“Ел аулаусы” фильмын белмәгән башҡорт бармы икән? Бынан 12 йыл элек сыҡҡан киноны әле булһа күптәр яратып ҡарай.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов кеүек арҙаҡлы башҡорт, Марат Бәшәров кеүек татар актерҙарынан тыш, фильмда төп ролдәрҙең береһен Илнур Ғәниев башҡара. Ул ваҡыттағы үҫмер малай Руслан, хәҙер инде ҙурайып тормошта үҙ урынын тапҡан егет менән аралашыу бәхете тейҙе.
– “Ел аулаусы” фильмындағы малай бөгөн нисек йәшәй?
– Мин әлеге мәлдә Мәскәүҙә М.С. Щепкин исемендәге театр институтында актер һөнәренә уҡып йөрөйөм. Быға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссерлыҡ факультетында ситтән тороп белем ала инем, ундағы уҡыуҙы туҡтатып торорға тура килде, әммә киләсәктә быға әйләнеп ҡайтасаҡмын. Бер үк ваҡытта ике йыл дауамында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы хор капеллаһында эшләнем.
Һөйгән ҡыҙым Лиә менән, барыһын да ташлап, Мәскәүгә китергә ҡарар иттек, актер һөнәрен үҙләштереү ине маҡсатым. Беренсе йыл юғары уҡыу йортона инә алманым, әммә күңелде төшөрмәнем, эш эҙләргә ҡарар иттем. Шулай итеп, Рәсәй Свешников исемендәге рус дәүләт хорында хеҙмәт юлым башланды. Ысын мәғәнәһендә уңыш йылмайҙы тип иҫәпләйем, сөнки унда юғары белем менән генә алалар, ә мин хор-дирижерлыҡ буйынса махсус урта белемле генә инем. Хорҙа йылдан артыҡ эшләгәндән һуң театр буйынса тағы ла бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Быныһында уңдым. Әмәлгә ҡалғандай, Башҡортостандан махсус рәүештә студенттар йыялар ине.
– Щепкинсы тормошо нисек бара?
– Инде өсөнсө курста белем алам, тиҙҙән диплом спектаклдәре башланасаҡ. Ике төп, бер икенсе пландағы ролем бар.
– Ғаилә ҡорорға ла өлгөргәнһеңме әллә?
– Өйләндем, ҡатыным Лиә менән Оскар исемле ул үҫтерәбеҙ, уға инде йәш тә өс ай. Дуҫтар “ҡыҙ тыуһа, Тэфи тигән исем ҡуш” тип көлә (“Оскар”, “Тэфи” – Голливудтағы һәм Рәсәйҙәге кино өлкәһендә юғары наградалар – авт.). Был тәҡдим миңә оҡшай, Стефания тип ҡушып, Тэфиға ҡыҫҡартҡанда була (көлә).
– Бынан 12 йыл элек булған хәлдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Киноға нисек барып эләктең?
– Ғәҙәти кастинг аша. Руслан роленә актер малайҙы оҙаҡ эҙләп тә таба алмағас, фильмдың режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов актер-актрисаларҙың балаларына күҙ һалырға ҡушҡан, сөнки гендар ғәләмәтеме икән, уларҙа уйнау һәләте бар.
Әсәйем Лина Ғәниева “Нур” татар дәүләт театрында эшләй. Ул ваҡытта “Башҡортостан” киностудияһында режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән актриса Нәжибә Искәндәрова, әсәйемдән минең фотоһүрәтемде һорап алып, иртәгәһенә кастинг үтергә саҡырған. Әсәй, үҙ сиратында, өйгә ҡайтҡас, миңә хәбәр итергә бер аҙ онотоп йөрөгән әле. Мин ҡыуанам, ул: “Ваҡытынан алда шатланмай тор, кастинг әле кинола төшөүҙе аңлатмай”, – тине. Ә минең үтеремә һис шигем юҡ. Шулай килеп сыҡты ла, йөҙгә Марат Бәшәровҡа ла оҡшағанмын.
– Ысынлап та, оҡшағанһығыҙ шул. Ул ниндәй булып хәтереңдә ҡалған? Аралашып тораһығыҙмы?
– Алсаҡ кеше, йыш ҡына ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итә торғайны. Ғөмүмән, беҙҙең танышыу тарихы ла үҙенсәлекле. Аэропортта фильмды төшөрәләр ине. Барыһы ла Бәшәровтың килеүен көтә. Бүлмәлә кейемемде алмаштырып торам, кемдер инде лә: “Һаумы, улым!” – тине. Күтәрелеп ҡараным да: “Атай!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем, ҡосаҡлашып алдыҡ. Хас та кинолағы һымаҡ килеп сыҡты. Был хәлгә шаһит булғандар беҙҙең тәү күрешеүҙән үк ролгә инеп китеүебеҙгә ғәжәпләнде. Шунда уҡ дуҫлаштыҡ.
Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аралашмайбыҙ, әммә бер нисә тапҡыр осраҡлы рәүештә күрешкән мәлдәр булды. Минең эш урынымдың эргәһендә генә “Экстрасенстар алышы” тапшырыуын төшөрәләр ине (Марат Бәшәров – был тапшырыуҙың алып барыусыһы – авт.). Эшкә китеп барғанда урамда күрешеп һөйләшеп торҙоҡ. Быға тиклем ул уйнаған спектаклгә барғайным, журналистар беҙгә осрашыу ойошторҙо.
– Руслан образы менән оҡшашлығың бармы?
