“Кызыл таң” гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Фәрит Фәтҡуллинға 70 йәш тулды. Уның дөйөм хеҙмәт стажы ла, матбуғатта әүҙем яҙышыуына ла... 53 йылдан ашыу. “Кызыл таң”да бер өҙлөкһөҙ эшләүенә иһә ғинуарҙа 45 йыл тула.
“Ҙур карапҡа – иркен диңгеҙ”
Был һандар һәм маҡтаулы исемдәр күп нәмә тураһында һөйләһә лә, хикмәт унда ғына ла түгел. Мәҡәләм геройының – йәшерәк ҡәләмдәшемдең – үҙ һөнәренә, хеҙмәтенә фанаттарса бирелгәнлеген, шуның һөҙөмтәһендә халыҡ ихтирамын яулауын күрһәтеү йәш быуын өсөн өлгө булыр, тип уйлайым.
Хирургтарҙа ошондай фекер йөрөй: “Үҙеңдең яҡындарыңа операция яһау – иң ауыр эш...” Был, ысынлап та, шулайҙыр. Үҙең яҡшы белгән, яҡын күргән кеше тураһында яҙыу нисектер ауыр төҫлө. Бында яуаплылыҡ тигән тойғо өҫтөнлөк итәлер, күрәһең. Фәрит Фәтҡуллин менән бер коллективта оҙаҡ эшләнек, әле лә йыш аралашабыҙ, фекер алышабыҙ. Уның бөтә тормошо, ижади эшмәкәрлеге күҙ алдымда, уңыштары ла, ҡасандыр алдына килеп баҫҡан проблемалары ла таныш миңә.
Ул Ауырғазы йылғаһының Өршәккә ҡойған урынынан алыҫ булмаған Ҡорманай ауылында тыуған. Районға исем биргән был йылғаның түбән ағымындағы ауылдарҙан әҙәбиәт һәм сәнғәттең күп кенә күренекле әһелдәре сыҡҡан. Ә Өршәк буйлап Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарының башҡорт ауылдары теҙелеп ултырған: Төрөмбәт (шағир Рәшит Назаров шунда тыуған), Мораҙым, Хөсәйен, Ҡаҙырғол, Йәнбәк... Был төбәктәге башҡорт, татар халҡы бер-береһенең телен, йыр-моңон, әҙәбиәтен белеп үҫкән, быуаттар буйы бер туғандай ғүмер кисергән. “Бала сағымдан шулай: әле генә уҡып сыҡҡан гәзит, журнал, китабым татарса булдымы, әллә башҡортсамы – ҙур айырма тоймайым”, – тип әйткәне бар Фәриттең. Ул бала саҡ иҫтәлектәрен дауам итә: “Күмәк бала үҫтек һәм эшләп үҫтек. Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайтҡанлыҡтан, бигүк ауыр эшкә ярамай ине. Мин үҙемде белә башлағанда ул ырҙын табағында ҡарауылсы ине. Алты-ете йәшемдән үк мин дә ураҡ ваҡыттарында көндөҙҙәрен ҡарауылсылыҡҡа егелдем. Ырҙын табағы йылға буйында, уны әйләндереп алған ситән дә туҙып-емерелеп бөткән. Йылға өҫтөн тултырған ҡаҙ-өйрәктәр асыҡ һауала ятҡан иген көшөлдәренә һөжүм итә. Йылғала сыр-сыу килеп һыу ингән йәштәштәремә көнләшеп ҡарарға ғына ҡала инде. Ураҡ өҫтө яҡынлашҡанда, аһ, тағы миңә эш ваҡыты етә, тип көйөнгән саҡтарым аҙ булманы. (Юҡ, быларҙы мин бала сағым ауыр булды тип әйтер өсөн иҫкә төшөрмәйем, бала сағымдан, ғөмүмән, тормошомдан ҡәнәғәтмен). Үҫә төшкәс инде, йәйге каникул прицепщик (һабансы), башҡа төрлө эштә үтә ине. Бәләкәйҙән физик яҡтан көслө булғанға, сирләүҙең ни икәнен белмәгәнгә, көс бер ҙә бөтмәҫ кеүек тойолғанға, мин тейәү, бушатыу, урман ҡырҡыу, ер ҡаҙыу кеүек эштәрҙе айырыуса ярата инем”.
