Танылған сатира оҫтаһы, журналист Марсель Сәлимов өсөн 2019 йыл ваҡиғаларға бай булды. Теүәл бер йыл элек яҙыусы үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Һәм ал-ял белмәй ижад эшенә сумды, бер үк ваҡытта уҡыусылар менән ихлас аралашты. Күптәр хәтерләйҙер, Марсель Шәйнур улы Халыҡ-ара Көлкө көнөндә үҙенең “Көлкө төнө”н ойошторҙо. Тәү тапҡыр үтте бындай сара. Һүҙ сәнғәтенең көлкө жанры йәше-ҡарты күңеленә хуш килде. Һәр эштең һөҙөмтәһен күреү мөһим, был йәһәттән Марсель ағай ҙур ҡәнәғәтлек менән хисап бирә алыр ине. Мәҫәлән, ул Мәскәү, Чебоксар, Баҡы, Төмән ҡалаларында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты.
Былтыр әҙиптең Мәскәү һәм Ҡазан нәшриәттәрендә дүрт китабы баҫылып сыҡты. Мәскәүҙең “Эксмо” нәшриәтендә донъя күргән “Һайланғандар өсөн һайланған” тигән йыйынтығы “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” тигән милли премияға лайыҡ булды. Алтын ҡәләм – фиҙакәр хеҙмәт емеше. Ә Марсель Сәлимовты Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла яҡшы беләләр. Башҡортостан тигән исемде сит илдәрҙә лә яңғыратты ҡәләм оҫтаһы. Сатира әҙәби аралашыуҙың иң ҡулай, иң уңышлы алымдарының береһе икәнен беҙ М. Сәлимов эшмәкәрлеге аша асыҡ күрәбеҙ. Лондонда инглиз телендә китабы нәшерләнде, һәм ул АҠШ-та Джек Лондон исемендәге премияға лайыҡ булды.
Күптән түгел М. Сәлимов Мәскәүҙән матур яңылыҡтар менән ҡайтты. Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Ющенконың Рәхмәт хатында ҡәләм оҫтаһының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирә: “Юмор һәм сатира әҙәбиәттең “еңел жанр”ы иҫәпләнә, ләкин уҡыусыны көлдөрөүҙән дә ауырыраҡ бер нәмә лә юҡ... Һеҙҙең алтын ҡәләмегеҙ, ысын мәғәнәһендә, башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәте журналистикаһының алтын фондына юлдар яҙҙы”, тиелә унда.
Әҙип Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса һәм Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидара эштәре буйынса комитеттарының рәхмәттәренә лайыҡ булды.
Театр йылы М. Сәлимов өсөн матур яңылыҡтар алып килде. Мәскәүҙә эшләп килгән “Илһам” башҡорт халыҡ театры уның скетчтарын сәхнәгә сығарғайны. Автор һәм театр актерҙары Германияла үткән Дюк ле Ришелье исемендәге халыҡ-ара конкурстың “Театр сәнғәте” номинацияһында еңеүсе исемен алды. Әҙип Мәскәүҙә бына ошо ижади коллектив менән дә осрашты.
Йылды йомғаҡлап, сатира һәм юмор оҫтаһы М. Сәлимов Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында “Мостай Кәрим ҡанаты аҫтында сатирикка ла йылы ине...” тип аталған ижад кисәһен үткәрҙе. Сатирик унда үткән юлға күҙ һалды, иң ҡыҙыҡ һәм мажаралы ваҡиғаларҙы хәтергә алды. Экрандан Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йәш ҡәләмдәше тураһындағы фекерҙәре яңғыраны. М. Сәлимов үҙенең китапханаһынан бер нисә йыйынтығын Милли китапхана фондына тапшырҙы. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторған “Шаян һәм шифалы талант эйәһе” тип аталған М. Сәлимовтың төрлө телдәрҙә сыҡҡан китаптары күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин тапшырған Рәхмәт хаты танылған сатирик Марсель Сәлимовҡа артабанғы ижади эшмәкәрлегенә илһам бирер. Һис шикһеҙ, беҙ былар тураһында ишетербеҙ әле.