерҙә, беҙ бергәләп Мос­тай ағайға мөрәжәғәт иттек һәм, төн буйы уйланып, кәрәкле текст яҙҙы, депутаттар алдында тәрән итеп сығыш яһаны. Башҡорт теленең дәүләт статусы ул йылдарҙа ана шулай яуланды.


– Радио һәм телевидение аша ла шиғырҙары менән сығыш яһаусылар ҙа булған?

– Эйе, бер мәл беҙ, Ринат Камал, ғалимә Сәриә Миржанова менән Балтас районында йөрөп ятабыҙ һәм ундағы башҡорттарҙың үҙ милләтен танымауы йәнемде әсетте. Илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Ошо рәүешле тыуҙы ла инде “Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто” шиғыры. Ринат һүҙен һөйләй, бейеп тә ебәрә, Сәриә апай йырлай, мин шиғыр һөйләйем, бына шулай халыҡ күңеленә үтәбеҙ. “Башҡорттарға аң­латамын башҡортлоҡто” шиғырын Рауил ағай Бикбаев минең төп шиғырым тип иҫәп­ләне, уны матбуғат аша ла халыҡҡа еткер, тине.


Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайында президиум ағзаһы итеп ҡуйҙы­лар. Эш күрһәтергә тейешмен. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзының беренсе съезын ойоштороусы, доклад менән төп һүҙҙе әйтеү­се лә булдым. Рабиға Ҡушаева тураһында тәүге тапҡыр ҙур фекер әйтелде. Былар хәҙер барыһы ла тарих, әммә ошондай ҙур ваҡиғаларҙы яҙыуҙа ҡатнашыуыма, халҡым яҙмышы менән бергә яныуыма ҡыуанам.


Рәшиҙә Солтанова махсус рәүештә Өфө, халыҡ тураһында ҡыҫҡа шиғырҙар яҙҙырып алды һәм улар, баш ҡала урамдарын биҙәп, бик оҙаҡ йылдар баннерҙарҙа эленеп торҙо. Ул да халыҡты тәрбиәләү ысулы.


Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, мин бик күп сит илдәргә лә сыҡтым. Үзбәк шағирәһе Зөлфиәне барып күрҙем. Уның ире фронтта вафат булған. Ул ҡала уртаһында һарай һымаҡ бик матур, йыһазландырылған ҙур өйҙә яңғыҙы йәшәп ята ине. Колонналы ишектәр, шунда дастарханда самауырҙан сәй эсеп ултырҙыҡ. Мин шул уҡ үҙебеҙҙең Фәүзиә апайҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бигерәк ауыр хәлдә йәшәне.


Татарстанда ла, Сыуашстанда ла, Кавказда ла, Төркиәлә лә булдым. Зөлфәт, Мөҙәрис Әғләмов кеүек шағирҙар менән Татарстанда күрешкән булһаҡ, аҙаҡ һуңғыһы­ның шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарҙым, ул китап булып сыҡты. Беҙ Мөҙәристе үҙе­беҙ­ҙә ҡунаҡ иттек, ул: “Башҡорттар мине ус төбөндә генә йөрөттө!” – тип ҡайтып киткән.


– Һеҙ әҙәбиәтсе булараҡ, үҙ ижады­ғыҙҙы ниндәй жанр менән нарыҡлар инегеҙ?

– Минең ижадым – ул лиро-эпик донъя. Шиғырҙарҙы яҙыу миңә еңелерәк, эскиз итеп фекеремде яҙам да яңынан эшләйем. Поэмалар миңә бик еңел бирелде. Был жанр миңә бик үҙ. Салауатҡа ғына дүрт поэ­ма бағышланым. Поэмалар бик күп яҙылды, иҫәбен дә юғалттым. “Сәләмемде еткер, Аҡсарлаҡ” поэмаһы ла Салауатҡа бағышланған.


Бабич тураһында байтаҡ поэмам бар. Мин уны Шүлгәнташ башында торған фә­рештә итеп күрҙем, ә дошмандары – сусҡа ҡиәфәтендә. Тегеләр унан ярҙам һорай, кеше ит, ти, ә ул ғорур һыны менән Күккә ҡарап, нурланып тора.


Атайымдың Сталинград һуғышына кит­кәне тураһында “Ҡан хәтере” тигән поэма яҙҙым. Ул 1898 йылда тыуған кеше, әммә һуғышҡа алғандар. Ул ҡайтып күп тә тормай 1954 йылда вафат булған. Ошо тетрәндергес хәлдәр мине уның хаҡында яҙыуға этәрҙе. Ҡустым Исламморат менән беҙ икәү генә әсәйем ҡуйынында тороп ҡалдыҡ, ауыр­лыҡтар күреп үҫтек.


Әсәйем үҙ алдына йырлап йөрөй торғайны. Ул үлгәндә лә: “Балаҡайым, ошо йырҙарым менән ожмахҡа инһәм ярар ине!” – тине. Был һүҙҙәре мине бик тетрәндерҙе. Ул ауылда кендек инәһе лә булды, уның ҡулынан бик күп кеше изгелек күрҙе. Ошо әрнеүле, ауыр мөхиттә үҫеп, шағирә булмау мөмкин түгел ине!..


Факиһа Туғыҙбаева ижадының үҙенсәлекле яғы шунда: ябай нәмәләрҙән шиғриәт табып, көтөлмәгән, ҡайһы саҡ хатта экспрессив дөйөмләштереүҙәр яһай белеүендә. Әйтәйек, тупһа, ябай өйҙөң ашалып бөткән тупһаһы тураһында ни яҙырға мөмкин инде бер ҡарауҙа? Ә һәр ябай нәмәнән мәғәнә эҙләгән шағиры таба! Уның өсөн, тимәк, ҙур йәки бәләкәй темалар йәшәмәй.
Шағирәнең үҙ тауышы, үҙ темаһы, үҙ ҡарашы, аҙаҡ килеп, үҙ моңо, үҙ аһәңе бар, сөнки ул шағирәләрҙең генә түгел, хатта әлеге шағирҙарҙың береһенә лә оҡшамаған, нәҡ үҙенә оҡшаған. Бындайҙар һирәк була.

Хәким ҒИЛӘЖЕВ,

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

1981 йыл.

* * *

Заманыбыҙ, йәшәйешебеҙгә хәүеф һалған атомға, хәтәр радиацияларға ҡаршы набат булып яңғыраған публицистик пафослы “Ҡыңғырау” поэмаһы, әҙәбиәт дәреслектәренә индерелеп, мәктәп уҡыусыларында уяулыҡ тойғоһон тәрбиәләшеүҙә үҙ хеҙмәтен башҡара. Уҡыусылар, текстарын ятлап, дәрестәрҙә, сәхнәләрҙә һөйләй.


“Ҡаңным – Һомайғоштоң ҡәлғәһе” дастаныңды башҡорт эпик поэзияһында хәҙерге көндәге ҙур ҡаҙаныш, тип һанайым. Ул – темаһы, алған проблемаһы, эпик киңлеге, жанр үҙенсәлеге, образдарҙың кәүҙәләнеше, ғәжәйеп бай поэтикаһы менән өр-яңы күренеш. Дастанда мин үҙебеҙҙең “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарынан, Көнсығыштың классик дастансылыҡ традицияларынан килгән һәм ижади үҫтерелгән поэтик асыштарҙы күрәм.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,

академик.

2006 йыл.
Читайте нас