Башҡортостан Хөкүмәтендә министрлыҡтар, ведомстволар, яҙыусылар, видеоаралашыу аша Мишкә, Дүртөйлө, Йылайыр райондары хакимиәттәре ҡатнашлығында дәүләт эшмәкәре, атаҡлы башҡорт шағиры, музыкант, телмәр оҫтаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә министрлыҡтар, ведомстволар, яҙыусылар, видеоаралашыу аша Мишкә, Дүртөйлө, Йылайыр райондары хакимиәттәре ҡатнашлығында дәүләт эшмәкәре, атаҡлы башҡорт шағиры, музыкант, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойоштороу комитеты саралар планын ҡараны.
План буйынса, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә шағирҙың йыйынтығы, уның турала китап сығарыу, Башҡортостандың һәр районында әҙәби- мәҙәни саралар, мәктәптәрҙә Бабич дәрестәре, йәш шағирҙар араһында "Бабич вариҫтары' конкурсы, ғилми конференция уҙғарыу, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Һуңғы төн" поэмаһын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" театры тарафынан сәхнәләштереү, сувенир продукция етештереү һәм башҡа саралар ҡаралған.