“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында барған “Ҡош юлы. Балалар” проектын күптәр үҙ итеп өлгөрҙө.
“Тәүге ике миҙгелдә күп сағыу йондоҙҙар балҡыны! Быйыл да көслө, талантлы, рухлы дуҫтарыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ! Рәхим итегеҙ!” - тип өндәшә телеканалал етәкселеге һәм бәйгене ойоштороп, алып барыусы команда.
Әлеге ваҡытта тамашасыларҙың һорауы буйынса балалар проектына ғаризаларҙы ҡабул итеү ваҡыты 9 февралгә тиклем оҙайтылған.
Конкурста ҡатнашыу өсөн шарттар түбәндәгесә:
- Ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыһы (йәки уҡыусыларҙың тиңдәше) булырға тейеш;
- Ғаризаларҙы видео форматында "ҠошЮлы" төркөмөнөң махсус видеояҙмалар альбомына һалырға.
- Ҡатнашыусы мотлаҡ үҙе гитарала уйнап, башҡорт телендә йырларға тейеш. Өҫтәмә музыкаль ҡоралдар ҡулланыу һәм ярҙамсылар ҡушылыуы мөмкин.
Икенсе этапҡа һайлап алыу туры буласаҡ!
Фото: “Тамыр” балалар телеканалы.