Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Февраля 2020, 19:50

Данлы улдары менән бай Баймаҡ!

Тыуған төйәгендә Әхмәр Үтәбайҙың 60 йәше уңайынан “Моң эсенә инеп йәшеренәм” исемле ижад кисәһе үтте.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында күренекле шағир, прозаик, журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Үтәбайҙың 60 йәше уңайынан “Моң эсенә инеп йәшеренәм” исемле ижад кисәһе үтте.
Сарала район хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, хакимиәттең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фаил Сәйетов ҡатнашып сығыш яһаны, юбилярға изге теләктәрен еткерҙе. Кисәгә шулай уҡ шағирҙың бер туған апалары - Мәҙинә Туйсина, Гөлнур Раева, яҡын һеңлеһе Сәлимә Усманова, уларҙың ғаиләләре, ҡәләмдәштәре – Әминә Яхина, Насип Һаҡмаров, Фәнис Сирбаев, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, сәсән телле Әкрәм Ҡәйепҡолов, Таңһылыу Вәлиева, яҡын дуҫтары – Хәбир Раев, Айбулат Ғүмәров, Флүр Ғазиндар килгәйне. Уларҙың һәр береһе әҙипкә йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткерҙе, шиғырҙарын, моңдарын бүләк итте.
Ижад кисәһендәге һәр сығыштан ихласлыҡ бөркөлөп торҙо. Әхмәр Ғүмәр улы һәр һорауға ихлас яуап бирҙе, фәһемле уй-фекерҙәре, иҫтәлектәре менән бүлеште, илһамланып шиғырҙарын уҡыны, йырлап та ишеттерҙе.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина әҙипкә уның менән ошонда төрлө йылдарҙа ойошторолған сараларҙы мәңгеләштергән “Йылы осрашыуҙар иҫтәлеге” фотоальбомын тапшырҙы. Юбилейына әҙерләнгән был махсус бүләк Әхмәр Ғүмәр улына тыуған яғын, уның ихлас кешеләрен, изге төйәгендә яңынан-яңы осрашыуҙар көтөүен хәтерләтеп торасаҡ һәм тағы ла илһамланып эшләүгә дәрт-дарман бирәсәк тигән ышаныста сараны ойоштороусылар.
Фотолар Баймаҡ биләмә-ара китапхана сайтынан.
Читайте нас