Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраль 2020, 08:34

“Бабич” романы нимә хаҡында?

Архивтарҙа эҙләнеү һөҙөмтәһендә тыуған уйҙар.

Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ шәхесе – бөйөк шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Указға ярашлы, республика Хөкүмәте 2020 йылда республикабыҙҙа юбилей сараларын үткәреү планын әҙерләне. Ошондай сараларҙың береһе оҙаҡламай БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ла үткәреләсәк. Музей хеҙмәткәрҙәре 6 февралдә “Ағиҙел” журналы менән берлектә билдәле драматург, прозаик, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Наил Ғәйетбаевтың “Бабич” романы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ойоштора. Сарала әҙиптең ҡәләмдәш дуҫтары, әҙәбиәт белгестәре, тарихсылар, журналистар ҡатнаша. Наил ҒӘЙЕТБАЕВ менән әңгәмәлә һүҙ, нигеҙҙә, “Бабич” романы хаҡында.


– Хөрмәтле Наил Әсғәт улы! Китап уҡыусы һеҙҙе, нигеҙҙә, драматург тип белә. Шулай ҙа һеҙ, бил­дәле булыуынса, әҙәбиәткә проза, йәғни “Көҙгө ямғырҙар миҙгеле” тигән китабығыҙға тупланған повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы менән килеп ингәйнегеҙ. Унан һуң да повесть, хикәйәләрегеҙ донъя күреп торһа ла, бер мәл тотошлайы менән драматургияға “сумып”, был өлкәлә хатта үҙ мәктәбегеҙҙе бул­дырыуға ла өлгәштегеҙ. Әле бына киң планлы “Бабич” романын яҙып, үҙегеҙҙе бынамын тигән тарихсы-романсы итеп тә таныт­тығыҙ. Был хәл-ваҡиғаны нисек баһаларға: һеҙҙең үҙ “асылығыҙға” ҡайтыу типме, әллә?.. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе кем тип иҫәпләйһегеҙ: драматургмы, әллә прозаикмы?

– Әлбиттә, мин хәҙер үҙемде драматург тип һанайым. Әммә пьеса яҙыу – уғата ауыр хеҙмәт. Бер пьеса ижад итеү ул бер вагон түмәр ярыу менән берҙер. Шуға пьеса яҙыуға ҡыйынлыҡ менән тотонам. Ә бына утыҙ йыл прозанан айырылып торған­дан һуң “Бабич” романын яҙғанда, һәр саҡ шатлыҡ кисерҙем. Яҙып ултырам, үҙем, ҡыуанысыма түҙә алмай, йырлап ебәрәм. Ҡатыным әйтә: “Пьеса яҙғанда һин һис тә йырламайһың”, – ти. Сөнки пьеса яҙыу, ҡабатлап әйтәм, ауыр эш. Ә проза – ул ял итеү кеүек, йырлау һымаҡ. Шуға ла килә­сәктә пьесалар яҙыуҙы дауам итһәм дә, ара-тирә ял итеп алыу өсөн про­заға ла тотонормон, тип уйлайым.


