Артур Кәбировтың концерты аншлаг менән үтте, тамаша аҙағында бөтә зал, юғары баһа белдереп, аяғүрә баҫты.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры “Февраль. Буран”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Хыялға ҡаршы”, “Нәркәс”, “Эҙләнем, бәғерем, һине” кеүек спектаклдәрҙәге төп ролдәрҙе уйнауы менән генә түгел, йырсы булараҡ та күптәрҙе әсир итә. Хәйер, һуңғыһы менән ул тамашасыһын һағындырып, танһыҡҡа ғына тигәндәй ҡыуандыра – “Ут биреп торған сағым” һәм “Яңғыҙ юлаусы” концерттары араһы – өс йыл.
Билеттар алдан һатылып бөткән, зал шығырым тулы. Һәр береһе концерттан күңел йылыһы көтә. Уларҙың өмөтө аҡланды: тере музыка, Артурҙың ихласлығы, һәр бер йырлаған йырының тәрән мәғәнәһе күңел юшҡындарын аҡтарып сығарғандай ине.
Йырсының ижадына байҡау яһағанда, уға “шиғриәтле моң” тип исем бирге килә. Артур Кәбиров һәр йырының һүҙҙәренә талапсан. Ҡайһы берҙәрен үҙе ижад итә, ҡайһы берҙәрен һүҙ оҫталарының шиғырҙарынан һайлап ала. Һәм һәр береһе сәпкә тейә.
Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлын һүрәтләгән “Февраль. Буран” спектаклендәге “Минең йондоҙом” йыры күптән халыҡтыҡына әүерелгән. Рәми Ғариповтың һүҙҙәре менән Илшат Яхин көйө бар иткән һоҡланғыс йырҙы Артур Кәбиров күңел биреп, артыҡ моңло итеп башҡара, был ижад емешенең донъя күреүенә ете йыл самаһы ваҡыт уҙһа ла, ул һаман күпселектең иң яратҡан йырҙар рәтендә. Тап ошо йырҙы, Артурҙың тәүге концертындағылай, тамашасылар “на бисс” һорап, концерттан һуң тағы ла бер ҡат йырлатты.
Мөхәббәт, тыуған ер, ата-әсәгә булған һөйөү, ғәҙел, тура юлдан тайпылмау, бала-ата мөнәсәбәттәре кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында йырлауҙан тыш, Артур Кәбиров үҙ концертын төрлө шиғыр-монологтар менән оҙата барҙы, ә гитара, барабан, флейта, скрипка кеүек музыка ҡоралдары, ярым ҡараңғылыҡ кисәгә тағы ла нығыраҡ тылсым өҫтәне.
Кейемдәре шау ялтырауҙан торған, ҙур-ҙур залдар йыйған хәлдә лә, йырҙары ваҡыт ҡуласаһының бер өлөшөн генә тәшкил итеп, бер ни тиклем арауыҡтан онотолған буш йырсылар була. Ә Артур Кәбировтың ижады уларҙың тап киреһе – ул йөрәккә барып етә, ә йылыһы, яҡтыһы йылдар буйына етә.