“Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән журналист Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде.
Улар - “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында яуаплы секретарь булып эшләгән Темәс ауылы егете Илгиз Ишбулатов менән “Баймакский вестник” гәзите хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев.
Был премия Юлай Мәҡсүтовтың исемен мәңгеләштереү, йәш ижадсыларҙы дәртләндереү маҡсатында 2008 йылда барлыҡҡа килә. Уны булдырыуға Баймаҡ китапханалары селтәренең ул ваҡыттағы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина күп көс һала. Премияның тәүге лауреаты - Зөлфиә Сафина, әле ул Баймаҡ телевидениеһы директоры булып эшләй.
Быйылғы премия лауреаттарын ихлас ҡотлайбыҙ, артабанғы эштәрендә уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!