Был көндө булдырыу идеяһы менән Испания радиоһы академияһы президенты Хорхе Альварес сығыш яһай. Уның тәҡдимен ЮНЕСКО ла хуплай һәм, шулай итеп, 2011 йылда календарҙа Бөтә донъя радио көнө барлыҡҡа килә. Ни өсөн тап ошо көндә икәнен дә аңлатып үтәйек: 1946 йылдың 13 февралендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының радиоһы тәүге тапҡыр эфир тулҡындарына сыға.
Бөтә донъя радио көнө алдынан беҙ ошо өлкәгә фиҙакәр хеҙмәт иткән, тыңлаусыларҙың һөйөүен яулаған төрлө быуын радиожурналистарына мөрәжәғәт иттек. Коллегаларабыҙ журналистикаға илткән юлдары, был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙең ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге, ғөмүмән, радионың улар тормошонда тотҡан роле хаҡындағы һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе.
оҙаҡ йылдар Сибай радиоһында эшләй, бөгөн Сибай телевидениеһы хеҙмәткәре:
– Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап ҡайтҡас, Башҡортостан телевидениеһында эш башланым. Ғаилә хәле буйынса Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында йәшәп, ошо төбәк гәзитендә эшләп алдым. Унан инде яҙмыш мине Сибай ҡалаһында 90-сы йылдарҙа асылған радиостудия менән бәйләне. 1994 йылда Сибайҙа республика радиоһының филиалы булдырылды. Беҙ – Нәфисә һәм Марат Тулыбаевтар, Таңһылыу Ғәйнуллина, мин, гөрләп эш башланыҡ. Тәүҙә республика радиоһы эфир ваҡыты бүлә ине, аҙаҡ тапшырыуҙар күбәйгәс, тура эфирҙар ойошторола башлағас, айырым йышлыҡҡа сыҡтыҡ. Эшебеҙгә йәштәр ҡушылды, студент, мәктәп уҡыусылары сығарылыштары әҙерләнә башланы. Яңылыҡтар, ҡотлауҙар даими сыҡты, республика радиоһы менән радиокүперҙәр ойошторолдо. Тура эфирға сығып, байрамдарҙан, төрлө сараларҙан репортаждар эшләй инек. Сибай радиоһын ҡала халҡы ла, эргә-тирә ауылдар ҙа яратып тыңланы, ул бигерәк тә йәштәр араһында популяр булды. Тура эфир ваҡытында телефон бер мәлгә лә тынмай ине.
Тап шул ваҡытта Сибайҙа филармония, балалар театры кеүек мәҙәниәт усаҡтары, башҡортса “Атайсал” гәзите һәм башҡа рухи үҙәктәр асылды. Мәғлүмәт донъяһы гөрләп торҙо һәм беҙ рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләнек, сөнки ул осор халыҡтың үҙаңы уянған мәлгә тура килде.
Артабан ошо радионың яуаплы мөхәррире, унан инде республика радиоһының Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләргә насип булды. Үкенескә ҡаршы, Сибай радиоһы ябылды, үҙ хәбәрсе вазифаһы ҡыҫҡартылды. Бөгөн, хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, Сибай телевидениеһының башҡортса тапшырыуҙар бүлегендә эшләйем.
Радио – ул кешене тәрбиәләүсе, телгә өйрәтеүсе, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыусы сара, шуға күрә журналистың телмәре төҙөк, һөйләгәне төплө булырға тейеш.
Радиола эшләгән йылдар ғүмеремдең иң бәхетле, иң уңышлы осоро булып иҫтә ҡалған. Әле лә өйөмдә һәр ваҡыт йә “Юлдаш”, йә “Ашҡаҙар” һөйләп тора. Телевизорҙан тапшырыу ҡарау өсөн тулыһынса үҙеңде шуға арнарға тура килә, ә радионы эш араһында тыңларға ла мөмкин, ул эргәләге дуҫ кеүек, шуға күрә миңә радио һәр ваҡыт яҡын һәм ҡәҙерле.
“Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси бүлеге журналисы:
– Журналист булыу хыялы төпкөл ауыл малайында бала саҡтан булмағандыр. Тракторсы булырға теләй инем. Бәләкәй саҡта ағайым менән ауылдың иң шәп тракторсыһы Әхәт ағайҙы (йәне йәннәттә булһын) ҡабатлап уйнай торғайныҡ: икәүләп ултырғыс-тракторҙы “ремонтлайбыҙ”, шуны “йөрөтәбеҙ”, “эшкә барабыҙ”. Әхәт ағай йыш ҡына беҙҙе тракторына ултыртып йөрөттө, атайым менән бергә эшләйҙәр ине.
Егет ҡорона еткәс, Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, журналист булыу хыялы уянды. Башта телевидениеға – “Сәләм” тапшырыуына килдем, әммә теләгем яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләү ине, шуға күрә радионың яңылыҡтар бүлегендә урын булыу менән күстем. Һуңғы ике йылда ижтимағи-сәйәси бүлектәмен.
Журналист һәр ишеткән мәғлүмәтен яҙырға, һөйләргә, халыҡҡа еткерергә тейеш түгел. Тикшерергә, һәр яңылыҡты объектив баһалай белергә кәрәк. Шаҡ ҡатырғыс хәбәр табыу һәйбәт, әммә сысҡандан фил яһарға кәрәкмәй. Мәҫәлән, бер ауылдан шылтыраталар: ҡоҙоҡта һыу юҡ, был хәлгә ауыл хакимиәте башлығы ғәйепле, тиҙәр. Беренсенән, ҡоҙоҡтоң һыуын ул ҡоротмаған. Икенсенән, моғайын, ауыл һыуһыҙ ҡалғанда хакимиәт етәкселеге ҡул ҡаушырып ултырмайҙыр, ниндәй ҙә булһа сара күрәлер. Шуға ошондай хәбәрҙәрҙе эфирға бирер алдынан ике яҡтың да дәғүәләрен белеү, килеп тыуған хәлде аңлау, анализлау кәрәк. Шунда ғына тыңлаусыға дөрөҫ, объектив мәғлүмәт еткерә алаһың.
Беҙҙең эштә иң йыш осраған ҡыйынлыҡтарҙың береһе – эксперттар, йәғни хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индерә алырлыҡ белгестәр табыу. Бар улар, тик башҡортса иркен аралашҡан, радио-телевидение аша матур итеп башҡортса сығыш яһай алған эксперттар аҙ. Киләсәктә телебеҙгә иғтибар артып, ике дәүләт телендә лә рәхәтләнеп аңлатма биргән, әңгәмә ҡорған йәштәребеҙ күбәйһен ине, тигән теләктә ҡалам.
Ә радионың минең тормошомдағы роленә килгәндә, ул икенсе йортом кеүек. Бәхеттең формулаһы ябай тиҙәр бит: иртәнсәк ашҡынып эшемә киләм, кис һағынып һөйөклө ҡатыным, ҡыҙым һәм улым янына ҡайтам. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларҙың, “Юлдаш” радиоһын тыңлаусыларҙың һәр береһенә ошо бәхетте кисереп йәшәүҙәрен теләйем.
“Юлдаш” радиоһы журналисы:
– Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә уҡығанда төркөмөбөҙ дуҫ һәм берҙәм булды. Беренсе курстан уҡ Башҡортостан радиоһына, гәзит-журналдарға хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Курсташым Рафиҡ Әхмәтшин менән “Етегән” тапшырыуы өсөн рубрика әҙерләй торғайныҡ. Программаның авторы Фәнүзә Баһауетдинова радио эшенең байтаҡ нескәлектәренә өйрәтте.
Университетты тамамлар алдынан Башҡортостан радиоһында хеҙмәт юлымды башланым. Яҙмыш мине талантлы журналист, талапсан етәксе Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева менән осраштырҙы. Уның мәктәбен үттем. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы тәүге тапҡыр тура эфирға алып сыҡты. Икенсе остазым – Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин. Мин уға ла мәңге рәхмәтлемен. Ике абруйлы шәхес әллә күпме йәш хәбәрсегә ярҙам итте, юл күрһәтте. Бөгөн беҙ һайлаған һөнәребеҙгә тоғробоҙ, үҙ өлкәбеҙҙә ниндәйҙер уңыш яулағанбыҙ икән, бында уларҙың да өлөшө ҙур.
Радиоға күптәр килә, әммә барыһы ла унда ҡала алмай, сөнки был һөнәрҙе яратырға, ҡайһы саҡ шәхси ваҡытың менән дә иҫәпләшмәҫкә кәрәк. Радио – оператив мәғлүмәт сараһы. Һуңланыңмы, тормоштан артта ҡалдың тигән һүҙ. Шуға ла һәр саҡ эҙләнергә, табырға, алдан барырға кәрәк. Радио алдашыуҙы яратмай. Эфирҙа эшләгән кеше ихлас булырға тейеш.
Ике тиҫтә йылдан ашыу эш дәүерендә төрлө тапшырыуҙар алып барҙым. Биш минутлыҡ эфирмы ул йәки ике сәғәтлекме, алып барыусы һәр саҡ яуаплы ҡарай. Эшемде ауыр тимәйем, сөнки мин уны ысын күңелдән, бар йөрәгемде һалып башҡарам. Камиллыҡтың сиктәре юҡ. Шуға беҙ ҙә һәр саҡ эҙләнәбеҙ, өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ. Радио – команда эше, ә беҙҙең команда бик көслө. Ул ваҡыттың һәм һүҙҙең ҡәҙерен белергә, тауыш ярҙамында, йәғни матур, ипле һәм итәғәтле һөйләшеп, бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәтте. Радиожурналист етеҙ булырға, кешеләрҙе ишетә һәм тыңлай белергә, ысын тормошто аңларға тейеш. “Юлдаш”та ҡыйыу, креатив, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған кешеләр эшләй. Кәрәк икән, оператив репортаж менән тура эфирға сығабыҙ, талап ителһә, фотограф та булабыҙ, шофер ҙа, блогер ҙа, яҙабыҙ, монтажлайбыҙ, биҙәйбеҙ. Минеңсә, бөгөн журналисҡа 70 төрлө һөнәр белеү кәрәк.
Радио – үҙенә бер айырым мәғлүмәт сараһы. Ул һиңә һис кенә лә ҡамасауламай. Кухняла аш бешерәһеңме, бала йоҡлатаһыңмы, рулдә китеп бараһыңмы, ағас ултыртаһыңмы – уны тыңлай алаһың. Ул кешенең ваҡытын да урламай. Ә күпме файҙалы мәғлүмәт бирә, күңелде елкендерерлек йырҙар яңғырата. Туғандарым, таныштарым, ауылдаштарым барыһы ла радио тыңларға ярата. “Юлдаш”та эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе исемләп белә, ниндәй тапшырыуҙар әҙерләүҙәре тураһында ла хәбәрҙар. Радио берләштерә. Беҙҙең тыңлаусылар араһында “Юлдаш” аша танышып, яҡын дуҫҡа әүерелгән кешеләр ҙә байтаҡ.
Радиола эшләгәндә кейәүгә сыҡтым, балаларыбыҙ тыуҙы, еңеүҙәрем, уңыштарым да ошо өлкәгә арнаған хеҙмәтем өсөн. Ул мине күп кешеләр менән таныштырҙы, осраштырҙы. Радио – минең өсөн йәшәү мәғәнәһе, яҙмышым, тормошом, уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
u 1866 йылда Америка стоматологы Малон Лумис үткәргесһеҙ элемтә сараһын уйлап табыуы тураһында иғлан итә. 1872 йылда ул ошо асышына бәйле патент ала. Әммә төрлө илдәрҙә радиоэлемтә сараһын уйлап табыусы тип төрлө кешеләр иҫәпләнә.
u Рәсәйҙә радиотелеграфияны уйлап табыусы тип традицион рәүештә А.С. Попов һанала. 1895 йылдың 7 майында Санкт-Петербургта уҙған Рәсәй физик-химик йәмғиәте ултырышында А.С. Попов үҙе уйлап тапҡан ҡорамалды – ғәмәлдә донъялағы тәүге радиоалғысты йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итә. Ошо ваҡиғаға бәйле 7 май Рәсәйҙә радионың тыуған көнө булып китә.
u 1925 йылда СССР-ҙа радио уйлап табыуҙың 30 йыллығы ҙурлап билдәләнә. Ә 1945 йылда, иҫтәлекле ваҡиғаға 50 йыл тулыу айҡанлы, СССР Халыҡ комиссарҙары советы 7 майҙа йыл һайын Радио көнөн билдәләү тураһында указ сығара.
u А.С. Попов уйлап тапҡан тәүге радиоэлемтә 250 метр арауыҡҡа иҫәпләнгән була, тиҙҙән Александр Степанович уны 600 метрҙан ашыуға тиклем арттырыуға өлгәшә. 1899 йылда Ҡара диңгеҙ флотында үткәрелгән күнекмәләр ваҡытында Попов 20 километр алыҫлыҡҡа радиоэлемтә урынлаштыра, ә 1901 йылда алыҫлыҡ 150 километрға етә. Бында төп ролде радиотапшырғыстың яңы ҡоролошо уйнай. Шулай итеп, А.С. Поповтың фиҙакәр хеҙмәте һәм яңы асыштары нигеҙендә Рәсәй флотында һәм армияһында радиоэлемтә индереү башлана.
u 1927 йылда Өфөлә тәүге радио ҡабул итеү пункты һәм тәүге дәүләт радиостанцияһы төҙөлә. 1934 йылда баш ҡалабыҙҙа тапшырыуҙарҙы даими рәүештә ҡабул итеү һәм таратыу радиостанцияһы сафҡа инә.
u 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөгә Коминтерн исемендәге радиостанция эвакуациялана, ул 1942 йылдың июненән Союз тапшырыуҙары режимында эшләй.
u Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағына ҡарата Башҡортостанда 490 радиотрансляция үҙәге һәм 103 миллион радионөктә иҫәпләнә.
u 1999 йылдан башлап Өфөлә радиотапшырыуҙар өсөн Европа стандарты – FM диапазоны (88-108 МГц) файҙаланыла башлай.
u 2000 йылдың сентябренән алып “Юлдаш” һәм “Спутник 107 FM” каналдары эфирға сыға. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөлә “Роксана”, “Шәреҡ”, “Беренсе канал” коммерция музыкаль-күңел асыу каналдары эшләй. 2010 йылдың 7 февралендә “Ашҡаҙар” радиоһы барлыҡҡа килә.
(“Башҡорт википедияһы” мәғлүмәттәре файҙаланылды).