Фәриттең тәүге мәҡәләләре матбуғатта Солтанморат урта мәктәбенең 9-сы класында уҡығанда баҫыла башлай. Мәктәпте ярайһы уңышлы тамамлауына ҡарамаҫтан, артабан уҡырға ашыҡмай әле. Ике йыл ярым колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. КПСС сафына инә (ул әле лә – ярты быуат ошо партияла). Йәмәғәт вазифаһы булараҡ, бригаданың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Гәзиттәрҙә төрлө темаға мәҡәләләре генә түгел, шиғырҙары, хикәйәләре лә әленән-әле донъя күрә. 1968 йылдың мартында Башҡортостан эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең VII съезына делегат булып бара (Ауырғазы районынан берҙән-бер һәм съезда иң йәш делегат). Киев ҡалаһы эргәһендә авиация частарында ике йыл армия хеҙмәтендә саҡта ла ул ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, яҙғандары хәрби гәзиттә, район гәзитендә һәм “Кызыл таң”да йыш баҫыла.
1971 йылдың ноябрендә һалдат кейемендә ауылына ҡайтып барышлай уҡ Фәрит Фәтҡуллин Ауырғазы районының “Ватан юлы” гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр вазифаһына эшкә ҡабул ителә. Яҙын Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Ул ваҡыттағы мөхәррир, 88 йәшлек Рәшит Зәйнәғетдинов хәтерләй: “Фәрит беҙҙә өс йыл эшләүе осоронда үҙен үҫә барыусы журналист итеп танытты. “Кызыл таң”да бер-бер артлы уҡымлы материалдары баҫылғанлыҡтан, шунда эшкә саҡырҙылар. Үҙебеҙгә бик кәрәкле булһа ла, юлына арҡыры төшөргә хоҡуғыбыҙ юҡ ине, намыҫыбыҙ ҙа ҡушманы. Диңгеҙселәр әйтмешләй, “ҙур карапҡа – иркен диңгеҙ”.
Белеүемсә, “Совет Башҡортостаны” һәм “Кызыл таң” гәзиттәренең бик оҙаҡ эшләгән легендар мөхәррирҙәре Абдулла Исмәғилев менән Ремель Дашкиндың кадрҙар һайлап алыу принцибы бер төрлөрәк ине – был хаҡта ике баҫмала ла төрлө кешеләрҙең иҫтәлектәре баҫылды. “Республика гәзите редакцияһы хәйриә учреждениеһы ла, уҡытыу пункты ла түгел, беҙгә өлгөргән журналистар ғына кәрәк”, – тип кенә ебәрә ине улар. Әлбиттә, үҙҙәренә эшкә алған йәштәрҙең оҫталығын камиллаштырыуға улар ҙур иғтибар бирҙе, йәштәрҙең көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында ла хәстәрлек күрҙе.
Фәриткә лә, теүәл бер йыл эшләгәндән һуң, әле өйләнмәгән дә килеш, Өфө уртаһынан бына тигән фатир бирелде.
“Кызыл таң”дағы журналислыҡ юлын Фәрит партия тормошо бүлеге мөдире, шаҡтай талапсан һәм ҙур тәжрибәле Зөфәр Сабирйәнов янында башлап китте. Тора-бара ауыл хужалығы, яңылыҡтар, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлектәрендә өлкән хәбәрсе, мөдир булараҡ сынығыу үтте. Яуаплы секретарь урынбаҫары, унан яуаплы секретарь вазифаларын теүәл һәм көйлө үтәне. ХХ быуат ахырына табан илебеҙҙә йәмғиәт ҡоролошо ҡырҡа үҙгәргән үтә ҡатмарлы шарттарҙа баш мөхәррир урынбаҫары эшен тел тейҙермәҫлек итеп алып барҙы.
Һәм ниндәй генә бурыстар (етәкселек итеү, ойоштороу, технологик пландағы мәшәҡәттәр) йөкмәтелеп, уларҙы уңышлы атҡарған бөтә осорҙа ул яҙыу әүҙемлеген кәметмәне. Төрлө темалар араһында ла бәргеләнмәне. Ә яратҡан, бөтә ижад юлы буйына бар күңелен һалып шөғөлләнгән темалары түбәндәгеләр: күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, тыуған яғыбыҙ һәм халҡыбыҙ тарихы, милли матбуғат, үткән юл, ундағы күренекле шәхестәр.
Фәрит Фәтҡуллиндың интервью оҫтаһы икәнен күрһәтеү айырым бер мәҡәлә темаһы була алырлыҡ. Был жанр тураһында теүәл 20 йыл элек ул былай тип фекер йөрөткәйне: “Беҙҙең гәзиттәрҙә интервью тип баҫылған яҙмаларҙың күбеһе интервью түгел бит ул. (Колхозығыҙҙа нисә гектар һөрөнтө ер бар, нисәһенә арыш, нисәһенә бойҙай сәселә кеүек һорауҙарға яуаптар).
