Өфөлә “Урал батыр” китабы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, инеш һүҙҙең һәм аңлатмаларҙың авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов.
Эпосты башҡортсанан руссаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглизсәгә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләнең руссаға тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссамы – Азат Мөхтәруллин.
“Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады хазинаһы. Уға донъя мәҙәниәтендә билдәле булған боронғо эпостарҙың дөйөм һыҙаттары ла, шулай уҡ үҙенсәлекле этник колорит та хас.
Баҫма фольклорҙы тикшереүселәр, шулай уҡ халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик файҙалы булыр. З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған китапты нәшриәттең фирма магазинынан һатып алырға мөмкин.