Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Февраля 2020, 14:30

Башҡортостан таланттары – федераль каналдарҙа

Азалияның сығышын “Рәсәй 1” телеканалында был йәкшәмбе ҡарап, баһалай алаһығыҙ.

Һуңғы ваҡытта республиканың йәш таланттары федераль каналдарҙағы төрлө тапшырыуҙарҙа йыш күренә башланы.
Салауат ҡалаһынан йырсы Азалия Ғәйнетдиноваға ла “Рәсәй 1” каналы ойошторған “Әйҙәгеҙ, бергәләп!” вокал проектында ҡатнашыу бәхете йылмая. Азалия иҡтисадсы-математик дипломын алһа ла, ғүмерен музыка менән бәйләргә ҡарар итә. Баһалама ағзаһы һәм тамашасылар алында ул “Деспозито” тип аталған популяр йырҙы башҡара.
“100 кешенән торған жюри алдында сығыш яһауы нисек тулҡынландырғыс булғанын күҙ алдына килтерһәгеҙ ине. Һиңә әллә күпме ҡараш, камералар йүнәлтелгән. Минут ярым эсендә тулы номер күрһәтергә тейешһең. Уйлаһам, әле лә тәндәрем зымбырлап китә”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ҡыҙ.
Азалияның сығышын “Рәсәй 1” телеканалында был йәкшәмбе ҡарап, баһалай алаһығыҙ.
Әйткәндәй, быға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 йәшлек Эрик Әхмәтов та ошо конкурста ҡатнашып, финалға үткәйне.
Азалия Гайнетдинова фотоһы.
Читайте нас