Күп осраҡта журналистар йүнле мәҡәлә, репортаж, һүрәтләмә килтереп сығара алмағанлыҡтан, аптырағандан ошо юлды һайлай йә иһә аңлы рәүештә еңел юлдан китә”. Уның был һүҙҙәрен күренекле журналист, прозаик һәм шағир Рәсих Ханнанов яҙмаһынан бер өҙөк менән көсәйткем килә: “Интервьюның да, башҡа жанрҙар кеүек, инеше, төйөнләнеше һәм сиселеше бар. Журналист интервьюның сюжетын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, йәғни кешегә фәһем алырлыҡ, уны уйландырырлыҡ итеп ҡора белергә тейеш. Уның уңышлы килеп сығыуы журналистың белем, аҡыл байлығына ла бәйле, ул теманы әңгәмәләшенән кәм белмәүе лә кәрәк. Әгәр һин геройың менән киң фекер йөрөтә алмаһаң, ниндәй интервью килеп сыҡһын ти! Фәрит был яҡтан да күптәргә өлгө булды һәм әле лә шулай”.
Юғарыла әйтелгәндәргә мин Фәриттең элек бер бүлектә эшләгән йәшерәк ҡәләмдәше Фәниә Ғәбиҙуллина менән берлектә 2003 йылда Мостай Кәримдән алған интервьюларын өҫтәр инем. Ул ваҡытта халыҡ шағирының сәләмәтлеге ҡаҡшаған, оҙаҡ һөйләшергә дәрте лә юҡ. “Алдан билдәләнгән теманан, һорауҙарҙан ситкә китмәҫбеҙ”, – тип иҫкәртеп тә ҡуя. Фәрит Мостай Кәримдең ихтирамын шул тиклем яулай, әңгәмәнең “төп линияһынан” тайпылып, үҙен ҡыҙыҡһындырған бер нисә ҡатмарлы ваҡиғаға асыҡлыҡ индереүенә өлгәшә.
Һәр ҡайһыһы гәзиттең берәр битен тултырған был ике интервью йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был интервьюлар шулай уҡ Мостай Кәримдең ун томлығының һигеҙенсеһендә донъя күрҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудашҡа 90 йәш тулғанда ғына ныҡлап таныша һәм аралаша башлай Фәрит, бихисап тарихи материалдар, мәғлүмәттәр алып ҡала, уларҙан әле лә файҙалана.
Башҡорт сәнғәтенең арҙаҡлы шәхестәре Фәриҙә Ҡудашева, Заһир Исмәғилев, Әхмәт Лотфуллин, Фәйзи Ғәскәров, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Мөхәмәт Арыҫланов, Зәйтүнә Насретдинова, Сөләймән Абдуллин, Бәхти Ғайсин, Зәки Мәхмүтов... Хәҙер инде донъянан киткәндәренә лә байтаҡ йылдар үткән был һәм башҡа күптәр менән дә Фәрит яҡындан аралашты (өйҙәрендә булды), улар хаҡында төрлө баҫмаларҙа материалдар сығарҙы.
1999 йылда “Китап” нәшриәте “Сәнғәт балҡышы” серияһын асып ебәргән. Шул уҡ йылда Фәрит Фәтҡуллиндың очерктар, ижади портреттар, әңгәмәләрҙән торған “Баш осомда ҡош һайраны” йыйынтығы донъя күрҙе. Ул Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды. 2008 йылда автор ошо уҡ сериянан “Тын һуҡмаҡта тал тирбәлә” исемле китабы менән уҡыусыларҙы шатландырҙы. Ҙур күләмле был ике китаптың һәр береһендә – 33-әр сәнғәт йондоҙо. Ишетеүемсә, ошо уҡ нәшриәттә әле ҡәләмдәшемдең был сериянан өсөнсө китабы баҫырға әҙерләнә. Рухи донъябыҙға битараф булмаған һәр кем өсөн ҡиммәтле бүләк булыр ул, тип уйлайым.
Китаптар баҫтырыу темаһына ҡағылғас, Фәриттең йәнә бер күренекле хеҙмәте тураһында яҙып үтәм. Үҙе дүрт тиҫтә ярым йыл эшләгән гәзит тарихы менән ныҡлап шөғөлләнеүен әйткәйнем инде. Уның етәкселегендә эшләнгән “Кызыл таң”дың ҡыҫҡаса энциклопедияһын матбуғат һөйөүселәр – 2008 йылда, “Кызыл таң” фотоальбомын 2013 йылда ҡулдарына алғайны (гәзиттең 90 һәм 95 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы). 2018 йыл башында иһә уның “Кызыл таң” шәхестәре” исемле ҙур күләмле йыйынтығы донъя күрҙе. Авторҙың инеш мәҡәләһендә түбәндәге һүҙҙәр иғтибарҙы йәлеп итә: “Был китап өҫтөндә эш башланғанда энциклопедия ла, фотоальбом да хатта күҙҙә лә тотолмай ине. Редакциябыҙ һәм, ғөмүмән, милли матбуғатыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған төрлө быуын ҡәләмдәштәребеҙ тураһындағы материалдар кәмендә 20 йыл дауамында яҙылды”. “Кызыл таң”дың 80 йыллыҡ самаһы (1920 – 2000 йылдар) тарихы бындағы биш тиҫтәгә яҡын шәхестең ғүмер юлы һәм эшмәкәрлеге аша күҙ алдыма баҫтырыла. Китап биттәрен түҙемһеҙлек менән аса-аса Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Муса Йосопов, Ғариф Ғүмәр, Имай Насыри, Әнүәр Бикчәнтәев, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Суфиян Поварисов һәм башҡалар тураһында уҡыйбыҙ. Гәзиттең 13 мөхәррире тураһында тәфсилләп яҙылған. Һәр береһенең яҙмышы, үҙенсәлекле эш стиле, холоҡ-фиғеле, улар дәүерендәге сәйәси мөхит ярайһы уҡ асыҡ төҫмөрләнә.
Фәрит ҡәләмдәшемдең очерктары, ижади портреттары, публицистик яҙмалары, “Кызыл таң”дан тыш, “Башҡортостан” һәм “Өмет” гәзиттәрендә, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Тамаша”, “Толпар”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат” журналдарында, утыҙлап күмәк йыйынтыҡта, шулай уҡ Ҡазандың һәм Мәскәүҙең ҡайһы бер баҫмаларында донъя күрҙе. Республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы “Тамаша” (Фәрит – уның 2015 йыл лауреаты ла) менән айырыуса әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы дәүерҙә генә әле сәнғәт һөйөүселәр уның Әмин Зөбәйеров, Ғәзим Туҡаев, Заһир Исмәғилев, Ғабдрахман Хәбибуллин, Леонора Ҡыуатова, Редик Фәсхетдинов, Роза Аҡкучуковаға арналған яҙмаларын уҡып ҡыуанды.
Фәрит күпселек материалдарын вазифа бурысы булараҡ түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса яҙа. Үҙенең геройҙарын – мәрхүмдәрен дә, иҫәндәрен дә яратып, уларҙың кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреүе, матур әҙәби теле яҙмаларын уҡымлы итә.
Сәбәбе сыҡҡанда (50 йәше тулыу, китаптары нәшер ителеү айҡанлы) “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла Фәрит Фәтҡуллиндың тормошона, эшмәкәрлегенә бәйле күпмелер кимәлдә мәғлүмәттәр тәҡдим ителде. Мәҫәлән, шағирҙар Абдулхаҡ Игебаев, Риф Мифтахов, журналист һәм прозаик Факил Мырҙаҡаев, Шәркиәт һәм Исламиәт ғалимы Рауил Үтәбай-Кәрими яҙмалары булды.
Ғаилә хәленә килгәндә, заманында 15 йыл “Кызыл таң”да журналист булып эшләгән, “Өмет” гәзитен ойоштороуҙа ҡатнашҡан, әле Вил Ҡазыханов исемендәге Бөтә Рәсәй Әхлаҡ мәктәбе етәксеһе булараҡ ҡатын-ҡыҙҙарға, йәштәргә һәм балаларға дин һабаҡтары биреүсе Фаягөл Халиҡ ҡыҙы (дини даирәләрҙә Фатима абыстай тип беләләр) менән ике ул үҫтерҙеләр. Улар икеһе лә юғары белем алып, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләй.
Ауырғазы районында мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат вәкилдәре ҡатнашлығында Фәрит Миңнулла улы Фәтҡуллиндың 70 йәшлек юбилейы ихлас күңелдән һәм ҙурлап үткәрелде. Унда район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов та сығыш яһап, уға “Ауырғазы районының шәрәфле шәхесе” исеме бирелеүен хәбәр итте. Ҡәләмдәшебеҙ шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән дә бүләкләнде.