– Бала сағымда мин уның һымаҡ була торғайным. Шуға күрә фильмда үҙемде уйнаным. Ә үҙеңде уйнау һәр ваҡыт ауыр. Мин атайһыҙ үҫтем, шуға Русландың яңғыҙлығын йөрәгем менән тойҙом.
– Кино төшөргәндә ниндәй ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ хәлдәр булды?
– Кастинг ваҡытында, режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың ҡушыуы буйынса, фильмдағы Әхмәт бабайҙың ҡайыш тотоп Русланды баҫтырғанын сағылдырған өҙөктө уйнаным. Ул һуғырға була: “Салбарыңды сис!” – тип арттан ҡыуа, мин: “Балаларҙы туҡмау непедагогично”, – тип ҡасам.
Мин шуҡ малай инем, гел генә шаяртыуҙар уйлап сығара торғайным. Тәмәке тоҡандырғыстың утын тулыһынса астым да Мәүлетбай ағайға һуҙам, тәмәке тоҡандырығыҙ, йәнәһе. Шулай итеп, уның ҡаштары өтөлдө, кино төшөрөү туҡтатыла яҙҙы. Был юлы ағай “Сис салбарыңды, ярам!” тип инде ысынлап арттан баҫтырҙы (көлә).
– Мәүлетбай Ғәйнетдиновҡа бәйле тағы ниндәй хәтирәләр күңелеңдә һаҡлана?
– Ул – актерлыҡҡа тиклем мәшһүр йырсы булып танылған шәхес. Төрлө илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөгән саҡтары хаҡында һөйләй торғайны. Өйөнә барған саҡта йәш сағындағы фотоһүрәттәрен күрҙем – Джеки Чанға оҡшаған (йылмая).
Ғаиләһен ныҡ ярата ине, уның хаҡында йыш һөйләр булды. Киноға төшкән ваҡытта ул яҡын туғаныма әүерелде.
Мәүлетбай ағайҙың актерлыҡ һәләтен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңлап күргәндәр, ә ул күпме ҡыҙыҡлы ролдәр, һоҡланғыс образдар ижад иткән булыр ине!
– Башҡорт кинематографияһындағы фильмдарҙы ҡарап бараһыңмы?
– Әлбиттә. “13-сө раунд”, “Беренсе республика”, “Өфөнән һөйөү менән”, “Һеңлекәш” фильмдарын ҡараным.
– Кинофильмдарҙа миллилектең булыуына ҡарашың нисек? Әллә яңы кимәлгә сығып, замансараҡ стилдә төшөрөргә кәрәк, тип уйлайһыңмы? Мәҫәлән, Айнур Асҡаровты “Өфөнән һөйөү менән” фильмынан һуң әрләүселәр ҙә табылды, ҡайһы берәүҙәр төп герой Уралдың бер ҡатлы итеп күрһәтелеүен, уның урыны менән русса һөйләшеүен, аҙаҡ ауылға ҡайтмайынса ҡалала тороп ҡалыуын өнәп еткермәнеләр...
– Фильмға үпкә белдереү – йүләрлек. Был бит юмор. Ә киноларҙа миллилекте лә заманса күрһәтеп була. Айнур был йәһәттән булдырҙы, киләсәктә тағы ла шәберәк фильмдар төшөрәсәгенә шигем юҡ. “Өфөнән һөйөү менән” киноһы, Эдуардо де Филиппоның пьесалары һәм фильмдары һымаҡ, итальян неореализмы стилендә төшөрөлгән.
Миллилек – күркәм, үҙенсәлекле күренеш, һәм уны киноларҙа йышыраҡ ҡулланырға кәрәк, сөнки тап ул беҙҙе башҡа халыҡтарҙан айыра, тап милли һыҙаттар аша беҙҙе таныйҙар. Ә кино донъяһында үҙенсәлекле булыу бик мөһим. Төп герой Уралдың бер ҡатлылығына килгәндә, үҙемдең уға оҡшаған күп кенә дуҫтарым бар. Был “Өфөнән һөйөү менән” фильмында ысынбарлыҡтың сағылыуы хаҡында һөйләй.
– Үҙеңдә кино төшөрөп ҡарау теләге уянманымы?
– 17 йәштәр тирәһендә, Булат Йосоповтың кино мәктәбендә уҡыған саҡта, “Мин һиңә ышанам” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙөм. Унда Булат Йосоповтың кәңәше буйынса үҙемде уйнаным. Бер ҡатлы ғына картина ул, минең тәүге тәжрибәм. Һуңғы түгелдер тип ышанғы килә.
– Мәскәүҙә уҡыуыңды тамамлағас Башҡортостанға ҡайтып йәшәргә, ижад итергә уйың бармы?
– Әлбиттә. Ғаиләм менән ҡайтып төпләнергә теләйем, әммә килеп сыҡһа, Мәскәүҙә лә актерлыҡ һөнәре менән шөғөлләнергә ине. Ваҡыт күрһәтер. Күптән түгел Дмитрий Бикбаевтың “Быуындар” спектакленә кастингты уңышлы үттем һәм антагонист ролен башҡарҙым. Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә берҙәй йәшәгем һәм ижад иткем килә.
– Киләсәктә барлыҡ хыялдарыңдың һәм уй-ниәттәреңдең тормошҡа ашыуын теләйем. Алла бирһә, Башҡортостан, башҡорт кино сәнғәте үҙенең һәләтле улын ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, сөнки һеҙҙең кеүек ижадсылар республикабыҙға кәрәк.