Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2020, 10:55

“Тәбиғәттең һәр күренеше – ҡабатланмаҫ”

Фирүзә Яҡшығолова – Өфө ҡалаһындағы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Тәбиғәт күренештәрен, төрлө ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе фотоға төшөрөргә һәм үҙе лә фотоһүрәткә төшөргә ярата. Матурлыҡҡа ынтылған ҡыҙ бейеү сәнғәтенә ғашиҡ, Гүзәл Исламғолова-Юлдашева етәкселегендәге “Гүзәл-Данс” студияһында шөғөлләнә.

– Әлеге көндә йәшәгән ауылыбыҙ Өфө районының хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, яныбыҙҙа ғына матур күл, урман. Шулай уҡ Баймаҡ районының Таулыҡай ауылына – өләсәйем менән ҡартатайыма ҡунаҡҡа барғанымда ла тауға артылырға, тирә-яҡ менән танышырға тырышам. Тәбиғәттең һәр мәле, һәр күренеше – ҡабатланмаҫ, – ти Фирүзә.

Әйҙәгеҙ әүҙемерәк бу­ла­йыҡ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@ mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебә­реүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, һеҙҙән хозур тәбиғәт күре­нештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө күркәм мәлдәр сағылды­рылған матур, йәнле ижади эштәр көтәбеҙ. Бәйгелә еңгән авторға бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас