Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Февраля 2020, 06:59

Силәбелә әкиәтсе балалар үҫә!

Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылының 2-се мәктәбендә төбәк-ара донъя әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы булып уҙҙы.

Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылының 2-се мәктәбендә төбәк-ара донъя әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы булып уҙҙы.


Уны ойоштороуға Силәбе һәм Ҡурған өлкәлә­ренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы, Башҡорт­остан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе Мәғариф министр­лыҡ­тары ҙур көс һалды. Конкурста Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мәктәптәренән 70-кә яҡын уҡыусы ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Башҡорт­остан Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәт­тәшлек бүлеге начальнигы Илдус Ҡаһар­манов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Башҡорт телен үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, Учалы районы хакимиәте­нең мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфет­динова, Учалы ҡалаһы һәм ауылынан мәктәп директорҙары Оксана Ниғмәтуллина менән Гөлшат Исламова бар ине.
2020 йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Республика быйыл Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Был әһәмиәтле саралар Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошона ла ҡағылмай ҡалмай. Әле бына улар берҙәм булып, алға ышаныслы аҙымдар яһап, шаулап-гөрләп “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсын үткәрҙе.
Сараның программаһы ғәйәт бай булды. Башҡортостан делегацияһын Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин ҡабул итте. Артабан район үҙәгендәге мәктәп коллективы ҡунаҡтарҙы ололап, йола буйынса икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Белем усағының директоры Әлфирә Юлдашева йөкмәткеле экскурсия ойошторҙо, мәктәп тормошо тураһында һөйләне. Ә конкурстан һуң уҡытыусылар өсөн махсус семинар-кәңәшмә уҙғарылды.
Был ысын мәғәнәһендә халыҡ ижадына арналған күркәм байрам булды. Уҡыусылар илһөйәрлектә ярышты, уҡытыусылар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Ә Башҡортос­тандан килгән белгестәр ижтимағи, милли-мәҙәни һәм мәғариф өлкәһендәге үтә мөһим яңылыҡтар менән уртаҡлашты.

Читайте нас