Тап шулай тип аталды Өфө ҡалаһының Үҙәк китапханаһында барған баш ҡаланың 2-се Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Ғилманованың һәм уның уҡыусыларының күргәҙмәһе.
Ләйсән Ирек ҡыҙы – биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә эшләгән оҫта. Ул – кейеҙҙе художестволы эшкәртеү һәм туҡыу техникаһы төрҙәре (ҡорама ҡорау, туҡыма интарсияһы, биҙәкләп эшләнгән һүрәтле келәм, Индонезия һәм Һиндостан халыҡтары ҡулланған боронғо биҙәк техникаһы батик) менән оҫта эш иткән, Рәсәй Рәссамдар союзы һәм Башҡортостан һөнәрселәр берлеге ағзаһы, халыҡ-ара, төбәк-ара, республика һынлы сәнғәт бәйгеләрендә ҡатнашҡан рәссам.
Ләйсән Ирек ҡыҙының панноларына төрлө геометрик формаларҙағы, яҫылыҡтағы күләмле рельеф һүрәттәр хас. Уның эштәренең төп мотивтарын төрки халыҡтарына ғына хас мифик һәм поэтик контекстар, символдар һәм тамғалар, милли биҙәктәр тәшкил итә.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт, графика факультетын тамамлап, хәҙер инде Өфө ҡалаһының 2-се Балалар художество мәктәбенең рәсем, һынлы сәнғәт, композиция һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте уҡытыусыһы булып эшләгән Ләйсән Ғилманова үҙе лә, уның уҡыусылары ла кейеҙҙән төрлө әйберҙәр һәм паннолар яһай. Етәкселәре менән балалар кейеҙ сәнғәтенең тарихы һәм сәнғәт төрө булараҡ ошо шөғөлдөң хәҙерге үҫеше менән таныша.
“Кейеҙ мөғжизәләре” тип исемләнгән күргәҙмәлә уҡыусыларҙың айырым да, күмәкләп тә башҡарған ижад эштәре урын алды. Күргәҙмәләге паннолар, кейеҙҙән баҫылған ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, арт-объекттар, баш кейемдәре һәм сумкалар төрлө бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Уларҙа һәр баланың үҙ стиле, донъяны ҡабул итеүе, һәләте һәм тормошҡа ҡарашы асыҡ сағылған.
Күргәҙмә асылған көндә Ләйсән Ирек ҡыҙы кейеҙ техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе. Бер ай эшләгән үҙенсәлекле күргәҙмә бөгөн, 31 ғинуарҙа, ябыла. Кемдәр уны әле күрмәгән, рәхим итегеҙ!