– Һеҙгә Бабич темаһы бөтөнләй ят түгел икәнен дә беләбеҙ, йәғни халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Шәйех­зада Бабич образдарын үҙе­геҙҙең “Шәйехзада Бабич – атҡа­ҙанған артист” һәм “Башҡор­томдоң күҙ йәше” тигән драма әҫәрҙәрендә тыуҙырған инегеҙ (әйткәндәй, улар­ҙың икеһе лә һеҙҙең “Һайланма әҫәрҙәр”егеҙҙең I томында донъя күрҙе, Өфө: Китап, 2015).
– 2009 йылда Сибай филар­монияһы исеменән унда актер һәм режиссер булып эшләгән Вәкил Йосопов минән Бабич тураһында музыкаль пьеса яҙып биреүемде һо­раны. Ул әҫәрҙе ижад итеү өсөн күп кенә материал тупланым. Пьесаны яҙҙым, уны ҡуйҙылар. Матур ғына спектакль килеп сыҡты. Әммә туп­ланған материалдың күп өлөшө фай­ҙаланылмай ҡалды. Улар ярҙамында күп яҡлы талантҡа эйә булған Бабичтың тағы бер һыҙатын күрһәтеү өсөн йәнә бер пьеса яҙҙым. Ул комедия ине, сөнки мин унда Бабичтың көлдөргөс һәләтен күрһәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙым. Уны хатта “көлкө тоҡсайы” тип атағандар бит. Әммә йыйылған материалдарҙың яртыһы­нан күбеһе барыбер был әҫәргә лә инмәй ҡалды.
Оҙаҡ уйланып йөрөгәндән һуң, романға тотондом. Уны яҙыуымдың тағы бер сәбәбе бар. Бабич образы күп әҫәрҙәрҙә – повестарҙа, роман­дарҙа, шулай уҡ спектаклдәрҙә, кино­фильмдарҙа бер планда ғына, атап әйткәндә, шағир булараҡ ҡына һүрәт­ләнә: ул килеп инә лә, кәрәккәнгә лә, кәрәкмәгәнгә лә шиғыр һөйләй башлай. Ә Бабич бер ҡатлы шағир ғына булмаған бит! Ул дәүләт эшмәкәре, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған. Бер һүҙ менән әйткәндә, күп яҡлы талант эйәһе ул. Мин романымда Бабичтың бына ошо төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы, көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтеү маҡсатын ҡуйҙым.


– Һеҙ “Бабич” романында ХХ быуат башындағы иң ҡатмарлы осорҙо – 1917 йылда булған Февраль һәм Октябрь революциялары, Граждандар һуғышы дәүерен сағылдыраһығыҙ һәм башҡорт халҡының һаман да булһа ҡан­һырап торған яраһы, һеҙ яҙғанса, “күҙ йәше” булған Ш. Бабичтың хә­терҙә ҡалырлыҡ образын тыу­ҙыр­ғанһығыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, бындай ҡатмарлы дәүерҙе, Шәйехзада Бабич, Шәриф Манатов, Сәғит Ме­рәҫов һымаҡ тарихи шәхестәрҙең реаль образдарын тыуҙырыу өсөн, һеҙҙең бихисап материал менән танышып сығыуығыҙ, архивтарҙа эҙләнеп, бик күп мәғлүмәт туплауығыҙ күренеп тора. Аныҡ ҡына әйткәндә, әҫәр ниндәй ғилми сығанаҡтарға таянып яҙылды?

– Иң алда билдәле шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың Бабич хаҡындағы китаптарын әйтер инем. Уның “Ш. Бабич. Тормошо һәм ижады” (Өфө: Китап, 1981, 1995) тигән монографияһы, “Шәйехзада Бабич тураһында иҫтәлектәр” (Өфө, 1994. Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм аңлатмалар яҙыусыһы – Рауил Бикбаев) китабы иҫ киткес күп материал бирҙе. Ш. Бабичтың Ҡазанда баҫылған “Зәңгәр йырҙар” (Ҡазан, 1990) исемле китабында ғалим һәм яҙыусы Ғәлимйән Ғилманов тарафынан шағирҙың әҫәрҙәренә ҡарата яҙылған бай мәғлүмәтле яҙмаларынан үҙем өсөн кәрәкле мөһим мәғлүмәттәр таптым. Һәм, әлбиттә, Башҡортостандың автономия алған осорона бағышланған ғилми әҙәбиәт – Б. Юлдашбаев, М. Ҡолшәрипов, И. Аҡмановтарҙың һәм башҡа белгестәрҙең ғилми хеҙмәт­тәренән башҡа иҫ киткес бай һәм ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған осор тураһында мәғлүмәт туплау мөмкин түгел ине. Зәки Вәлидиҙең хәтирә­ләре, Бабичтың һеңлеләре яҙып ҡалдырған иҫтәлектәре, хаттары бик күпте бирҙе. Ҡыҫҡаһы, файҙаланған әҙәбиәтте һанап бөтөрлөк түгел. Әҫәрҙе яҙыу барышында өҫтәлемдә утыҙҙан ашыу китап һәр ваҡыт асыҡ килеш ята торғайны.


