"Я шагаю по Зиргану". Ошо юлдарҙы уҡығас, ниндәй һүҙбәйләнеш хәтерегеҙгә килде?
Моғайын, һәр кем "Я шагаю по Москве" фильмын иҫенә төшөргәндер. Былай тип яҙыуым юҡҡа түгел: ошо фильмдың сценарий авторы Геннадий Шпаликовтың тамырҙары – Ергәндән. Уның атаһы – хәрби инженер Фёдор Григорьевич Шкаликов (Куйбышев исемендәге Хәрби- инженер академияһында уҡығанда фамилияһын Шпаликовҡа алыштыра). Ул Сегежа ҡалаһында ҡағыҙ-целлюлоза комбинатында эшләй, ә һуғыш башланғас яуға китеп, 1944 һәләк була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1945 йылдың 29 ғинуарында Германияла эҙһеҙ юғала.
Геннадий Шпаликов башта хәрби училище тамамлай, аҙаҡ Тарковский, Кончаловский менән бергә Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамлай.
"Я шагаю по Москве" фильмына уны данлыҡлы Георгий Данелия саҡыра. Талантлы егет фильм аҙағында йырҙы ла кино төшөргән майҙанда тиҙ арала яҙып бирә.
Ул бик күп фильмдарҙа ҡатнаша, уларҙы ижад итә. Юҡҡа ғына тап Геннадий Шпаликовҡа, Василий Шукшинға, Андрей Тарковскийға ВГИК алдында һәйкәл ҡуйылмаған. Улар – үҙҙәрен ошо сәнғәт төрөнә бағышлаған шәхестәр.
Геннадий Шпаликов Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнгән.