Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраля 2020, 08:30

Әҙәби мираҫты барлаусыларыбыҙ бар

Фиҙакәрлеге һоҡландыра.

Бала саҡтан алып ҡолаҡ төбөндә бөгөн дә яңғыраған “фәлән ағайҙың, олатайҙың уландары атай-олатайҙарының нигеҙен ҡоротмай, маладис булып сыҡты” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе – беҙҙең халыҡтың үҙе тыуып үҫкән ерен, һыуын, бөтә тәбиғәтен яратыуын, яҡты донъя­нан киткән өлкән быуын кешеләренең иҫтәлеген һаҡлауын, уларҙың рухын дауам итеүен һәм үҙ балаларының йөрәктәренә еткереүен раҫлаған күренештәр ул.
Минеңсә, атай йортоноң ниге­ҙен ҡоротмау һәм атайҙың ми­раҫын һаҡлау төшөнсәләре ауаздаш кеүек ҡабул ителә. Был яҙмала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, танылған яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың әҙәби мираҫын барлаусы кесе улы Рауил Өмөтбаев тураһында һүҙ барыр.


Үҙем иҫләүем буйынса, яҙыусы фани донъяла йәшәү осоронда (ул 1997 йылда, 74-се йәшендә вафат булды) дүрт китабын һәм бер нисә хикәйәһен баҫтырып сыға­рырға өлгөрҙө. Бөгөн инде Рауил Рамаҙан улының тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм журналистика өлкәһендәге таланты арҡаһында әҙәбиәт һөйөүселәр, башҡорт халҡы яҙыусы һәм яугир Рамаҙан Өмөт­баев­тың иҫ киткес бай телле һәм бик тә үҙен­сәлекле әҙәби мираҫы менән таныш, уны йылы ҡабул итәләр һәм яҙыусыға ҡара­та ихтирамын тағы ла юғарыраҡ күтәрәләр.
Рауил Өмөтбаевтың үрҙә әйтелгән өлкәләге уңышлы әҙәби һәм журналистик эшмә­кәрлеген бер нисә йүнәлешкә бүлергә була. Беренсеһе – “Башҡортостан”, “Йән­шиш­мә” гәзиттәрендә һәм “Ағиҙел” журналында донъя күргән, атаһына арналған иҫтәлектәр. Уҙған 22 йыл эсендә уларҙың һаны унға барып еткән, улар араһында “Атайым һабаҡтары”, “Ата­йымдың мираҫы”, “Халыҡҡа хеҙмәт итте”, “Тыуған төйәгенең тарихын яҙҙы”, “Яугир. Дәүләт эшмәкәре. Әҙип” һәм башҡа яҙмалар бар. Был баҫма­ларҙа яҙыусының әҙәби мираҫы, уның үҙ хал­ҡына тоғро һәм фиҙакәр хеҙмәте, тыуған төйәгенә ихтирамы, яугир һәм күренекле дәүләт эшмә­кәре булараҡ, күпте күргән, үҙ йөрәгенән үткәргән, ябай көнкүрештән туп­ланып, фәлсәфәүи уйҙар аша үткән, бөгөн дә көнүҙәк тормош һабаҡтары урын алған.
Атаһының әҙәби мираҫы тураһында Рауил Өмөтбаев эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше – ул яҙыусының үҙе иҫән ваҡытта баҫтырылмаған хикәйәләре йәки өҫтәмә баҫмаға әҙерләү һәм уларҙы үрҙә әйтелгән киң мәғлүмәт сараларында баҫтырып сыға­рыу. Был материалдарҙа ла тел байлығы, еңел булмаған ауыл тормошо күренештәре, сатира һәм юмор умырылып ята. Һуңғы­лары тураһында, яҙыусының мәрәкә өсөн махсус рәүештә уйлап тапҡан алымдарылыр, тип уйлап булмай, сөнки уларҙың ни­ге­ҙендә яҙыусының үҙе шаһит булған йәки ишеткән ябай ауыл халҡы тормошо, уның күңелле-көлкөлө яҡтары ла, алҡымға тығылған михнәттәре лә сағылдырылған (ярлылар ҡыуана беләләр, ауырлыҡ­ҡа күнеккәндәр). Был йүнәлештәге баҫма­лар һаны бишәү (“Ҡурайсы”, “Беренсе мө­хәббәт”, “Бөйөр”, “Уйын ҡорбаны”, “Һары ҡолаҡ”).
Журналист һәм публицист Рауил Өмөт­баев эшмәкәрлегенең өсөнсө йүнәлеше, бәлки, иң ауыры һәм яуаплыһылыр. Был йүнәлеш яҙыусының ҡулъяҙмаларын әҙерләү, уларҙы мөхәррирләү, компьютерҙа йыйыу һәм баҫтырып сығарыу. Бындай эш журналистан ҙур һаҡлыҡ менән автор­ҙашлыҡ бурысын үтәү генә түгел, ә ниндәй­ҙер кимәлдә дәлилле батырсылыҡты ла талап итә. Был йәһәттән Рауил Рамаҙан улы “аманатҡа хыянат юҡ” тигән принципҡа тоғро ҡала һәм бының өсөн ул тейешле баһаға лайыҡ. Был йүнәлештә алты хикәйә, повесть, роман баҫтырылды. Бына улар: “Көмөш даға” һәм “Генерал Кусимов” повестары, “Ирәндектең күкһел томаны” романы, “Туй” һәм “Яйыҡ казагы” һәм башҡа хикәйәләр.
Дүртенсе йүнәлеш өсөнсө­һөнә оҡшаш, ләкин башҡарған эштең күләме, бигерәк тә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, публицист, илһөйәр, халҡын ҡурсалаусы һәм халҡы яратҡан шәхес Рамаҙан Өмөт­баевтың әҙәби ҡомартҡыларын һаҡлап ҡа­лыу һәм уларҙы киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү әһәмиәте менән өсөнсө йүнә­лештән айырыла.
Атай мираҫы өҫтөндәге эшмәкәрлегенең дүртенсе йүнәлеше буйынса Рауил Рама­ҙан улы түбәндәге китаптарҙы баҫмаға әҙерләгән һәм улар “Китап” нәшриәтендә үҙ тәҡдирен көтә: “Р.Ғ. Өмөтбаев һәм уның ижады – замандаштары иҫтәлегендә” (178 бит); “Хикәйәләр һәм повестар”. Өс томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығына материалдар Рауил Өмөтбаев тарафынан баҫмаға әҙер­ләнгән һәм “Ағиҙел” журналында баҫтырыл­ған (1999 йыл, 9-сы һан), атаһының “Үҙем хаҡында” тигән хәтирәләре яҙыусының үҙ уҡыусыларына һуңғы хаты һәм улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе кеүек ҡабул ителә.
Шулай итеп, Рауил Өмөтбаев 22 йыл дауамында атаһының әҙәби мираҫын барланы, уның 21 хикәйәһен, повесын һәм романын баҫмаға әҙерләне һәм баҫтырып сығарыуға өлгәште, тағы ла дүрт китаплыҡ материал әҙерләп, нәшриәткә тапшырҙы. Рауил Рамаҙан улының был эшмәкәрлеген ҡаһарманлыҡ менән сағыштырып булалыр: ул былай ҙа республикабыҙҙа күренекле шәхес исемен өҫтәп данланы һәм был исемде мәңгеләштереүгә үҙенең журналистик һәм публицистик һәләтен арнаны, ниндәйҙер кимәлдә Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы тарихын тулыландырҙы.
Гәзит уҡыусыларға шуны ла әйтергә кәрәк: Рауил Өмөтбаев – һөнәре буйынса нефтсе, Өфө нефть институты нефть үткәр­гес торбалар факультетын тамамлай, инс­титутта эшләй, артабан оҙаҡ йылдар Урал – Себер магистраль нефть үткәргес ида­ралығының “Черкассы” станцияһында эшләй, бында ябай инженерҙан баш механик вазифаһына күтәрелә, ҙур абруй ҡаҙана, уның исеме идаралыҡтың Дан китабына индерелә.
Бынан һуң “БашНИПИнефть” институтында төркөм етәксеһе була, коллективта яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Артабан Башҡорт­остан Республикаһы Президенты Хаки­миәте ҡарамағындағы матбуғат хеҙмәтен­дә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең иҡти­сади эштәр буйынса кәңәшсеһе вазифаһын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Рауил Ра­маҙан улы йәмәғәтселек өлкәһендә, би­ге­рәк тә 90-сы йылдарҙағы республика суверенитеты өсөн көрәшкән тарихи ваҡи­ғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Үрҙә әйтелгән­дәр­ҙән сығып, Рауил Өмөтбаев тураһында “талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы бу­ла” тип бер ҙә шикләнмәйенсә әйтергә бу­ла. Бер яҡтан профессиональ нефтсе булараҡ, икенсенән, журналистика һәм пуб­лицистика өлкәһендә лә үҙенең кем икән­леген күрһәтә алған Рауил Рамаҙан улы республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси үҫешенә ҙур өлөшөн индерҙе, тип әйтһәк, хата булмаҫ.
Рауил Рамаҙан улы тормошонда ҙур юғалтыуҙар кисерҙе, ләкин бөгөлөп төш­мәне. Хәҙерге көндә Өмөтбаевтар ырыуынан булыуҙарын һиҙҙергән тәртипле һәм юғары белемле улы һәм ҡыҙы менән, үҙенең яғымлы кешелек сифаттарын һаҡ­лап, үҙенә генә хас булған тормош принциптарына тоғро булып, булғанына шөкөр итеп, булмағанына үртәлмәй йәшәүен дауам итә. Рауил Өмөтбаев – атаһының улы, тип ҡыуанабыҙ, атаһының әҙәби мираҫын ҡурсалауға һәм барлауға арналған фиҙакәр эше менән ғорурланабыҙ.

Читайте нас