– Билдәле булыуынса, беҙҙең башҡорт һүҙ сәнғәтендә Бабич образына быға тиклем дә мөрәжәғәт иткәндәре булды, ләкин “һеҙҙең” Бабичты бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел. Иң тәү сиратта, ниндәй ул һеҙҙең Бабич?


– Шәйехзада Бабич – шағир, сәсән, артист ҡына түгел, тәү сиратта, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан автономия яулаған осорҙа ирекле республика ойоштороуға күп көс һалған шәхес.


– Һеҙҙең романды уҡып сыҡҡан ҡайһы берәүҙәрҙән, әҫәрҙә халҡы­быҙҙың бөйөк улы образын тыу­ҙырғанда яҙыусы уның мөхәббәт “мажараларына” күберәк иғтибар биргән кеүек. Һөҙөмтәлә Бабич нисектер ҡатын-ҡыҙға мөхәббәте һәр саҡ ташып торған, матур ҡыҙҙар күҙләп йөрөргә әүәҫ булған егет һымағыраҡ һүрәтләнгән тигән фекер ишетергә мөмкин. Ә үҙегеҙ был тәңгәлдә ни тиер инегеҙ?

– Ғалимдар раҫлауынса, сексуаль энергияһы көслө булған ирҙәр тормошта ла ҙур уңыштарға өлгәшә, талантын төрлө яҡлап аса. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәббәт ир-егетте бөйөк эштәргә этәрә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит инде. Ундай энергияһы сибек булған ир заты тормошта ла пассив була, уңыштары ла ҙур булмай, карьера ла яһай алмай.
Ә Бабич, әйтеүебеҙсә, күп яҡлы талант эйәһе, һәләтле шағир, кесе йәштән үҙен оҫта таҡмаҡсы, сәсән итеп таныта, әйтештәрҙә ул – думбырала, балалайкала, мандолинала, гитарала уйнаусы виртуоз, бейеүҙәр һала, концерттар ойоштора, көлкө оҫтаһы, ҙур залдарҙы арбай белгән оратор, мәркәз шура рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған осорҙа үҙен тәжрибәле етәксе итеп күрһәткән оло шәхес. Ошондай егеттең ҡатын-ҡыҙға ҡарата битараф йәки илке-һалҡы булыуы мөмкин түгел. Ә күп ҡырлы талант эйәһенә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тартылып бара бит. Уларҙың араһында, ғәҙәттә, ныҡ һылыуҙар ҙа күп була. Бабич шул ҡыҙҙарға арнап бик күп шиғыр-таҡмаҡтар сығарған. Ошонан һуң мин нисек итеп Бабичты ҡатын-ҡыҙға, мөхәббәткә битараф булған һалҡын ҡанлы, йөрәкһеҙ шағир итеп күрһәтәйем, ти?! Әлбиттә, икенсе енесте яратмаған, күрә алмаған ҡайһы берәүҙәр шуны теләйҙер, әммә мин Бабичты “мөхәббәтһеҙ бабай” итеп һүрәтләй алманым.


– Романда билдәле бер тарихи дәүер һәм шул дәүерҙә йәшәгән реаль шәхестәр хәрәкәт итә, йәғни жанры буйынса уны тарихи роман йәки шуның бер төрө булған тарихи-биографик, тарихи-документаль әҫәр тип тә нарыҡларға булыр ине, ләкин һеҙ бары тик “роман” тип ҡуйыу менән сикләнгәнһегеҙ. Был тәңгәлдә реаль дөрөҫлөк һәм яҙыусы фантазияһы араһындағы нисбәт һаҡланмауын күҙ уңында тотоп шулай эшләнегеҙме?

– Урыҫтарҙа шундай һүҙбәйләнеш бар: әгәр егет менән ҡыҙ бер-береһен ярата икән, “у них роман” тиҙәр. Улар араһында мөхәббәт тигәнде аңлата был һүҙ. Бынан нимә килеп сыға? Әгәр һин роман яҙаһың икән, унда мотлаҡ мөхәббәт булырға тейеш. Элек фәҡәт мөхәббәткә бағышланған романдар ҙа яҙғандар. Ә егерме өс йәшлек Бабичтың мөхәббәт энергияһы күкрәгенә һыймаған. Ул талантлы шағир, һәр сығышы менән тамашасыны арбай белеүсе иҫ киткес артист! Шәйехзаданың бер сығышын күреү менән тиҫтәләгән ҡыҙ уға ғашиҡ булған, үҙ мөхәббәтен белдереп, уға хаттар яҙған, тойғоларын күҙенә ҡарап әйткән. Шунан һуң йөрәге булған ниндәй егет үҙе лә уларға ғашиҡ булмаһын инде?! Әйткәндәй, үҙҙәре­нең хәтирәләрендә күптәр телгә ала Бабичтың был һыҙаты хаҡында.


– Әҫәрҙә иң көслө образдарҙың береһе – ул Йомабикә образы. Уның хаҡында әҫәрҙең бер урынында Зәки Вәлиди ауыҙынан “бер менәүәр ҡаҙаҡ ҡыҙы” тигән һүҙҙәр “әйттерелә”. Ысынлап та, был образдың реаль нигеҙе, йәғни прототибы бармы?


– Бабичтың һеңлеһе Фәсәхәттең хәтирәләрендә Бабич Дүсәнбайҙа мулдәкә булып йөрөгән саҡта бер ҡаҙаҡ ҡыҙына ғашиҡ булып, аҙаҡ уның менән хат алышыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Ғөмүмән, ошо ҡаҙаҡ ҡыҙы башҡа хеҙмәттәрҙә лә күренгеләп ҡала. Ана шулай төрлө сығанаҡтарҙан йыйылған образ ул – Йомабикә.


– Һеҙҙең төп маҡсат – Бабич образын төрлө яҡлап асыу, ти­негеҙ. Шулай ҙа, беҙҙең ҡарамаҡҡа, уның ижадына, йәғни уны шағир-трибун булараҡ асыуға иғтибар биреп етелмәгән һымаҡ. Ә һеҙҙең ҡарамаҡҡа?

– Романда Бабичтың үҙ шиғыр­ҙа­рын уҡыуы байтаҡ килтерелә, минең­сә. Иғтибар итһәгеҙ, һүрәтләнгән эпизодтарҙа төрлө сетерекле хәл­дәрҙә уның һәр шиғыры тыңлаусы­ларҙың ҡарашын кәрәкле яҡҡа бороп ебәрә, йәғни Бабич үҙенең шиғыр­ҙарын көрәштә ҡорал итеп файҙа­лана. Унан башҡа, төрлө ситуацияға ҡарап, Бабич исеменән үҙем яҙған байтаҡ шиғырҙар, таҡмаҡтар бирелгән әҫәрҙә. Ә уның әҫәрҙәге хәл-ва­ҡиғаларға йоғонто яһамаҫтай шиғыр­ҙарын килтереп торманым. Минең маҡсат Бабич ижадын тулыһынса күрһәтеү түгел, ә уның ниндәй шәхес булғанлығын асып һалыу ине.


– Һеҙ, билдәле булыуынса, ҡала ерлегендә үҫеп буй еткереп, техник вуз тамамлағанһығыҙ. Шулай ҙа һеҙҙең әҫәрҙәрҙең теле шыма һәм һутлы булыуы менән айырылып тора. “Бабич” та, тарихи йүнәлешле роман булыуға ҡарамаҫтан, еңел һәм мауығып уҡыла. Ҡайҙан килә һеҙҙә бындай тел байлығы?

– Ноғман ағай Мусин да романды уҡып сыҡҡас, әҫәрҙең теле бик матур, тип маҡтағайны. Тел байлығы атай-әсәйҙән, тыуған төйәктән килә, әлбиттә. Мин мәктәптә, институтта русса уҡып, аҙаҡ байтаҡ йылдар урыҫтар араһында йәшәп эшләһәм дә, тамырҙарым башҡорт ерлегендә бит, башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен.


– Һеҙ әҫәрегеҙҙә Бабичтың үҙенең башҡорт милләтенән булы­уын таныуын, “Беҙ үҙебеҙ – баш­ҡорттар!” тип оран ташлаған шағир итеп күрһәтеүгә өлгәшкәнһегеҙ. Был тәңгәлдә ниндәй сығанаҡтарға таянып эш иттегеҙ?

– Бабичтың шәжәрәһе күп кенә ғилми сығанаҡтарҙа килтерелеп, унда атаһының башҡорт икәнлеге асыҡ әйтелә. Әлбиттә, улар төньяҡ-көн­ба­йыш диалектында һөйләшкән. Ба­бичтың үҙен башҡорт тип танытҡан бик күп шиғырҙары бар. Улар ара­һында һеҙ әйткән “Беҙ үҙебеҙ –башҡорттар”, шулай уҡ “Башҡорт­остан” һәм башҡа шиғырҙарын күрһәтергә була.


– Һеҙ романда Бабичтың ун һигеҙ йәшендә генә бер әйтештә ҡат­нашып, үҙенең матур, фәһемле ҡобайырҙары менән танылған ҡаҙаҡ сәсәнен еңеүен һүрәтләй­һегеҙ. Шәйехзада ул ҡобайырҙарҙы үҙе яҙғанмы?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бабичтың ҡобайырҙары бик аҙ һаҡланған, ә ҡаҙаҡтарҙа сығарғандары бөтөнләй билдәһеҙ. Фәҡәт һеңлеһенә яҙған хатында ғына ул, әйтештә ҡатнашып, ҡаҙаҡ сәсәнен еңгәнлеген, ҙур бүләк алғанлығын әйтә. Шуға күрә романда Бабич әйткән ҡобайырҙарҙы үҙемә ижад итергә тура килде. Айырма бар­лығы шунда: Бабич ундай ҡобайыр­ҙарҙы “һә” тигәнсә уйлап сығарып, думбыра һуғып, йырлап ебәрә алһа, мин уларҙы төндәр буйы ултырып, оҙаҡ яҙҙым.


– Бабичтың һәләк булыуы тормошта башҡасараҡ булған бит. Был тәңгәлдә һеҙ ниңә дөрөҫлөктән ҡастығыҙ?

– Дөрөҫ. Мин Бабичтың үлемен натуралистик рәүештә, йәғни нисек булған, шулай һүрәтләүҙән аңлы рә­үештә баш тарттым. Уның һәләк булыуы тураһында бик күп материалды өйрәндем. Мәҫәлән, Роберт Байы­мовтың “Сыбар шоңҡар” тигән бик шәп романында Бабичтың үлеме хаҡында “Шәйехзаданың башын уртаға яра һуҡтылар, уның ике күҙе ике яҡҡа айырылып китте” тип артыҡ натурализмға бирелеү Бабичҡа ҡарата йәлләү уятаһы урынға, кү­ңелдә ниндәйҙер ытырғаныс, ғөмүмән, кире тойғолар тыуҙыра. Шуға мин Бабичтың үлемен артыҡ тәфсирләп яҙыуҙан ҡастым, уның вафат булыуын һүрәтләү аша уҡыусылар күңелендә фәҡәт йәлләү, һағыш тыуҙырырға ынтылдым, халҡыбыҙҙың бөйөк улының ваҡытһыҙ үлеме өсөн оло үкенес, сикһеҙ ҡайғырыу тойғоларын еткерергә тырыштым. Шуға өлгәштем дә шикелле.

Читайте нас